+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк дәрестәре
12 Декабрь 2021, 13:35

Йәсминле һөйөү

Төп геройҙары танылған шәхестәр булыуға ҡарамаҫтан, был тарихты әҙәби әҫәр кимәленә еткереп яҙырға әҙиптәребеҙҙең ҡыйыулығы етмәйерәк тора. Тарихтың ваҡ-төйәк күренгән, күптәргә билдәле өлөштәре был әҫәрҙе бары биҙәр, ә юғары мәҙәниәтле ир-ҡатын мөнәсәбәте, дуҫлыҡ бәйләнеше һоҡланғыс үрнәк булыр ине, моғайын. Хәйер, ололар әйтмешләй, мәле етмәйерәк торалыр. Ошо мәлде әҙгә генә яҡынайтып, ғәжәп тарихҡа күҙ һалайыҡ.

Йәсминле һөйөү
Йәсминле һөйөү

1923 йылда, Шәһит Әхмәт улы Хоҙайбирҙинды эске эштәр халыҡ комиссары (эске эштәр министры) итеп тәғәйенләгәс, уның ғаиләһенә Өфө ҡалаһының Спасс урамында (бөгөн Яңы күпер урамы) 1860 йылдарҙа Слотов фамилиялы хәрби генерал өсөн төҙөлгән йортта бер бүлмә бирәләр. Йәш ғаиләнең ҡыуанысы сикһеҙ: бейек ҡапҡалы мөһабәт бина, хуш еҫкә күмелгән алма баҡсаһы... Уларға тәғәйен бүлмәнең бәләкәйлеге лә һиҙелмәгәндер – бер-береһенә ҡарап туймаҫ һөйкөмлө осорҙары. Ә ҡулда – һөйөүҙәренең емеше – Тамаралары...
Эш менән ғаилә араһында ҡырҡҡа ярылып йөрөгән Шәһит тыныс, һалҡын ҡанлы булып ҡала алыуы менән һоҡландыра ҡатыны Маһруйҙы. Иртә таңда тороп, ҡапҡа алдын ҡарҙан таҙартҡанда, моғайын, икһеҙ-сикһеҙ уйҙарын рәткә һалғандыр. Тамара ҡыҙын иркәләгәндә халҡының бәхетле киләсәген нәҙер итеп теләгәндер. Сөнки заманаһы шундай ине: әҙ генә яңылыштыңмы, мәңге ҡайтара алмаҫ юғалтыуҙарға дусар итергә торалар... Ә Хоҙайбирҙин яуаплылығы менән күптәргә өлгө. Ана шуның менән бөгөнгәсә уның исеме тере.
Шәһит менән Маһруй мөхәббәте тарихын тәүләп Күмертау ҡалаһында йәшәгән Наилә Рәүеф ҡыҙы Исмәғилеванан (Шәһит Хоҙайбирҙиндың бер туған һеңлеһе Ғәлимәнең ҡыҙы) ишеттем. Хоҙайбирҙиндар ике йыл ғына бергә йәшәй, ә тарихтары – мәңгелек. Туғанлыҡ ептәренең ныҡлығына хайран ҡалырлыҡ – Маһруй Шәрип ҡыҙы иҫән сағында һөйләгән ысынбарлыҡты яҡындары бөгөн әкиәттәй итеп ейәндәренә бәйән итә.
Ул тарих ошолай башлана: тәртипле, тәрбиәле, аҡыллы Маһруйҙың үҙе тыуып үҫкән Стәрлетамаҡ ҡалаһында мосолман ҡыҙҙары лицейында уҡып йөрөгән сағы. «Шул йылдарҙа тәүләп күрә ҡыҙ Шәһитте. Ул көн егет «Мираж» кинотеатры янындағы майҙанда йыйылған халыҡ алдында сығыш яһай. Яралы һул ҡулын муйынына аҫҡан, уң ҡулын болғай-болғай ни тураһындалыр һөйләгән һалдаттың йыраҡтан «революция», «азатлыҡ», «батша» тигән һүҙҙәре генә ишетелә. Дәрестән ҡайтып килгән Маһруй бер төркөм әхирәттәре менән эскәрәк үтә. Күҙҙәр осраша, шинелле һалдат һөйләүенән туҡтап ҡала, һүҙ сылбырын юғалта. Ары-бире иткәнсе, Шәһит алдындағы ҡыҙ юҡ була. 1921 йылда ғына ҡунаҡта саҡта осрашып таныша улар, бер йылдан туй яһайҙар», – тип яҙғайны уларҙың осрашып-танышыу тарихын Шәһит Хоҙайбирҙин биографияһын ентекле өйрәнгән журналист Ризван Хажиев.
Маһруй Шәһитте тәү күреү менән ғашиҡ була. Ләкин ул заманда ҡыҙҙар әҙәпле, тыйнаҡ. Һылыу хистәре ҡайнарлығын күрһәтеп бармаһа ла, йәштәр аралаша башлай. Шәһит Әхмәт улының Кронштадт күтәрелешендә ҡатнашып, тән йәрәхәте һыҙланыуҙарынан арынып бөтмәгән, йонсоп йөрөгән мәле, сатанлабыраҡ атлай. Әммә матурлыҡ бәйгеләрендә һыр бирмәҫ Маһруй (туғандары хәтерләүенсә, Маһруй Шәрип ҡыҙы бер нисә йыл рәттән матурлыҡ өсөн аҡсалата премияға эйә булған!) егеттең ҡаҡшаулығына иғтибар итмәй, йөрәк ятыу, тигәне шулдыр. Мөхәббәттәре көйөндә бәүелергә уларға бер ни ҡамасауламай. Аҡыллы, ышаныслы Шәһит эштән бушамай, ҡыҙҙар артынан йөрөргә ваҡыты юҡ кимәлдә. Маһруй тәүҙән үк уны аңлай. Елбәҙәклек, әрһеҙлек сифаттары уға ят. Шәһиттең әҙләп кенә күренеп китеүҙәренә риза була. Ә тегеһе осрашыуға, ғәҙәттә, егелгән ат, уны йөрөтөүсеһе менән килә. Шулай бер көн, уйламағанда, һөйгәне янына Шәһит яңғыҙы килеп етә. Маһруйын арбаға ултырта ла атты атҡан уҡ тиҙлегендә саптырта башлай. Ҡыҙҙың ҡото осоп: «Туҡтат!» – тип бар тауышына ҡысҡырыуына Шәһит әйләнеп ҡарай ҙа: «Миңә кейәүгә сығаһыңмы?» – тип һорай.
– Сығам! Сығам! Сығам! – тип ҡысҡырған яуапты ишеткәс кенә Шәһит атын яйлата...
– Тәү күрешкәндә үк, кейәүгә сыҡ миңә, тиһә лә ризалашыр инем, тип хәтеренә төшөрөп ала торғайны инәйем, – ти Наилә Рәүеф ҡыҙы. – Туғыҙ тиҫтәһен тултырған Маһруй инәйем Шәһите менән йәшәгән йылдарын, күпме ғүмер үтһә лә, бөгөнгөләй йәнле итеп һөйләй ине...
Матурлыҡҡа ғашиҡ Шәһит Әхмәт улы йәсмин гөлөн яратҡан булған. (Был һөйөүҙең дә үҙ тарихы барҙыр, уның тураһында яҙыуҙың да мәле етер.) Һөйөүҙәре билдәһе итеп, Маһруй өйҙәренә йөҙйәшәр йәсмин алып ҡайтып ултырта. Гөлдөң сәскәләренә, хуш еҫенә бары бер йыл ғына һоҡланып ҡала Шәһите. Йәсмингә бағып, халыҡ йырҙарын көйләй ине, тип хәтерләй Маһруй Шәрип ҡыҙы. Үкенескә ҡаршы, егерме һигеҙ генә йәшендә, яҡындарын ҡара ҡайғыға һалып, 1924 йылдың 21 декабрендә, ауыр операциянан һуң мәрхүм була Шәһит. (Был ваҡиғала ла аңлайышһыҙ ваҡлыҡтар күп әле. Ләкин ул бөтөнләй икенсе тарих!)
Ире үлгәс, яусылап килһәләр ҙә, Маһруй бүтән кейәүгә сыҡмай. Ҡалған бөтә ғүмерен Шәһиттең яҡты иҫтәлеген һаҡлауға арнай. Бар ҡайғыһын Тамараһы менән баҫа, һөйөүен уға бирә. Үҙе белгәндең барыһына ла төшөндөрә. Зарланмай, баштарына төшкән ауырлыҡтарҙы лайыҡлы еңеп сығырға, бирешмәҫкә өйрәтә. Әсә кешенең ҡыҙында тәрбиәләй алған иң ҙур сифаты – тоғролоҡ. Донъялағы иң аҫыл сифаттарҙың береһе бит ул! Үҙеңә, халҡыңа, туғандарыңа, дуҫтарыңа, яҡындарыңа тоғро ҡалыу – бер ни менән дә үлсәнмәй. Шағирә Фәүзиә Рәхимғолова, Хоҙайбирҙиндар тоғролоғона хайран ҡалып, шиғыр ҙа яҙғайны:
Маhруй апай менән ҡыҙы баҫты
Шәhит ағай рәсеме алдына.
Йөрәктәре генә hөйләй булыр,
Ике илаhи hын, ике сабыр,
Уға бағып тынып ҡалдылар...
Ҡарап торҙом изге йәндәргә мин:
Әҙәп, hөйөү, hағыш, ҡыйыулыҡ!
Гүзәллек hәм сафлыҡ, тоғролоҡто
Иман итеп hәйкәл ҡойорлоҡ!
Ҡыйыу, ялҡынлы йөрәкле атаһының ҡыҙы итеп үҫтерә Тамараны Маһруй. Ҡара тырыш Тамара башҡорт балеты сәнғәтендә эҙен ҡалдырған балерина. «Мөғлифә»һе менән бүтәндәрҙе башҡорт халҡына ғашиҡ иттерә алған бейеүсе аҡылы, күркәм холҡо менән бөгөн дә һағындырып иҫләр остаз ул Тамара Шәһит ҡыҙы Хоҙайбирҙина.
Әсәһе мәңгелек донъяға күскәс, Тамара Шәһит ҡыҙы атаһы менән әсәһенең һөйөү гөлөн – йәсминде һулытмай. Уға һыуҙар ҡойған һайын, ҡәҙерлеләре менән һөйләшкәндәй тойола. «Маһруй апай был донъянан киткәс, Тамара етемһерәп ҡалды. Хәлен белергә килһәк, йүгереп йөрөп өҫтәл әҙерләй, әсәһе кеүек бешеренә, әммә моңһоулығын баҫа алмай...» – тип хәтерләй Тамара Шәһит ҡыҙының туғандарының береһе.
Әсәйһеҙ ете йыл ғына йәшәй ул. 1998 йылдың апрель айында мәшһүр балерина баҡыйлыҡҡа күсә. Уның менән бергә йәсмин дә шиңә... Юҡ, бөтөнләйгә түгел, ундай һөйөү гөлө төбө-тамыры менән ҡоромай.
– Йәсминдең дауамы миндә, – тигән шылтыратыуҙан башланғайны Наилә апай менән беҙҙең танышыу. Маһруй Шәрип ҡыҙы бынан илле йыл элек йәсминдең бер ботағын тамырландырып, яҡын күргән бикәсе Наилә Рәүеф ҡыҙына биргән икән. Бөгөн ошо һөйөү гөлөнөң үҫентеләре тамыр йәйеп, Күмертауҙа Наилә апайҙың йортон хуш еҫкә төрөүен дауам итә.
– Ул гөлгә ҡараған һайын Маһруй, Шәһит, Тамара менән беҙҙе бәйләп торған туғанлыҡ ептәренең ныҡ икәнлеген һиҙәм, – ти Наилә апай. – Әлеге мәлдә һеҙҙең йорт-музей өсөн дә Маһруй-Шәһит йәсминенең бер ботағы тамырлана, – тип вәғәҙә итте.
Өфөләге Шәһит Хоҙайбирҙин йорт-музейына килеп инеү менән, күңелде йылылыҡ сорнай. Унда ҡайһы бер музейҙарҙа була торған шом юҡ. Сөнки тап ошонда Шәһит менән Маһруйҙың сәскәле мөхәббәте ырыҫы һаҡлана.

Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА,
Ш. Хоҙайбирҙин йорт-музейының ғилми хеҙмәткәре.

Автор:
Читайте нас: