Урал аръяғының биш-алты районы ауылдарында башланғыс синыфты тамамлап, артабан белем алыу маҡсатында Баймаҡ интернат-мәктәбенә бишенсе класҡа уҡырға килгәнбеҙ. Кемебеҙгәлер, ауылында мәктәп булмау сәбәпле, тыуған өй йылыһынан, ата-әсәһенең тәмле ашынан, иркә-наҙынан айырылырға тура килһә, яҡшы тормош шарттарына, йылы мөнәсәбәткә, иғтибарға өмөт бағлаған йә атайһыҙ, йә әсәйһеҙ ҡалған ярым йәтимдәр ҙә бар ине арабыҙҙа. Ҡырҡ ата балаһында – ҡырҡ холоҡ-фиғел. Һан буйынса, ысынлап та, ҡырҡҡа саҡ ҡына етмәй инек шул – 36 ҡыҙ һәм малай. Йылдар үткәс, һабаҡташтарым менән шул мәлдәрҙе иҫләп алабыҙ ҙа, тәрбиәсебеҙ Римма апайҙың ниндәй оло йөрәкле, мәрхәмәтле, кешелекле педагог булғанына инанабыҙ.
Римма Харрас ҡыҙы Бикбирҙина 1940 йылда Баймаҡ районының Темәс ауылында ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килә. Атаһы Харрас Ноғоман улы Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та, һөйөклө ҡатынын, йәндәй күргән Руфа һәм Римма исемле ике бәләкәй ҡыҙын ҡалдырып, фронтҡа китә. 1942 йылдың май айында уның һәләк булыуы тураһында ғаиләһенә ҡара ҡағыҙ килә. Әсәләре Хәбибә инәй, ҡайғыһы ни тиклем генә ауыр булһа ла, тормош һынауҙарына бирешмәй, күңелен эш менән баҫа – Темәс педагогия училищеһында директорҙың хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләй. Ҡыҙҙарына матур тәрбиә бирергә, уҡытырға, белемле итергә бар көсөн һала. Ҡыҙҙар икеһе лә уҡытыусы һөнәрен һайлай. Руфа Темәс педагогия училищеһын, һуңынан Башҡорт дәүләт университетының география факультетын тамамлай. Римма ла тыуған ауылындағы уҡыу йортонда белем ала, хеҙмәт юлын Темәс интернат-мәктәбендә башлай. 1960 йылда, интернат-мәктәп Баймаҡҡа күсерелгәс, уҡыусыларына белем биреүҙе яңы урында дауам итә.
Римма Харрас ҡыҙы тәүҙә башланғыс кластарҙа уҡыта, һуңғараҡ тәрбиәсе булып китә. Үҙ эшен яратып, еренә еткереп башҡарған киң күңелле, юғары мәҙәниәтле педагогты балалар ихлас ярата, хөрмәт итә. Ваҡытлыса бәләкәстәрҙең әсәйҙәрен алмаштыра бит ул: уларҙың һаулығы, дөрөҫ туҡланыуы, кейемдәренең таҙалығы һәм ыҫпайлығы, тышҡы ҡиәфәттәре, көндәлек режимды үтәү-үтәмәүҙәре, ятаҡ бүлмәләрендәге, уҡыу кабинеттарындағы таҙалыҡ һәм тәртип – уның иңендә йөҙәрләгән, ә, бәлки, меңләгән мәшәҡәт. Бынан тыш, балаларҙың тәртибен, уҡыуҙа өлгәшеүен, буш ваҡыттарын ни тиклем файҙалы итеп үткәреүен һис кенә лә күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Кемделер кер йыуырға өйрәтергә, ҡайһы бер ҡыҙҙарҙың сәстәрен тарап үрергә тура килә. Һәләтлеләрен ваҡытында түңәрәктәргә йәлеп итергә, музыка йәки художество мәктәбенә урынлаштырырға кәрәк. Тағы ла китап уҡырға, стена гәзите сығарырға, гөлдәр үҫтерергә, дуҫлашырға, йырҙарға һәм бейеүҙәргә өйрәтә ул үҙ ғаиләһенән ситтә тәрбиәләнгән малай һәм ҡыҙҙарҙы. Барыһына ла өлгөрә тырыш, эшһөйәр тәрбиәсе, сөнки уның менән иңгә-иң терәп иң яҡын кешеләре лә ошо уҡ уҡыу йортонда ең һыҙғанып хеҙмәт итә: тормош иптәше Айҙар Йыһанша улы Хөсәйенов – мәктәп директорының тәрбиә эше буйынса урынбаҫары, апаһы Руфа, географиянан дәрес биреү менән бер рәттән, уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһын башҡара, еҙнәһе Сәлих Фәйзулла улы Карабандин малайҙарға хеҙмәт һабаҡтарын өйрәтә. Ваҡыт менән иҫәпләшмәй, илһамланып ал-ял белмәй эшләгән йәштәрҙе өйҙә лә ҡеүәтләп, дәртләндереп торған кеше бар. Хәбибә инәй, ейәндәренә күҙ-ҡолаҡ булып, бешеренеп-төшөрөнөп, килгән-киткәнгә йылы сәйен эсереп кенә ҡалмай, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә аҡыллы кәңәшсе лә, ышаныслы терәк тә була.
1975 йылда Баймаҡ районының партия комитеты ҡарары менән Айҙар Йыһанша улы Төркмән урта мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнә. Алдынғы ҡарашлы, белемле, уҡытыу-тәрбиә эшендә инде ярайһы уҡ тәжрибә туплаған педагог Римма Харрас ҡыҙы ҡабаттан башланғыс класс уҡытыусыһы булып китә. Яңынан-яңы отошло уҡытыу алымдары ҡулланып, тағы ла дәртләнеберәк, сәмләнеберәк эшләй ул. Уҡыусыларына төплө белем биреү менән бергә, уларҙа кешелек сифаттарының мәңгелек ҡиммәттәрен тәрбиәләргә тырыша. Үҙе лә был йәһәттән күптәргә өлгө булырҙай шәхес бит – кешелекле, кеселекле, ихлас күңелле, ярҙамсыл. Хеҙмәте лә дәүләтебеҙ тарафынан юғары баһалана, ул БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы исемдәрен йөрөтә.
Татыу ғаиләлә аҡыллы, эшһөйәр өс бала үҫә. Ауыл ерендә йәшәгәс, малын да, ҡош-ҡортон да көтәләр, баҡса ла тоталар. Мәктәп коллективында ла, Төркмән ауылы халҡы араһында ла Айҙар Йыһанша улының да, Римма Харрас ҡыҙының да абруйы юғары булды, хөрмәт һәм ихтирамға күмелеп йәшәнеләр.
Кеше ғүмере бер мәл генә бит ул, үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала. Эшләгән эштәреңде, ҡылған изгелектәреңде башҡалар рәхмәт тойғоһо менән иҫкә алһа, ғүмерем бушҡа уҙмаған икән, тиергә булалыр. Римма Харрас ҡыҙы күптән инде хаҡлы ялда. Шулай ҙа, ҡәҙерле тәрбиәсебеҙгә бала сағыбыҙҙың бәхетле мәлдәре өсөн рәхмәтебеҙҙе әйтергә әле лә һуң түгелдер, тибеҙ. Уның менән бергә Руфа Харрас ҡыҙы Бикбирҙинаға ла йылы һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Инде баҡыйлыҡҡа күскән Айҙар Йыһанша улы Хөсәйенов менән Сәлих Фәйзулла улы Карабандинды ҙур хөрмәт, тәрән ихтирам менән иҫкә алабыҙ. Исемдәре күңелдәребеҙҙә ҙур хәрефтәр менән яҙылған уҡытыусыларыбыҙ бит улар!
Мәймүнә Ишкилдина,
Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.