+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк дәрестәре
1 Июль 2021, 21:15

Күңел изгелеккә асыҡ булһын!

Үкенескә ҡаршы, балалар менән атай-әсәйҙәр, йәштәр менән оло быуын араһындағы аңлашылмаусанлыҡтар, һүҙ көрәштереүҙәр, хатта бер-береңде йәберләүгә, үпкәләшеүгә барып етеү – тормошта йыш осраған күренештәр.

Килен – ҡәйнә араһы
Урыҫ халҡында ҡәйнә – кейәү араһы сетерекле мәсьәлә һаналһа, беҙҙә башлыса ҡәйнә – килен мөнәсәбәттәренә иғтибар көслө. Был ауыҙ-тел ижадында ла – төртмә көләмәстәрҙә, мәҡәл-әйтемдәрҙә лә асыҡ сағыла. Урыҫтар «Ялҡау кейәү генә ҡәйнәһен әрләмәҫ», «Кейәү өсөн ҡәйнәнең кеҫәһе һай» тиһә, беҙҙең халыҡ «Килен килер, киле һабылай теле килер», «Йыуаш ҡәйнәнән дә «ыш» тигән һүҙ сығыр», ти.
Сәлимә исемле танышым ҡәйнәһе менән йәшәй. Яҡын күреп йыш ҡына хәлдәрен һөйләп, унан арыуыҡ өлкәнерәк тә булғас, кәңәш һорап ала. Өйләнешкәс, күп тә тормай, ҡәйнәһенең бер бүлмәле фатирын һатып, ипотекаға өс бүлмәлене алып ебәрҙеләр. «Ҡабаланманығыҙмы икән? Ҡәйнәң йәш. Олоғайып, ярҙам кәрәкһә, бергә йәшәп өлгөрөр инегеҙ. Башҡаның башы ауыртмай, тиҙәр бит», – тип шик белдерҙем. Тиҙҙән йәш килен менән ҡәйнә араһында аңлашылмаусанлыҡтар башланды. «Ныҡ үсексән, һүҙ күтәрмәй. Мин әйткән һәр нәмәнән йөй эҙләй. Шуға артыҡ һүҙ ҡушырға тырышмайым. Иң йәнемде көйҙөргәне: бала тәрбиәләүгә ҡыҫыла. Йыш ауырый тип, ҡат-ҡат кейендерә, улым бышлығып, тирләп йөрөй. Әле бына яңыраҡ та, улай ныҡ кейендермәгеҙ, тигәнгә туҙынып китте, бүлмәһенең ишеге шарт ябылды. Әллә үҙем берәй нәмәне дөрөҫ эшләмәйемме? Өндәшмәй ҙә ҡала алмайым, әммә ураған һайын һүҙгә килешеп йәшәү ҙә ялҡытты. Аптырағас, хәлемде тәфсирләп, интернеттағы «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы» төркөмөнә яҙып ебәрҙем, бәлки, берәй аҡыллы ғына кәңәш биреүсе табылыр. Апай, һин дә инеп ҡара әле», – тип шылтыратты бер көн Сәлимә.
Әлбиттә, хатҡа ҡарата фекерен белдереүселәр күп булды. Ҡайһы берәүҙәр килендең үҙен оло кеше менән дөрөҫ мөнәсәбәт ҡора белмәүҙә ғәйепләне, йәшерәктәр, киреһенсә, уны яҡланы. Алтын урталыҡты тәшкил иткән иң дөрөҫ яуаптарҙың береһен блог хужабикәһе, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова бирҙе, минеңсә: «Бергә йәшәйһең икән, оло кешенең хәтерен ҡалдырмаҫҡа тырышаһың инде. Һәр ике яҡтан да сабырлыҡ, ауыр аҡыл кәрәк был осраҡта.
15 йәштә уҡырға сығып китеп, 19 йәштә килен булып төшкән миңә ҡәйнәм оло тәрбиәсе булды. Модаға эйәреп, башта уға «әсәй» тип өндәшкәйнем, ул ипле генә итеп: «Килен, әсәй берәү генә була, мин – ҡәйнәң», – тип, барыһын да урынына йымлап ҡуйҙы. Ҡәйнә менән килен араһы әсәй менән ҡыҙҙыҡынан айырыла бит ул. Бының өсөн уға рәхмәтлемен. Ғөмүмән, беҙҙә туғанлыҡ төшөнсәләре мөнәсәбәттәрҙе шул тиклем аҡыллы көйләй, улар яҙылмаған ҡанун дәрәжәһендә хатта. Бына шуға ла ҡәйнәмә һүҙ әйтер алдынан мин әллә нисә үлсәп ҡарай торғайным.
Минең дә ҡыҙымды ҡәйнәм ҡарашты. Кейемен бер нисә комплект итеп алып барам: быныһы – һыуыҡ булһа, быныһы – йылытып ебәрһә, быныһы – тирләп инһә, тип әйтеп ҡалдырам. Нисек кейендергәнен оҡшатмаған саҡтар ҙа булғандыр. Әммә көнөндә өндәшмәйем, иртәгәһенә, ҡәйнәм, һауа торошо шулай булһа, ошоно кейҙерерһең йәме, тип, йылы, күңелле тауыш менән, оҡшатмағанды белдермәй генә әйтәм. Ҡәйнәм үҙе лә сабыр холоҡло, аҡыллы булды. Шуға һүҙгә килешмәй, бик матур йәшәнек.
Баланың ауыр һүҙе һалмауырҙан ауыр, тиҙәр, ә килен-кейәүҙең әйткәне үҙ балаңдыҡынан да нығыраҡ тәьҫир итеүе ихтимал».
Әсәйҙе һайлап алмайҙар
Килен менән ҡәйнә генә түгел, ғаиләнең башҡа ағзалары араһында ла һүҙгә килешеү, низағ осраҡтары булмай тормай. Юҡ ҡына сәбәптән үпкәләшеп, йылдар буйы аралашмаған әсәй менән ҡыҙҙарҙы беләм.
Йәше 40-ҡа яҡынлаған Әлфиә ике йыл самаһы әсәһе менән һөйләшмәй ҙә, бер ҡалала йәшәп, янына бармай ҙа. Нимәгә үпкәләгән, ни сәбәпле низағ сыҡҡан тиһегеҙме? Әсәһе телефонына оло ҡыҙын «доченька» тип, ә Әлфиәне исеме менән яҙған. «Шуның өсөн генә кеше үпкәләйме?» – тип аптырайым. «Улай ғына түгел шул, әсәйем электән апайымды нығыраҡ яратты, мине гел ситләтте. Бала саҡтан бөтә яҡшы, матур әйбер уға булды. Апайым әсәйемә оҡшап һары сәсле, аҡ йөҙлө, ә мин – атайым ише ҡараҡас. Атайым менән ғаилә тормоштары килеп сыҡмауҙа мине ғәйепле һанаған кеүек. Гел ҡыйырһытыуы арҡаһында күңелемдә ниндәйҙер көйөк ҡалған», – ти ҡатын. Ә бит психологтар тап ана шундай үпкә-рәнйештәр кешенең үҫешенә, яулайһы уңыштарына, бәхетле тормошона кәртә булып тора, тип һанай. Асыуҙан ауырыу тыуа, тип тә тиккә әйтмәгәндәр. Ошолар хаҡында, атай-әсәйҙе һайлап алып булмау, уларҙы нисек бар, шулай ҡабул итеү, яратыу, иҫән саҡтарында ҡәҙерҙәрен белеү тураһында оҙаҡ һөйләштек. Хаҡ Тәғәләнең оло бүләге булған фани донъя ғәзиз кешеңә үпкә һаҡлап йәшәү өсөн бирелмәгән бит! «Ниндәй генә булмаһын, ул – һинең әсәйең! Уның барлығы өсөн рәхмәтле бул, кисерә бел», – тинем Әлфиәгә. Әле яңыраҡ хәбәр итә: «Әсәйемде байрам менән ҡотлап шылтыраттым, илап ебәрҙе. Мин дә иланым. Аңлаштыҡ. Рәхмәт һеҙгә!»
Йылы һүҙ – йән аҙығы
Берәүҙең бер бөртөк балаһына тормошҡа сығып, бына инде ике тиҫтә йылдан ашыу килен вазифаһын башҡарған көнөм. Йәше һикһәнде уҙғас, бығаса тетә баҫып йөрөгән, башҡаларҙан ҡалышмай сәмләнеп донъя көткән ҡәйнәм ҡапыл биреште. Ауылдан яныбыҙға күсереп алдыҡ. Әле ул ғүмеренең туҡһан тигән үренә яҡынлай. Сабый шикелле күҙгә генә бағып торған ҡәйнәмә ҡарайым да кеше ғүмеренең сиклелеге, донъяның фанилығы хаҡында уйланам. Әлбиттә, оло кешене ҡарау еңел түгел, тәүге йылдарҙа бигерәк тә ҡыйын ине. Әммә был – беҙҙең бурыс, беҙҙең өлгөлә балалар үҫә. Йәшәй-йәшәй күп нәмәләрҙе яйлау-көйләү юлдарын үҙләштерәһең, ваҡ-төйәккә иғтибар итмәҫкә өйрәнәһең, ғаиләләге мөхит, үҙ-ара мөнәсәбәттәр башлыса ҡатын-ҡыҙҙан тора икәненә төшөнәһең.
Бынан бер нисә йыл элек Яңы йыл алдынан балаларға эштән бирелгән Ҡыш бабай күстәнәстәрен алып ҡайтып тотторҙоҡ. Матур ҡапҡа төрөлгән бүләкте ҡыҙҙарым йылдағыса ныҡ ҡыуанып ҡабул итте, икәүләшеп мәж килде. Уларға ҡәйнәм дә ҡушылды, ялтыр тышлы кәнфиттәрҙең, башҡа тәмлекәстәрҙең әле береһен, әле икенсеһен тотоп ҡарап торҙо ла: «Ә миңә күстәнәс ебәрмәнеләрме ней?» – тип иламһырап һораны. Аптырап киттек, шулай ҙа «һиңә тигән бүләк килеп етмәгән әле», тип хәлде яйларға баш етте. Яңы йыл табыны артында бер-беребеҙҙе ҡотлағанда ҡәйнәмде лә бүләкһеҙ ҡалдырмайбыҙ, әлбиттә, ә бына тоҡсайға һалып тәм-том биргәнебеҙ юҡ ине. Олоғая килә кешегә сабый аҡылы керә башлай тиеүҙәре шулай сағыламы икән, тип уйлаштыҡ. Икенсе көн иптәшем менән магазинға барып, байрамса биҙәлгән ҡапсыҡҡа сәй, тәмлекәстәр тултырып, «бына һиңә лә Ҡыш бабайҙан күстәнәс килеп етте», тип алып ҡайтып тотторҙоҡ. Оло кешенең ҡыуанысының сиге булманы!
Барыһы ла үтә, тигән аҡыл эйәһе. Эйе, ғүмер – фани, йәшәү – әҙәм балаларына үлсәп кенә бирелгән оло бүләк. Һәм уны ваҡлыҡтарға, үпкә-рәнйештәргә әрәм итмәй, асыҡ күңел, изгелекле йөрәк, ихласлыҡ менән үтеү – оло бәхет. Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен беләйек, яҡындарыбыҙға миһырбанлы булайыҡ!

Гөлдәр Яҡшығолова.

Читайте нас: