Ысынлап та, өмөт тә, бәхет тә һәр кемдең үҙ кимәленә тап килә һәм бары тик уны үҙе кисергән кеше генә аңлауы мөмкин. Шуға ла бәғзеләрҙе күктең етенсе ҡатына мендергән тойғоларҙы татыу өсөн тап уларҙың урынында булып, уларҙың “тиреһенә” инеп ҡарарға кәрәк. Кире осраҡта инде кемдеңдер бәхете, өмөтө беҙгә буш ҡыуыҡ ҡына булып күренәсәк. Икенсе яҡтан ҡарағанда, өмөт һәм бәхет сығанағына бәйлелек тыуҙырмау зарур. Әммә бының өсөн фекерләү кимәлең дә, характерың да, ихтыяр көсөң дә булыуы шарт. Быныһы инде иң ауыры, сөнки “бәхет сығанағы”на юл ябылыу менән кеше үҙен ҡабаттан “ҡорбан” итеп тоя башлай, ғәйепте үҙенән түгел, башҡаларҙан эҙләй, бөтөн донъяны ҡәһәрләй һәм ошо ҡулса эсендә әйләнә лә әйләнә...
Бөгөн тормошобоҙҙа ныҡлы урын алған Интернет та ниндәйҙер кимәлдә шундай “бәхет сығанағы” булып тора. Хәҙер заманса технологияларҙың серҙәрен аҙ-маҙ белгән, үҙенә кәрәкле төймәләргә баҫырға аңы еткәндәр заман менән бергә атлаусы тип баһалана. Хатта балалар баҡсаһында ла сабыйҙар бер-береһенән: “Бәйләнештә” барһыңмы?” – тип һорайҙар, имеш. Бының ысынбарлыҡҡа тап килеү-килмәүе, әлбиттә, бәхәсле, әммә уны инҡар итеү ҙә мөмкин түгел. Ләкин шуныһы раҫ: балалар Интернет киңлектәренә уйындар уйнарға, йәш-елкенсәк социаль селтәрҙәрҙә аралашырға, ололар ҡасандыр юлдары аймылышҡан йәшлек дуҫтарын, яңғыҙаҡтар үҙ парҙарын табырға һ.б. өмөтләнеп башкөлләй сума. Һәм йәшәйешебеҙҙең барлыҡ өлкәләренә үтеп ингән заманса технологияларҙы файҙаланыуҙы сикләп йәки бөтөнләй тыйып ҡарағыҙ әле – тотош донъяла ғауға ҡубасаҡ. Сөнки беҙҙә ошо “бәхет сығанаҡ”тарына бәйлелек тыуған да инде. Кеше, ғөмүмән, үҙенең ирекһеҙҙән ҡолға әүерелеүен дә аңламай: алама ғәҙәттәр ҡоллоғо, аҡса, матди байлыҡ ҡоллоғо, кемдәндер өҫтөнөрәк булырға тырышыу, төрлө социаль селтәрҙәр ҡоллоғо (ни хәл итәһең, ҡоллоҡ та, бәлки, кем өсөндөр бәхеттер...) Бәндә, бахыр, бары тик ошо бәйлелек аша ғына үҙен бәхетле тоя башлай, ә иң мөһиме – ошо донъяға тыуыуының, тәбиғәт менән, үҙ-үҙең менән камиллыҡта йәшәргә тейешлегенең үҙе үк оло бәхет булыуын, барлыҡ матди, хатта ҡайһы бер рухи, әхлаҡи бәйлелектең Аллаһы Тәғәлә тарафынан һынау өсөн генә ебәрелгәнен онота...
Виртуаль донъя ҡасандыр тәбиғи, ғәҙәти булған күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүҙәр, аңлашыуҙарҙы, иң мөһиме – хис-тойғоларҙы, кешенән-кешегә бирелгән энергетиканы сикләне. Сөнки виртуаль “ау”ҙың теге яғында ултырыусының яҙған һүҙҙәренә ниндәй хис-тойғо һалынғанын ғына түгел, хатта уның ниндәйерәк кеше булыуын да асыҡлауы еңел түгел. Әммә ваҡиғалар нисек ағып, ниндәй генә боролош алмаһын, “һунар”ға сыҡҡан һәр кем Интернеттағы төрлө сайттарға бәхетен һынап ҡарауға өмөтләнеп инә. Әйтеп үтелгәнсә, бәхет төшөнсәһенә һәр кем үҙенсә йөкмәтке һала. Шул сәбәпле, күптәр тап ошо “ау”ға эләккәндә үҙенсә бәхет тойғоһон кисерә. Сөнки Интернет селтәрендә аралашыусылар һәм “ау”ға эләгеүселәр араһында төрлө љатлам, төрлө һөнәр кешеләре бар һәм уларҙы һис кенә лә “ҡыйыҡтары киткән” тип әйтеп булмай. Бары тик йәмғиәтебеҙ махсус рәүештә шундай рельстарға һалынған икән (ул тиҙ ағышлы булырға, кеше ваҡыт менән идара итергә түгел, киреһенсә, уның шәхси үҫеше өсөн дә, шәхси тормошо өсөн дә, ғаиләһе өсөн дә ваҡыты ҡалмаҫҡа тейеш), күптәр тап ваҡытын самалап файҙаланыу өсөн Интернет селтәрен љулланырѓа тырыша ла инде. Мәҫәлән, яңғыҙ ҡатын-ҡыҙ йә ир-ат, көндәлек тормошта үҙ парын эҙләргә һәм табырға ваҡыты етмәгәнлектән, бәхетен виртуаль киңлектәрҙә һынап ҡарарға йөрьәт итә, үҙенсә өмөтләнә. Ә виртуаль донъяның был йәһәттән үҙ өҫтөнлөгө бар – унда һинең кем менән аралашҡаныңды берәү ҙә күрмәй ҙә, белмәй ҙә (ғәйбәт һөйләргә яратыусылар ғына “ем”һеҙ ҡалып, бәхет тойғоһон татымай ҡала). Һөйләшеү оҡшамай икән – аралашыуҙы өҙөргә лә мөмкин. Ҡайһы берҙә виртуаль танышыу – аралашыуҙар ысынбарлыҡҡа күсеп, уның ысынлап та бәхетле осраҡҡа әүерелеүе ихтимал.
Мөғжизәгә ышаныусылар, ысынлап та, үҙҙәренә-үҙҙәре мөғжизә тыуҙыра. Мәҫәлән, “Юлдаш” радиоһы аша барған “Йөҙөк һалам” тапшырыуы йәки танышыу рубрикалары аша яңғыраған телефон номерҙарына шаярып ҡына SMS-тар яҙып, шаярыуҙың аҙағы туй менән тамамланған тарихтар ҙа юҡ түгел.
Шулай уҡ белемдәре лә, талаптары ла юғары гүзәл заттың һәм ир-егеттәрҙең: “Эй, унда йүнле кеше телефон номерын ҡалдырамы инде, водитель дә төҙөүсе, ашнаҡсы ла тәрбиәсе”, – тигән ризаһыҙлығын да ишетергә тура килгеләй. Әммә бәхет бит һинең йәшеңә, енесеңә, һөнәреңә, кеҫәңдең ҡалынлығына ҡарамай. Йәки юғары белеме, юғары дәрәжәһе булмаған, кеҫәһе таҡыр кеше бәхетле булырға тейеш түгел, тигән ҡанун ҡайҙа яҙылған?.. Бәлки, тап ошо ҡапма-ҡаршылыҡ бәхет үренә алып барыусы тәүге баҫҡыстыр?
Ысынбарлыҡтағы тормошта ла бит бер көн күрешеп, икенсе көн өйләнешеп, өсөнсө көнгә айырылышыусылар юҡ түгел. Ундайҙарҙы ла ғәйепләп булмай – уларҙың бәхет төшөнсәһе, тимәк, ошо кимәлгә тап килә. Ҡайһы берҙә оло ағай-апайҙарҙың: “Өйләнешеп бер ҡыуанғайным, айырылышып бер ҡыуандым”, – тиеүе лә юҡтан ғына килеп сыҡмаған бит. Ә кемдер һөйгәне менән ҡыуышта ла үҙен ожмахтағы кеүек тоя. Тик ҡыуыштың ғына аныҡ адресы юҡ, бәлки, ул ысынлап та, Интернет селтәрендәге “ау”ҙыр? Әммә виртуаль донъяла етди мөнәсәбәттәрҙе енси мөнәсәбәттә генә күреүселәр ҙә юҡ түгел. Һорау бар икән, тимәк, тәҡдим дә бар – йәшәйеш ҡануны шундай. Бәлки, ниндәйҙер ҡатлам кешеләре өсөн бәхет тап ошо енси мөнәсәбәткә бәйлелер. Ә бәғзеләргә, бәлки, үҙенең кемгәлер кәрәклеген раҫлау ысулы ғыналыр был. Үҙ адресына матур, йылы, һоҡланыулы һүҙҙәр ишетеү, фотоларына лайктар алыу ҙа кемделер ҡанатландырып, илһамландырып ебәрәлер. Хатта ысынбарлыҡта виртуаль донъялағы кешеләрҙең күпселеге менән таныш та түгелһең һәм бер ваҡытта ла осрашмаясаҡһың да икән, барыбер күңелдә ниндәйҙер ҡыуаныс тойғоһо уяна. Ҡояш аҫтында һәр кеше үҙенә урын алыу өсөн көрәшкән мәрхәмәтһеҙ заманда бер йылы һүҙ ишетеүе үҙе бәхет түгелме ни?
Ғөмүмән, бөгөн теләйбеҙме, юҡмы, заманса технологиялар, интернетһыҙ, виртуаль аралашыуһыҙ тормошобоҙҙо күҙ алдына килтереүе лә мөмкин түгел. Оло быуын, әлбиттә, бындай алға китеште быуаттар буйы формалашҡан рухи, матди, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе емереүсе көскә тиңләһә, ысынбарлыҡта иһә ҡасандыр көндәргә, сәғәттәргә һуҙылған йәшәйеш барышын хәҙер минут эсендә хәл итергә, бер юлы бер нисә ҡитға менән аралашып, төрлө проекттар эшләргә, теләгең булғанда, эшҡыуарлыҡ өлкәһен киңәйтергә мөмкин. Һәм барлыҡ ошо эштәреңдең осона сығыу, уның һөҙөмтәһен күҙаллау ниндәй бәхет тойғоһон уятыуын шул халәттә булыусылар үҙҙәре генә аңлайҙыр, моғайын.
Әлбиттә, виртуаль донъяның да, ысынбарлыҡтағы кеүек, үҙ ҡануны, үҙ тәжрибәһе, үҙ ҡатмарлыҡтары. Кемдер алдай, кемдер алдана, кемдер ихлас күңелдән ғашиҡ була, кемдер ошо хистәрҙе аяҡ аҫтына һалып тапап үтә, кемдер күктең етенсе ҡатында йөҙә, кемдер үҙен бысраҡ һыу менән ҡойондорғандай тоя.
Ҡайһы берҙә Интернет аша танышып, бер-береһен инде етерлек белеүҙәренә инанған, араларында һөйөү уты ҡабынған кешеләрҙең дә һуңынан “бәхет объекты” булып күренгән “берҙән-бере”нән күңеле ҡайтыуын, ахыр сиктә “батыр (матур) тип уйлағаным бахыр (баҡыр) булып сыҡты” тигәнерәк баһалауҙарын ишетергә тура килә. Тик динебеҙ “үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел” тип тәҡрарлай икән, ни өсөн хаталаныуыбыҙҙың сәбәбен үҙебеҙҙән эҙләйбеҙ һуң? Тормоштоң сағылыш ҡануны буйынса ла, үҙебеҙ ниндәй, яныбыҙға шундай кешеләрҙе ылыҡтырыуыбыҙ билдәле бит.
Бында йәшәйешебеҙҙең тағы бер мөһим яғын иҫтән сығарырға ярамай: тормош – театр, беҙ бары тик актерҙар ғына. Тимәк, Аллаһы Тәғәлә тигән режиссер ниндәй роль биргән һәм ниндәй роль башҡарырға лайыҡлыбыҙ – шуны тормошҡа ашырабыҙ. Яҡшыраҡ, матурыраҡ, бөйөгөрәк роль алғанға тиклем. Уйлап ҡараһаң, ниндәй генә роль уйнаһаҡ та, был донъяла үҙ ролең булыуы – фани донъяға тыуыуың үҙе үк бәхет түгелме? Хатта ысынбарлыҡтағы кеүек, виртуаль донъяла ла овациялар, һоҡланыуҙар урынына битебеҙгә сәпәһәләр ҙә. Берәү ҙә бер кемде лә виртуаль “ау”ға көсләп индермәй, ниндәй генә хәл-ваҡиғаларға тарымаһын, күпмелер ваҡыттан һуң, унда бер тапҡыр “ултырып сыҡҡандар” бар донъяға булған асыу-үпкәләрен онотоп, ҡабат өмөт осҡонон маяҡ урынына күтәреп, тағы ла виртуаль донъя даръяһына үҙ теләге менән сума. Тағы ла бәхетен һынап ҡарай. Ни тиһәң дә кешене бәхетле минуттар кисереү өмөтө йәшәтә һәм ул ошо тойғо упҡынына ташланыу хаҡына бер үк тырмаға ҡабат баҫырға ла, алданырға ла, түбәнселеккә төшөргә лә риза... Сөнки һәр кем бәхет төшөнсәһен үҙ кимәленән сығып баһалай. Ғәмәлдә иһә бәхет тигән бөйөк тойғоноң дөйөм аныҡ рецебы ла, аныҡ йөкмәткеһе лә юҡ. Һәр кем үҙ бәхете менән үҙ мәлендә һәм үҙенсә бәхетле! Һәм кешенең ҡасан, нисек, ниндәй ысул менән бәхетле булырға теләү өмөтөн бер кем дә тыя ла, һүндерә лә алмай...