-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк дәрестәре
29 Ғинуар 2022, 11:15

Кешене рух йәшәтә

Педагогия фәндәре кандидаты, Мәскәү дәүләт педагогия университетының тифлопедагогика кафедраһы доценты Венера Закир ҡыҙы Денискина менән ул Өфөгә ҡайтҡанда осраштыҡ. Был көслө, тәүәккәл, үҙ-үҙенә ышанған шәхес миңә ныҡ тәьҫир итте тип әйтеү генә аҙ. Осрашыу аҙағында: «Был бит электрон ҡатын! Бөтә нәмәне робот кеүек хәтерендә ҡалдыра һәм онотмай!» – тип ғәжәпләндем. «Үҫеше сикләнгән балаларға тәрбиә һәм белем биреү» фәнни-методик журналында «Күҙҙәре күрмәгән баланы ғаиләлә тәрбиәләү тәжрибәһе» мәҡәләләрен баҫтыра.

Кешене рух йәшәтә
Кешене рух йәшәтә

Тифлопедагог булараҡ уны 1975 йылдан алып ҡайҙа ғына сығыш яһарға саҡырмайҙар. Украина, Әрмәнстан, Белоруссия, Ҡытай, Ҡаҙағстан – Бөтә Ер шарын тиерлек урап сыға ул. Китаптары күп телдәргә тәржемә ителгән. Уның ҡатмарлы һәм мөғжизәле тормош юлы тураһында Рәхимә Аслаева тарафынан яҙылған китабын да күҙҙәре күрмәгән балаларға өлгө булһын өсөн, уларҙың ата-әсәләренә ярҙам йөҙөнән 2016 һәм 2018 йылдарҙа Ҡытайҙа баҫтырып сығаралар.

Венера Закир ҡыҙы Өфөлә тыуып үҫкән. Әсәһе Әҡлимә Хәбибулла ҡыҙы Хәбирова (ҡыҙ сағында – Тереғолова) 1920 йылғы, алты класты мәҙрәсәлә уҡып тамамлай. Аҙаҡ сәнғәт училищеһында белем ала. Әхирәте, билдәле йырсы Фәриҙә Ҡудашева йырлаһа, ул фортепианола уйнай. Әсәһе бәләкәй Венераны үҙе менән концерттарға, спектаклдәргә алып йөрөй.

Дүртенсе класты Өфөлә тамамлағандан һуң, Венера Куйбышев (әлеге ваҡытта Һамар) ҡалаһындағы махсус мәктәптә уҡый. Каникулдарға йәй генә ҡайта. Университетта математика факультетын тамамлай, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, китаптар яҙа – тормошта үҙ урынын таба.

Ҡыҙ ике йәшендә, ҡыҙылса менән ауырып, күҙҙәрен юғалта, йәғни һуҡыр ҡала. Ауырыу осоронда әсәһе, ул табып, дауаханала ята, ә Венера һигеҙ йәшлек апаһы менән өйҙә ҡала. Уға етерлек иғтибар булмай.

Дауахананан ҡайтҡас, ҡыҙының йөрөргә ҡурҡҡанын күрә әсәһе. Һуҡырайыуын шунан белеп ҡалалар. Венера балалар баҡсаһына йөрөй. Һуғыш ваҡытында эвакуацияланып килгән тәрбиәселәр арҡаһында ул тик русса ғына һөйләшеп китә. Күҙҙәре насар күргән ҡыҙҙы уҡырға ҡайҙа бирергә белмәйҙәр. Махсус белем биреү йорттары булһа ла, Венера дүртенсе класҡа ҡәҙәр Өфөләге ғәҙәти мәктәптә уҡый. Беренсе класта уны уҡытыусы үҫеше артта ҡалғандар рәтенә индерә, йәғни, иҫәргә һанап, ҡул һелтәй. Был хаҡта башҡа уҡыусылар алдында әйтергә лә тартынмай. Сөнки Венера, күҙе күрмәү сәбәпле, һыҙыҡҡа тура ғына килтереп яҙа алмай. Һигеҙ йәше тулғас ҡына, уға яраҡлы күҙлек һайлап бирәләр. Уның өсөн ҡыҙыҡай бер ай дауаханала ята. Хәҙер бит күҙлекте яратыу өсөн айҙар буйына дауаханаға һалып ҡуйыу юҡ.

Кистәрен ата-әсәһе китаптар уҡый. Венера улар артынан яттан һөйләп бирергә ғәҙәтләнгән була, класта ла ул хәрефтәр буйынса уҡырға кәрәк икәнлеген аңламай, ә текстарҙы яттан һөйләй. Ҡыҙҙың яҡшы хәтерле, һәләтле икәнен ул ваҡытта Өфөләге 3-сө мәктәптә эшләгән Надежда Николаевна аңлап ала. Һөҙөмтәлә Венера яҡшы өлгәшкәндәр рәтенә күсә, тиҫтерҙәре араһында абруйы арта, звено етәксеһе, пионер отряды рәйесе итеп һайлана. Үҙен яҡларға өйрәнә. Һуҡыр балалар өсөн махсус мәктәпкә урынлаштырыу хаҡында һүҙ сыҡҡас, Куйбышевта иң яҡшыһы, тип, Венераны унда бирәләр. Мәктәптә ҡыҙҙы яҡшы ҡабул итәләр. Бөтә темалар аңлайышлы була, үҙен уратып алған әйберҙәрҙе ҡул-бармаҡ ярҙамында һиҙеп-тойомлау аша өйрәнеү мөмкинлеге асыла. Шунда ҡыҙ үҙендә ҡанаттар үҫкәнен тоя.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2022) һанында уҡығыҙ. 

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: