-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк дәрестәре
7 Август 2021, 10:10

Атайһыҙ үҫмәһен бала

Ир кешенең ай һайын эш хаҡы алып ҡайтыуы – һәр ғаилә өсөн күңелле хәл. Балаларын бағып өйҙә ултырған ҡатын шунда уҡ ғаилә бюджетын нисек тотонорға планлаштыра ла башлай. Аҙыҡ-түлек, балаларға кейем алыу, коммуналь хеҙмәттәр һымаҡ бихисап түләүҙәр ҙә йортҡа аҡса инеүен «көтөп» кенә тора бит. Тик бөгөнгө һүҙем эш хаҡы миҡдарына түгел, ә ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәткә ҡағылыр.

Атайһыҙ үҫмәһен бала
Атайһыҙ үҫмәһен бала

Әлбиттә, аҡсаның да ғаиләләге йылы мөхиткә тәьҫирен инҡар итеп булмай. Шулай ҙа, әгәр атай кеше, әйтәйек, «шайтан эсемлеге» менән мауыҡмай, буш ваҡытын йорт хужалығында эшләүгә сарыф итә, балалар тәрбиәләүгә бүлә икән, тапҡаны самалыраҡ булыуы һиҙелһә лә, араларҙың күркәмлегенә артыҡ зыян итмәүе мөмкин. Шундай «ыҡсым» тормошҡа өйрәнеп, үҙ-ара көңгөр-ҡаңғыр йәшәгәндәр арабыҙҙа бихисап бит. 

Ауылса әйткәндә, «ҡәҙимге» генә йәшәп ятҡан бер йәш танышымдың «ҡырын тейәп» өйөнә ҡайтҡылағаны хаҡында ишетәм. Йәйме-ҡышмы тип ҡарап тормай, «төшөрөп» ҡайтҡан ирҙе ҡатыны ишек төбөнән кире бороп сығарып ебәрә икән. Ул төнәр өсөн туғандарына, дуҫтарына китергә мәжбүр. Яҡындарының: «Нишләп иреңде бындай сатлама һыуыҡта тышҡа сығарып ебәргәнһең?» – тип килен кешегә дәғүә белдереүе тәбиғи. Сөнки, кемдер йырлауынса, «туған – туған булып ҡала, йән тартмаһа ла – ҡан тарта»... Шул уҡ ваҡытта килендәрҙең дә, урыҫтар әйтмешләй, «ауыҙына бармаҡ һалһаң, тешләп алырға әҙер торғандары» бар. Әлеге танышымдың ҡатыны тап ана шундайҙарҙан – үҙен ҡыйырһытыуға юл ҡуймай. Туғандар менән килен араһында, йомшаҡ ҡына итеп әйткәндә, ошондайыраҡ «фекер алышыу» булып ала:

– Балаларыңдың атаһы тышта туңып үлеп ятһа, ҡалайтырһың?..

– Үлһә ни, ишшү лә яҡшыраҡ. Хөкүмәт балаға аҡса түләй ҙә баһа, бирешмәҫбеҙ...

Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, килен кешенең бына шундай «тапҡыр» яуабын ишетеп хайран ҡалаһың.

Мин үҙем дә, әлбиттә, башҡа күпселек һымаҡ уҡ, ҡәтғи рәүештә айныҡ тормош яҡлымын. Был хаҡта матбуғат биттәрендә йыш ҡына мәҡәләләрем баҫыла. Эскелектең кеше һаулығына, ғаиләһенә, йәмәғәтселеккә ғәйәт ҙур зыяны, уның менән көрәш ысулдары хаҡында яҙам.

Әйтәйек, эсмәгән сағында яҡшы күңелле, итәғәтле кеше араҡы тоҙағына барып эләккән һәм унан сыға алмай аҙаплана икән, ҡатынын, балаларын да ярата, эш хаҡын да тулыһынса алып ҡайта, ти. «Төшөрөп алған» булыуына ҡарамаҫтан, өйгә ҡайтҡас, болармай, йоҡларға ята. Әммә ай һайын тиерлек, «юҡ, башҡаса эсмәйем» тип хәләл ефетенә анттар бирә-бирә шул тормошон дауам итә.

Бындай ир менән ни эшләргә? Берәүҙәр әйтер: «Күпме түҙеп торорға була, бөтөнләйгә ҡыуһын да сығарһын!» Ә икенселәр, кире­һенсә: «Әй, ул ғына эсеү – эсеүме ни инде. Минең ирем һымаҡ аҙналар буйы айныҡмайынса йөрөмәй ҙә баһа, йәшәһен әйҙә уның менән. Балалары ла берәү генә түгел бит...» – тип яҡлашасаҡ. Өсөнсөләр: «Минең Хәтмуллам ана ҡалай эсә торғайны. Хәҙер ун биш – егерме йылдар тирәһе ауыҙына ла алғаны юҡ. Ир кешене төҙәтергә була ул...» – тиер. Ифрат та ҡат­марлы был тормошта кешегә аныҡ ҡына кәңәш биреүе ауыр, әлбиттә.

Илебеҙҙәге атайһыҙ үҫкән йөҙәрләгән мең баланы күҙ уңынан ысҡындырмай, ошондай мәсьәләгә иң «радикаль» ҡарашлы, «бындай атаның барынан – юғы яҡшы», тигәнерәк инаныуҙа булған, балаһын яңғыҙ тәрбиәләү яҡлы ҡатын-ҡыҙҙар хаҡында фекерләп алайыҡ.

Бәхәс мәлендә асыулы йәш килендең «...үлһә – ишшү лә яҡшыраҡ...» тигән һүҙҙәре, «ҡара ҡорт» тип аталған үрмәксене иҫкә төшөрә. Күптәр өсөн, бәлки, таныш булмаған, Рәсәйҙең көньяҡ өлкәләрендә, Ҡаҙағстанда, Урта Азияла таралған был үрмәксене икенсе төрлө «черная вдова» тип тә йөрөтәләр. Урындағы халыҡ уның тик инәлеген генә күреп, аталығы бөтөнләй булмай икән, тип уйлағанлыҡтан килеп сыҡҡан ошо атама. Ә ысынбарлыҡта был үрмәксенең тереклек рәүеше ифрат та ҡыҙыҡ икән: ата үрмәксене кәүҙәгә унан бер нисә мәртәбәгә ҙурыраҡ булған инәлеге, тәүге «никах кисе» үтеү менән, тотоп  ашап ҡуя, имеш. Меҫкен ата үрмәксе үҙенең «ирлек бурысы»н атҡарып өлгөрөп кенә ҡала... Ә инә бөжәк иһә ғүмере буйы, әлеге әйткәндәй, «тол» булып йәшәй. Ҡара ҡорттарҙың ҡайһы бер төрҙәренә ҡараған инәләр аталыҡты үлтермәй, әммә «никахтан» һуң ата үрмәксе барыбер мандый алмай. Үҙе бер ҡайҙа ла китмәй, шул уҡ ваҡытта, бер нәмә лә ашамай (тик һыу ғына эсә), ау буйлап ҡыҙырып йөрөп, кибеп барып үлә икән. Һәр хәлдә, әлеге «вдова» үҙ «репертуарында» ҡала... Аллаһ Тәғәлә тап ана шулай итеп яралтҡан ошо мәхлүген.

Иғтибар итһәк, балаларын тик әсәләре генә үҫтергән миҫалдар тәбиғәттә һанһыҙ! Мәҫәлән, өй эттәре, бесәйҙәр, йылҡы һәм һыйыр малы, ваҡ мөгөҙлөләр – барыһы ла тик әсә ҡарамағында ғына үҫә. Бал ҡорто ла – бик үҙенсәлекле бөжәк. Йәй буйы бал йыймай, тик уны ашап ҡына йөрөгән ата, йәғни әреғорттарҙы ҡышлауға умартаға индермәй икән улар.

Ә хәҙер инде әҙәми затҡа ҡабаттан әйләнеп ҡайтайыҡ. Раб­быбыҙ беҙҙе парлап яратҡанлығы хаҡында изге Ҡөрьән-Кәримдә Үҙе әйтә. Кеше ғаилә ҡороп, балаларын ана шул ғаилә эсендә үҫтерергә тейеш. Ҡайһы бер осраҡта ир менән ҡатындың айырылышыуы рөхсәт ителһә лә, Аллаһ алдында был яҡшы эшкә һаналмай. Шәриғәт һәр саҡ ғаилә именлеге яғында. Боронғо беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҙа ошо мәсьәләгә бик етди ҡараған, мөмкин тиклем никахты һаҡларға тырышҡан. Хатта ир кеше йәшләй вафат булып ҡала икән, уның ҡатынын ситкә типмәгәндәр – ҡустыһы йә иһә ағаһы алыр булған. Боронғо халыҡ йырында ла шулай йырлана бит: «...Ағай үлеп – еңгәй ҡалһа, ебәрмәнек яттарға». Күптәр хәҙер уны шаян йыр тип һанаһа ла, минеңсә, ул әллә ни күңелле түгел, хатта ифрат етди ҙә.

Ни өсөн ҡайһы бер ҡатындар, иренән айырылып, балаларын яңғыҙ тәрбиәләүҙе өҫтөнөрәк күрә һуң?

Хәлил Һөйөндөков.

Сибай ҡалаһы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се (2021) һанында уҡығыҙ.

Автор:
Читайте нас: