-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк дәрестәре
7 Июль 2021, 14:37

«Мин ғәйепле тимә, башың түбән эймә…»

Һәр кемгә үҙ ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла ғәйеп тойғоһон кисерергә тура килгәне барҙыр. Әммә «ғәйепле булыу» һәм «үҙеңде ғәйепле тойоу» төшөнсәләре араһында бик ҙур айырма ята, сөнки һуңғыһы күпселек осраҡта кешенең иркенән тыш барлыҡҡа килә һәм ысынбарлыҡта бөтөнләй булмаған ғәйепкә нигеҙләнеүе лә ихтимал. Был тойғо нимәнән һәм нисек тыуа һуң?

«Мин ғәйепле тимә, башың түбән эймә…»
«Мин ғәйепле тимә, башың түбән эймә…»

Күренештең тамырҙарын бала саҡтан, ғаиләнән эҙләргә кәрәк. Күп кенә ата-әсә балаларына ҡарата билдәле бер тәртип ҡалыбын ҡулланыусан. Бәғзеләр улын йә ҡыҙын һәр ваҡыт әрләп, башҡа уңышлыраҡ тиҫтерҙәре менән сағыштырып, уның етешһеҙ­лектәренә төртөп күрһәтеп кенә тора. «Рәт сыҡмаҫ бынан, тормошта бер нәмәгә лә өлгәшә алмаҫ», – тигән һүҙҙәрҙе ишетеп үҫкән бала ата-әсәһе алдында үҙен ғәйепле тоя башлай, был тойғо уны ғүмере буйына оҙата барыуы мөмкин. Хатта ул кешегә үҙен табыу, асыу өсөн кәртә булыуы ла ихтимал. Икенсе ата-әсә, киреһенсә, сабыйына маҡтау һүҙҙәрен йәлләмәй, уңайы тура килһә лә, килмәһә лә уны күккә күтәрә, балаларының башҡаларҙа булмаған ниндәйҙер таланты, һәләте барлығына үҙҙәре лә ысын күңелдән ышана. Әммә башҡаларҙан бер ере менән дә айырылмаған ҡәҙимге балала, үҫеп еткәс, ата-әсә өмөтөн аҡлай алмағаны өсөн, ғәйеп тойғоһо уяныу ҡурҡынысы ла бар.


Ғәйеп тойғоһоноң тәьҫире хаҡында бер яҡлы ғына фекер йөрөтөү дөрөҫ булмаҫ: уның кире яҡтары менән бергә ыңғай йоғонтоһо ла бар. Мәҫәлән, ул кешелә намыҫ тойғоһо уята, шулай уҡ сәм, яуаплылыҡ өҫтәй. Әммә ҡайһы бер мәлдәрҙә кеше шул тиклем ғәйеп тойғоһона бирелеп китә, үҙен битәр­ләүҙән туҡтамай, шул арҡала эске ныҡлығын, ышанысын юғалта, тор­мошҡа ҡыҙыҡһыныуы кәмей, төшөнкө­лөккә бирелә. Күңелде һәр саҡ өйкәп торған, эстән ашаған был тойғо оҙайлы депрессияға, неврозға һәм башҡа төр ауырыуҙарға килтереүе лә ихтимал.


Район үҙәгендә йәшәгән, тиҫтә йылдан ашыу никахта ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләгән ханымды психологка ғәйеп тойғоһо алып килгән. «Иптәшемдең эсеүенән, бер ҡайҙа ла эшләмәүенән, етмәһә, ҡул күтәреүенән арып, биҙеп, балаларымды алдым да, өйҙән сыҡтым да киттем. Минең нисек йәшәүемде яҡшы белгән ҡустым буш торған фатирына индерҙе. Балалар менән һәүетемсә йәшәп киттек, мин эшләйем, улар уҡый. Өйгә йүгереп, ашҡынып ҡайтам. Балаларым моңайып ултырмаһын тип, уларға тәмле ризыҡтар бешерәм, кистәрен бергә­ләшеп уйындар уйнайбыҙ, шаяра­быҙ-көләбеҙ. «Шауламағыҙ, өнөгөҙ ҙә сыҡмаһын!» – тип ҡысҡырып ултырған иҫерек атай булмағас, улар ҙа нисектер күңелләнеп, йөҙҙәре асылып киткәндәй. Әммә: «Балаларымды атайҙарынан айырып дөрөҫ эшләнемме? Уларҙы атайлы килеш күрәләтә етем иттем түгелме? Әллә кире ҡайтырғамы икән?» – тип икеләнә башланым. Ошо турала үҫмерлек осорона аяҡ баҫҡан өлкән улыма әйткәйнем, ҡырҡа ҡаршы төштө, «юҡ, әсәй, ҡайтмайбыҙ», – тип мине бөтөнләй аптырауға һалды. Үҙемдең дә тормош иптәшемә шул тиклем күңелем ҡалған, унан төңөлгәнмен, әммә был аҙымды яһап, дөрөҫ эшләнемме, тигән икеләнеү, балаларым алдында үҙемде ғәйепле тойоу күңелемә һис тынғылыҡ бирмәй…»


Күңелде ауыр уйҙарға дусар иткән ғәйеп тойғоһонан арыныу өсөн психологтар түбәндәгеләрҙе тәҡдим итә.


Беренсенән, ошо һорауға яуап бирегеҙ әле: килеп тыуған хәлдә ысынлап та һеҙҙең ғәйеп бармы, әллә был һеҙгә шулай тойола ғынамы? Ваҡиғаны айыҡ ҡараш менән анализлағандан һуң, күптәр шуны аңлай: ғәйеп тойғоһо менән бәйле ауыр уй-кисерештәребеҙ күпселек осраҡта нигеҙле түгел. Ошоно аңлағанда иллюзияға ҡоролған ғәйеп тойғоһонан ҡотолоу еңелгә тура киләсәк. Әгәр ысынлап та ғәйебегеҙ бар икән, ғәфү үтенергә була. Аңлашҡандан һуң, был хәлгә кире әйләнеп ҡайтмаҫҡа тырышығыҙ, ошо хаҡта ҡат-ҡат уйлап, үҙеңде эстән битәрләү төптө хата.


Икенсенән, дөрөҫ һығымталар яһарға өйрәнегеҙ. Үткәндәргә кире ҡайтып, инде булған ваҡиғаларға һеҙ бер нисек тә йоғонто яһай алмайһығыҙ, әммә бөгөнгөгөҙ һәм киләсәгегеҙ тик һеҙҙең ҡулда. Өҫтә миҫал итеп килте­релгән ҡатындың осрағында шуны әйтергә була: эйе, һеҙ балаларығыҙҙы тулы ғаиләлә тәрбиәләргә теләйһегеҙ, был ниәтегеҙ һәм ынтылышығыҙ маҡтауға лайыҡ. Әммә ғаилә тулы ғына түгел, татыу ҙа булырға, һәр кем унда үҙен яҡлаулы, ҡурсаулы тойорға тейеш. Ә был ғаиләлә әсә лә, балалар ҙа бәхетһеҙ, атай тарафынан яҡлау, ғаиләне ҡарау һәм ҡурсалау, хатта йылы һүҙ ҙә юҡ. Иҫерек, тупаҫ атай янында ҡурҡыштан һәр саҡ дер ҡалтырап йәшәүгә ҡарағанда, бәлки, тыныс күңел менән йәшәү күпкә яҡшыраҡтыр. Болалы ғаилә тормошо был ханымға ла, уның балаларына ла һаулыҡ өҫтәмәй, бәхетле итмәй.


Өсөнсөнән, бөтөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөгөҙгә алырға ашыҡмағыҙ. Ҡайһы бер осраҡтар кешенең ихтыярынан тыш, тышҡы факторҙар йоғонтоһонда барлыҡҡа килә. Хәл-ваҡиғаны үҙгәртә алмаһағыҙ, уға ҡарата ҡарашты үҙгәртергә мөмкин бит. Иртәгәһе көндө нимә буласағын алдан берәү ҙә белмәй, әммә еңеүҙәре менән тыуһа ла, уңышһыҙлыҡтарға дусар итһә лә – был беҙҙең тормош тәжрибәбеҙ. Иң мөһиме – ошо тәжрибә бөгөнгө көнөбөҙҙә нимәнелер аңларға ярҙам итһен, яҡты, бәхетле киләсәк ҡорорға ынтылыш бирһен!

Ғәлиә СӘЛИХОВА.

Автор:
Читайте нас: