-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк дәрестәре
9 Ғинуар 2022, 14:10

Сикте нисек билдәләргә?

«Ирем мине этә лә төртә. Быны үҙе лә һиҙмәй. Һуңғы өс йылда тормошобоҙ шулай дауам итә. Бәләкәй генә шатлыҡтар менән күңелде тултырырға теләп, театрға билет алам. Яуабы бер: «Ниндәй театр, ти ул! Һинең кеүек көнө буйы ручка тотоп ултырмайым, ауыр төҙөлөштә эшләйем!» Һыңар ҡанат ҡош булып, спектаклгә үҙем генә китәм. Бер-береһен ҡәҙерләп йөрөткән парҙарҙы күреп, яңғыҙлығымды нығыраҡ һиҙәм. Ул наҙ, йылылыҡ миңә тәтемәйәсәк... Үҙем дә йәл, балалар ҙа йәл, гел ырылдап асыуын миңә төшөргән ирем дә йәл. Килеп сыҡмаған тормошобоҙ йәл. Мин көслө, ләкин артабан да түҙһәм, һынасаҡмын. Бүтән төндәрен: «Яратҡан ирем ҡайҙа булған? Ен алмаштырҙымы әллә?» – тип иларға теләмәйем...» – 45 йәшлек Асияның күҙ йәше керпегендә генә эленеп тора.

Сикте нисек билдәләргә?
Сикте нисек билдәләргә?

Асия хәлендәге ҡатын-ҡыҙҙар йыш осрай. Ундай ғаиләләрҙә ирҙәр ҡатынына кире мөнәсәбәтен төрлөсә белдерә: берәү ризаһыҙ мыжыуы менән йәнде ашаһа, икенселәр туҡтауһыҙ кәмһетә, өсөнсөһө инде ҡул күтәрергә лә күп һорап тормай. Тормошта төрлөһө була, гел ҡосаҡлашып-наҙланып ҡына йәшәмәй ир менән ҡатын. Ләкин үтергә, үткәрергә ярамаған сик ҡайҙа?
Иң тәүҙә ҡатын-ҡыҙға бер алтын хәҡиҡәтте аңларға кәрәк: үҙегеҙгә ҡарата ниндәй булырға рөхсәт итәһегеҙ, шундай мөнәсәбәт көтөгөҙ.
Әгәр ирегеҙ кеше алдында йәки өйҙә һеҙҙе ҡыйырһыта икән, тимәк, юл ҡуяһығыҙ. Һөҙөмтәлә ифрат ҡыйын хәлдә ҡалаһығыҙ. Ғаиләне лә тарҡатаһығыҙ килмәй, рәнйетеүенә артабан түҙеп тора ла алмайһығыҙ.
Ни эшләргә? Ирҙәре беренсе мәртәбә кәмһеткәндә яуапһыҙ ҡалыусы ҡатындар, ғәҙәттә, икенсе тапҡыр ҙа, өсөнсөһөндә лә күҙ йомоп үткәрә. Ошо рәүешле ара­лашыу ҡәҙимгегә әйләнгәнен үҙе лә һиҙмәй. Уңайлы ваҡыт сыҡҡас әйтермен әле, тип уйлап торорға ла, аҡланыуҙар эҙләргә лә түгел. Тыныс, асыҡ, ҡәтғи итеп һеҙҙең менән улай һөйләшергә ярамағанын белдерегеҙ. Был һеҙгә булған илтифатһыҙ мөнәсәбәтте саҡ «моронлап» торғанда туҡтатырға булышлыҡ итер.
Ул рәнйеткәндә һеҙгә нисек ҡыйын икәнен, ниҙәр кисереүегеҙҙе әйтмәй ҡалаһығыҙ икән, ирегеҙ һеҙгә асыуын төшөрөүенә риза булған ҡорбан ролен ҡабул итәһегеҙ. Проблема аҡрынлап, һиҙелер-һиҙелмәҫ тәрәнәйә барыуы менән хәүефле. Ләкин ҡорбан роленән сығыуҙары һәм яңынан үҙеңде их­тирам итеп йәшәргә өйрәнеүҙәре бик ауыр буласаҡ.
Шулай тотошо күпме ваҡыт дауам итә? Ул ҡапыл ғына, көтмәгәндә тырт-мырт, тупаҫ һөйләшә башлаған икән, быға нимә йоғонто яһаған? Бәлки, эшендә ауырлыҡтар тыуғандыр. Йә иһә бер-бер хәл булған да һеҙгә әйтергә теле әйләнмәй йөрөйҙөр? Ипләп кенә һорашығыҙ. Ысынлап та, әле уның өсөн ауыр осор икән, иңегеҙҙе ҡуйығыҙ.
Ә инде һеҙгә кәмһетеүле ҡараш ҡәҙимгегә әйләнһә һәм күптән дауам итһә, хәлде төҙәтеү ҡатмарлыраҡ һәм күберәк көс талап итә. Ул осраҡта ғаилә мөнәсәбәттәре буйынса белгес ярҙамы кәрәгеүе лә мөмкин. Һәм, әлбиттә, һеҙҙең тәүәккәллектән башҡа был бурысты атҡарып сығыу мөмкин түгел.
Әгәр ғаиләне һаҡлап ҡалырға теләһәгеҙ, ирегеҙҙең һеҙҙе түбәнһетергә тырышыуына нимә сәбәпсе булыуын асыҡларға кәрәк.

Тормош мәшәҡәте баҫмағанмы?
Ун биш-егерме йыл бергә йәшәгәндән һуң хистәрҙең ҡайнарлығын, мөнәсәбәттәрҙәге романтиканы һаҡлап ҡалыу, әлбиттә, ҡатмарлы. Көндәлек хәстәрлектәр, көнкүреш мәсьәләләре, балаларҙы ҡайғыртыу менән мәшғүл ир менән ҡатындың йыш ҡына һөйөү һәм наҙға ваҡыты ҡалмай, иркә һүҙҙәр урынына дәғүәләр ҡабатлана башлай.
Туҡтағыҙ, көҙгөгә күҙ һалығыҙ. Ирегеҙ ҡасандыр ғашиҡ ҡупшы һылыу урынына халатҡа төрөнгән, ҡаштары емерек ҡатын тормаймы? Төҫ-ҡиәфәтте тәрбиәләүҙән туҡтау тиҙ арала күңелдәрҙе һыуындыра. Тирә-яҡта юрғалап йөрөгән яғымлы гүзәлдәр күп булғанда, был икеләтә ҙур хата.
Йылмайып торған матур ҡыҙҙың ҡырыҫ хужабикәгә әйләнеүен күреп, ирегеҙҙең, бәлки, эстән генә йәне көйөп йөрөйҙөр ҙә юҡ-барға бәйләнеп, төртөлөп, шуны сығаралыр. Был турала туп-тура әйтә алмай ҙа инде.
Тик тышҡы ҡиәфәт кенә түгел, тотошоңдо ла иғтибарҙан ысҡындырырға ярамай. Сөнки ҡайһы бер ханымдар үҙҙәре ирҙәрен сығырынан сығара. Мәҫәлән, ниндәйҙер эште башҡара алыуына шикләнеп, ирлек сәменә тейәһегеҙ икән, ул, яуап итеп, һеҙҙе кәмһетеүгә күсә. Шул рәүешле үҙен яҡлай.
Сәбәп ошо ғына икән, бөтәһен дә төҙәтеп була. Элек нисек наҙлы, яғымлы булғанығыҙҙы иҫкә төшөрөп, шул саҡҡа ҡайтығыҙ.
Тәүге, шунан артабанғы һалҡын ҡарашты күрмәмешкә һалышһағыҙ, араларҙы йылытыу, ай-һай, ауырға төшөр.

Ул башҡаға ғашиҡ булмағанмы?
Ирегеҙ икенсе ҡатын-ҡыҙға ғашиҡ икән, хәлдәр ҡатмарлана. Был осраҡта уның ыҙғыш сығарырға ынтылыуы бер маҡсатты күҙҙә тотоуы мөмкин – һеҙҙе айырылышыу хаҡында һүҙ башларға этәреү. Үҙе был аҙымға барыуы икеле, сөнки ғаиләнең тарҡалыуында ғәйепле ул буласаҡ бит. Тауҙай ғәйеп тойғоһон йөкмәп йөрөү еңел түгел. Ә айы­рылышыу хаҡындағы ғаризаны һеҙ яҙһағыҙ, ул үҙен аҡлай аласаҡ.

«Егетлеген» шулай күрһәтәлер
Үҙбаһаһы түбән ирҙәр йыш ҡына ҡатынын кәм ҡуйып, хәтәр егет икәндәрен раҫларға тырыша. Өҫтөнлөгөн көсһөҙөрәк зат – ҡатынына күрһәтеп, шәплегенә инана. Шуның өсөн дә ул һәр ваҡыт һеҙҙең күңелегеҙҙе ҡыя.
Яратҡан кешеһен юғалтыуҙан ҡурҡып, шулай тотоусылар ҙа бар. Үҙ-үҙҙәренә ышанмаған ирҙәр ҡатындарының матурлығына, аҡылына ышанысты ҡаҡшатырға ынтыла, «минән башҡа берәүгә лә кәрәкмәйһең» тигән уйҙы таға.

Ир кәмһетеп теңкәгеҙҙе ҡоротҡанда нисек булырға?
Иң мөһиме – үрҙә билдәләгәнсә, сиктәрҙе ҡуя белеү. Әсе һүҙҙәренә ваҡытында бәҫле яуап ҡайтарыуығыҙ шул турала һөйләй: туҡта, сикте үтмә! Үҙ дәрәжәгеҙҙе, фекерегеҙҙе, киңлегегеҙҙе ҡыйыу яҡлаһағыҙ, ул быны танырға мәжбүр буласаҡ.
Әгәр һеҙҙе түбәнһетеүсе менән оҙаҡ ваҡыт йәшәйһегеҙ икән, тиҙерәк ауҙан сығырға ынтылығыҙ, ҡорбан роленән баш тартығыҙ. Шуныһы насар: кеше бөтә нәмәгә өйрәнә, хатта иҙелеп йәшәүгә.
Үҙеңде ҡәҙерләргә, яратырға өйрәнеү – ныҡышмалылыҡ талап иткән ҙур эске хеҙмәт. Ул маҡсатҡа өлгәшһәгеҙ, тормошоғоҙҙа ошо халәтте юҡ итергә тырышыусыға урын булмаясаҡ. Матурлығығыҙҙы, үҙегеҙгә ышанысты ҡайтарығыҙ, тәүәккәл булығыҙ. Берүк ҡара көйөп йөрөмәгеҙ. Ирегеҙҙең кәйефе яҡшы сағында элекке бәхетле мәлдәрегеҙҙе иҫкә төшөрөп, икәүләшеп шул урындар буйлап үтегеҙ. Һәм тайпылмаҫ ҡағиҙәне күҙәтегеҙ: бер ҡасан да мыҫҡыллауға күсмәгеҙ. Ул ябырылғанда, һалҡын саҡта ниҙәр кисереүегеҙҙе һөйләгәндә лә тыныслыҡты, бәҫте һаҡлағыҙ.
Бөтә был кәңәштәр тик шул осраҡта файҙалы: ирегеҙҙең дә ғаиләне һаҡлап ҡалыу теләге булырға тейеш. Ләкин тормош юлдашығыҙ тәбиғәте менән ҡаты бәғерле, һеҙҙе ҡыйырһытыуҙан ҡәнәғәтлек алыусы бәндә икән, тырышлыҡтарығыҙ бушҡа ғына. Ғүмер юлы буйлап артабан да уның менән бергә атларғамы, әллә унан башҡамы? – был һорауға яуапты һеҙҙән башҡа берәү ҙә бирә алмай.

Резеда Нагаева,
табип-психотерапевт.

Автор:
Читайте нас: