0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк дәрестәре
25 Июнь 2021, 22:15

Ҡәйнәгә нисек ярарға?

Кейәүгә сыҡҡас, йәш киленгә иң элек ҡәйнәһе менән мөнәсәбәттәр ҡорорға тура килә. Килен – ҡәйнә тупрағынан, тиһәләр ҙә, улар – бер-береһенә оҡшамаған ғаиләләрҙә донъяға килгән, төрлө шарттарҙа төр­лө тәрбиә алып үҫкән кешеләр. Ҡәй-нәләрҙең яҡшыһы ла, яманы ла, сабы­ры ла, мыжығы ла, донъя көтөп, өйҙә генә ултырғаны ла, замана йүнселе булып, үҙ эшен алып барғаны ла, эскелеккә һабышҡаны ла, хәрәмде тамсы ҡапмай торғаны ла, егәрлеһе лә, һәпрәһе лә бар. Ниндәй генә булһа ла, ул – яратҡан иреңдең әсәһе. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, килен менән ҡәйнә­нең иң яман дошмандарға әүерелеүе лә осрай. Нисек быға юл ҡуймаҫҡа? Нисек итеп йылы мөнәсәбәттәр ҡо­рорға? Ғөмүмән, был мөмкинме?

…Мәрзиә Ғәйрәт ҡыҙы бухгалтер булып эшләй, ул – ире менән улынан торған ғаиләһендә юғары баш командующий. Уның бер бойороғо ла үтәлмәй ҡалмай, өйҙә бер кем бер минутты бушҡа үткәрмәй. Йорттары, ихаталары, баҡсалары балҡып тора. Үҫтермәгән нәмәләре юҡ, картуф рәттәре һәм йәшелсә түтәлдәре еп тотоп тигеҙләгән шикелле төп-төҙ, ваҡытында күмелгән, уталған, сүп әҫәре юҡ. Ҡара көҙгә тиклем аш бүлмәһе аҙыҡ-түлек консервалау цехына әйләнә. Ул ризыҡтарҙың тәмлелеген һөйләп тораһы ла түгел. Ире менән улына көн дә таңдан тороп иртәнге аш әҙерләй, төшкөлөктө пакеттарға тултырып, үҙҙәренә биреп ебәрә.
Ҡышҡы оҙон кистәрҙе Мәрзиә Ғәйрәт ҡыҙы бәйләм бәйләп үткәрә. Шуға үҙе лә, ире менән улы ла матур итеп бәйләнгән свитер, шарф, бейә­ләй-нәски, бирсәткә кейеп йөрөй. Яңы ғына улы өйләнде. Иҫ киткес егәрле һәм талапсан ханымдың килене, әсәһе менән атаһының яңғыҙ иркә ҡыҙы булып, ял көндәре туйғансы йоҡлап, теләгән еренә йөрөп, ватылмай-ҡырылмай ғына үҫкән. Ҡәйнә менән килен нисек берегеп, йәшәп китер икән? Мәрзиә Ғәйрәт ҡыҙының кемлеген белгән кешеләр әле шул турала баш вата. Ни тиклем тырышһа ла, киленкәй эшлеклелек, уңғанлыҡ йәһәтенән ҡәйнәһе бейеклегенә күтәрелә алмаясаҡ, тиңдәрҙән-тиң була алмаясаҡ, тип фараз ҡора улар. Ҡәйнәһе уға ялҡау, аҡса яуы, эшлекһеҙ тигән мөһөрҙәр баҫып, “дөрөҫ” тәрбиә алып үҫкән тыңлаусан улына лайыҡ булмаған “йоҡо бирәне”, “ҡала ялҡауы” тип кенә йөрөтәсәк. Апаһының өй эшенә әллә ни барымы булмаған бер киленен нәҡ шулай тип әрләй ул.
Бындай ҡәйнәгә нисек ярарға һуң? Бәлки, тулыһынса уға буйһоноп, ире менән улы шикелле өнһөҙ-тын­һыҙ башҡарыусыға әйләнергә кәрәк­тер. Ә иң яҡшыһы – тиҙерәк башҡа сығып, унан мөмкин тиклем алыҫҡа­раҡ китеп урынлашыуҙыр. Һөйөклө ҡәйнә менән ҡайныны күрергә кил­гәндә, мөмкин тиклем ябайыраҡ кейенеү, ҡатын-ҡыҙ мәшәҡәттәренең күплегенә, өйҙә әле генә шуны-шуны эшләп сығыуға зарланып алыу ҙа ҡамасауламаҫ. Шунан ҡәйнәнең өл­гөрлөгөнә, уңғанлығына һоҡланып, маҡтау һүҙҙәре әйтеп ебәрһәң, уның тәмле-тәмле аш-һыу серҙәрен һора­һаң, моғайын, күңеле ирер. Ҡәйнә кәңәштәре өсөн махсус дәфтәр асып, килгән һайын уны тулыландыра барыу уға бигерәк тә оҡшар.
Бына тағы бер тарих. Сәрбиназ ханымдың ике улы бар. Өлкәне – хәрби офицер, ғаиләһе менән Алыҫ Көнсығышта, хеҙмәт иткән урынында, йәшәй. Төпсөк улы Марат та өйләнде һәм, айырым торор урындары булмағас, йәш кәләшен әсәһе эргәһенә алып ҡайтты.
Марат үҙен әсәһенең һауһыҙлы­ғында ғәйепле тип һанарға күнеккән, сөнки табиптар әсәһенә тәүге баланан һуң башҡаны тапмаҫҡа ҡушһа ла, ул, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, Маратты донъяға килтергән. Марат әсәһенең күҙенә генә ҡарап тора. Әле Сәрбиназдың ҡан баҫымы тотороҡло түгел, тулҡынланһа, борсолһа, һикергеләп ала. Ләкин медицина күҙлегенән ҡарағанда, ғүмеренә бер нәмә лә янамай, вегетотамыр дистонияһы тигән диагноздан башҡа бер сире лә юҡ. Ҡан баҫымының һикергеләп алыуын ул оҫта файҙалана: эргәһендәгеләрҙе рәхәтләнеп үҙ көйөнә бейетә. Уның холоҡһоҙлоғо йәш ғаиләне лә йонсота. Улы менән килене, бүлмәләренә инеп, ишекте ябып ҡуйһа, Сәрбиназ, әле бер, әле икенсе һылтау табып, быларҙың ишек төбөндә тапана, төрлө һорауҙар бирә. Улы йә килене бүлмәнән сыҡ­майынса, тынысланмай. Өҫтәүенә, ханым гел мыжып, зарланып, үҙен йәлләтеп, йомортҡанан йөй эҙләп кенә тора. Килене лә аптырап ҡалманы, тәүге мәлдәрҙә генә сабыр булып ҡыланды ла артабан ҡәйнәһенең бер һүҙенә биш һүҙ менән яуап ҡайтарыр булып китте. Әйтешеп алған һайын, ҡәйнәһе иларға тотона, шунан ҡан баҫымы күтәрелә, Марат “ашығыс ярҙам” саҡыра, ҡатынының күҙенә тура ҡарамаҫҡа тырыша. Тиҙ­ҙән Марат ниндәйҙер сәйер ауырыуға тарыны – тәнен сабыртма ҡапланы. Артабан да түҙер хәле ҡалмаған киленкәй айырылып ҡайтып китте.
Марат та әсәһенең туҡтауһыҙ көйәҙлегенән, мыжыҡлығынан, тор­ған һайын күберәк иғтибар талап итеүенән биҙҙе, ахырыһы. Ике-өс йылдан Мәскәүгә сығып китте, унда дауалауға бирелмәҫтәй күренгән сабыртмаһы ла үтте, тиҙҙән икенсегә өйләнеп, бына тигән ғаилә ҡорҙо.
Сәрбиназ ханым кеүек кеше менән бер ҡыйыҡ аҫтында көн итеү, ысынлап та, бик ауыр. Улы ла әсәһенең был холҡонан күптән ялҡып, үҙ аллы оя ҡорорға тырышһа, бер хәл. Ә Марат кеүек булһа, йәш киленгә Хоҙай түҙем бирһен.
Электән килгән йолалар, ҡағиҙә­ләр буйынса йәшәгән башҡорт ғаилә­һендә ҡәйнә – йортто тотоп торған, донъя көтөү аҡылын туп­лаған, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшкән көслө холоҡло кеше. Уның һәр һүҙе – ҡа­нун. Килендәргә баш баҫып, сабыр булып, уның һүҙен һүҙ итеп йәшәргә генә ҡала. Киләсәктә иһә ул үҙе лә шундай ҡәйнәгә әйләнә. Төптән ныҡлы, донъяға етди ҡарашлы, егәрле ғаиләләрҙә ир – ир урынында, ул бисә-сәсә эшенә ҡыҫылып, болғанып йөрөмәй, йорт-ҡураны ҡарау, аҡса эшләү менән мәшғүл. Шул уҡ ваҡытта уның абруйы ла юғары. Бындай ғаи­ләлә, ғәҙәттә, балалар күп була, шуға ғаилә лә ныҡ. Бала-сағаны әллә ни иркәләтеп, уҙындырып тороу хупланмай. Етди, яуаплы, эшһөйәр мөхиттә үҫкәс, был балалар намыҫлы, егәрле, донъя көтөргә әүәҫ, эшен еренә етке­реп башҡара торған кешеләр булып китә һәм сәләмәт йәмғиәттең лайыҡ­лы ағзалары булып тормош көтә.
Ләкин заман һуңғы бер нисә тиҫтә йылда танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Кешеләр ҙә башҡа хәҙер, ҡаҡшамаҫ булып тойолған ҡағиҙәләр, йолалар юҡҡа сыға. Күндәм киленде табыу ҙа ҡыйындыр хәҙер, моғайын. Йәш­тәрҙең психологияһын заман ныҡ үҙгәртте. Улар үҙҙәренә оҡшаған, үҙҙәре кәрәк тапҡан нәмәләр менән йышыраҡ шөғөлләнә. Уларҙың маҡ­саттарын тышҡы ҡиәфәт, мода, килә­сәктә төшөмлө вазифаға юл асырҙай эш, автомобиль, сит илдәрҙә, һис юғында яҡын-тирәләге тәбиғәт ҡоса­ғында ял, сәйәхәттәр билдәләй. Шул уҡ ваҡытта әлеге дәүерҙе улар өлкән­дәрҙән һиҙгерерәк тә тоя, ҡабул ит­кән ҡарарҙары ла аҡыллыраҡ. Уңған, белемле йәштәр ололар күҙ алдына ла килтерә алмаған мәшәҡәттәрҙе тиҙ генә йырып сыға, күптәре донъя көтөргә дәртле. Әммә улар етеш тормошҡа беҙҙең кеүек арып, хәлдән тайып түгел, үҙҙәрен дә яҡлап һәм һаҡлап өлгәшеүгә һәләтле. Ошо ыңғай сифаттарҙы ҡәйнәгә лә күреү, һәр даим уңышы өсөн киленен маҡтап тороу ҙа кәрәктер. Йылыға бит йылан да эйәләй.
Хәҙерге йәштәрҙә, әлбиттә, прагматизм көслө. Кеше күңелен уйлау, башҡаларҙың мәнфәғәттәре менән иҫәпләшеү, ярҙамсыллыҡ кеүек сифаттар кәмей бара. Шулай булғас, хә­ҙерге йәштәрҙән (беҙҙең осраҡта – килендәрҙән) әүәлгесә күндәмлек һәм түҙемлелек өмөт итеү бик үк дөрөҫ түгелдер. Шулай ҙа йәш ҡатын ярат­ҡан иренең әсәһе менән йылы мөнә­сәбәт ҡорорға тырышырға тейештер.
Аҡыллы ҡәйнәнән иһә тағы ла күберәкте өмөт итергә кәрәктер. Үҙенең улын нисек кенә яратһа ла, хатта килененән ҡыҙғанғандай итһә лә, ул йәш ғаиләне тарҡатырлыҡ аҙымдарға барырға тейеш түгел. Килене – уның нәҫелен дауам итешеүсе, йәндәй күреп яратҡан ейәндәрен, ейәнсәрҙәрен бүләк итеүсе. Шулай булғас, уға һәйбәт ҡәйнә булырға тырышыу фарыз.
Артур Василов һүрәте.
Читайте нас: