-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк дәрестәре
30 Ноябрь 2021, 09:24

Үҙебеҙ ҡалдырған яралар

Үҙебеҙ ҡалдырған яралар. Бик насар холоҡло егет йәшәгән. Бер көн атаһы уға бер тоҡ ҡаҙаҡ килтереп тотторған да: - Түҙемлегең бөткән һәм берәйһе менән  асыуланышҡан һайын, бер ҡаҙаҡты  алып, баҡса ҡоймаһына ҡаҡ, - тигән. Беренсе көн егет 37 ҡаҙаҡ ҡаға. Алдағы көндәрҙә ул ҡағылған ҡаҙаҡтарға ҡарап, үҙ ҡылыҡтарын бер аҙ контролдә тоторға өйрәнә башлай. Ул үҙеңде ҡулда тотоуҙың яҡшыраҡ булыуын аңлай. Ниһайәт, егет баҡса ҡоймаһына  бер ҡаҙаҡ та ҡаҡмаған көн етә.  Шул саҡ ул атаһы эргәһенә барып, был хаҡта уға әйтә. Ә атаһы:  - Сабыр булып, сетерекле мәсьәләнән тыныс ҡына сыҡҡан һайын, бер ҡаҙаҡты кире һурып ал, - ти.

Үҙебеҙ ҡалдырған яралар
Үҙебеҙ ҡалдырған яралар

Бөр көндө егет ҡоймалағы бөтә ҡаҙаҡтарҙың да һурылып бөтөүе хаҡында әйтә. Атаһы улын баҡса ҡоәмаһы эргәһенә алып сыға ла:

- Улым, һин үҙеңде бик яҡшы тоттоң, әммә ҡоймаларҙа күпме тишек ҡалды? Улар бер ваҡытта ла элекке хәленә ҡайтмай.  Әгәр ҙә һин берәйһе менән әрләшеп, ниндәйҙер насар ҡылығың менән уны рәнйеткәнһең икән, ошо ҡойма таҡталарындағы һымаҡ, уның күңеленә лә яра һалаһың. Һин унан күпме генә ғәфү итеүен һораһаң да, яралар уңалмай. Һүҙ менән килтергән яра, ҡул менән  һуҡҡан һымаҡ уҡ, үтә лә ауыр була.  (Рәмилә Тайсынова әҙерләне)

 

Автор:
Читайте нас: