+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк дәрестәре
16 Июнь 2021, 15:41

«Хызыр Ильяс юлдаш булһын һиңә...»

Виртуаль донъя ысынбарлыҡтың айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнә барған дәүерҙә йәшәйбеҙ. Интернет ҡылдан нескә өлкәгә – кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәргә лә үтеп инде. Виртуаль йәрҙәре ғәмәлдә бөтөнләй башҡа төрлө икәнен күргәс, төшөнкөлөккә сумғандар, уларға мөкиббән китеп ышанып, кәкре ҡайынға терәлеп ҡалғандар бик күп булған кеүек, ғүмерлек һөйөүҙәрен шул киңлектә табыу­сылар ҙа бихисап. Был һанда һеҙгә бәйән ителгән тарихты һөйөү тигән оло һүҙ менән атау ҙа мөмкин түгелдер. Меңдәрсә халыҡ араһында үҙҙәрен ниндәйҙер мәлдә яңғыҙ хис иткән икәүҙең бер-береһен йәндәш күреп тартылыуы булғанмы ул, әллә тормошто бер тулҡында, бер нескәлектә тойған кешеләрҙең күңел бушлығын тултырырға ынтылыуымы? Хәйер, бер кемгә һөйләмәгән серен беҙгә асҡан ханым менән булған хәлде һәр уҡыусыбыҙ үҙенсә ҡабул итер.

«Бәйләнештә» селтәренә ул-был хәбәрҙәрҙе ҡарап сығырға ғына тип инһәм, таныш булмаған берәүҙән хат килеп төштө: «Армияла бергә хеҙмәт иткән дуҫымдың туғаны түгелме һеҙ? Ул да һеҙҙең тыуған ауылдан ине». Әҙәп һаҡлау өсөн генә: «Юҡ, ул – бер үк фамилиялы ауылдашым ғына», – тип яҙып ебәрҙем. «Борсоғанға ғәфү итегеҙ, дуҫым ауылда йәшәйме?» «Дуҫығыҙ Себерҙә ғүмер итә, йәйен генә ҡайтып йөрөй».
Икһеҙ-сикһеҙ Интернетта ете ят кешеләрҙең ҡәҙимгесә бер-береһенә ике ауыҙ һүҙ сойорғотоуы ғына булды был хәбәрләшеү. Ләкин кисен мине яңы хат көтә ине: «Ваҡыт бүлеп яуап биргәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙ уҡытыусы булып эшләйһегеҙ, ахыры? Өфөлә йәшәйһегеҙме? Мин үҙем Баймаҡ районынан. Ғүмер буйы тиерлек Санкт-Петербургтамын. Хәҙер, иллегә етәрәк, тыуған яҡҡа – өйгә тартылам, хатта түҙер әмәл юҡ. Тағы ла бер тапҡыр борсоуым өсөн ғәфү үтенәм».
Был юлдарҙа сыйылып үткән һыҙ­ланыу мине йәнә яуап яҙырға мәжбүр итте: «Тыуған ерҙең тартыу ҡөҙрәте бар хистәрҙән дә көслөрәк шул. Кеше, нисек кенә ҡаршы тормаһын, уға барыбер буйһона». Иртәнсәк килгән хат оҙонораҡ булып сыҡты: «Эйе, шулай. Ләкин Питер ҙа мине ебәрмәй. Бында балаларым, ейәнсәрҙәрем. Ейәнсәрҙә­ремдән башҡа тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым. Балаларҙы (ике улыбыҙ бар) аяҡҡа баҫтырғанбыҙ, бик егәрле егеттәр. Ҡатыным – Киев һылыуы. Мин бында килгән йылда уҡ өйләнештек. Ғүмер аңлайышһыҙ бер төш кеүек үтеп бара. Хәҙер килеп, башҡорт ҡыҙын алырға, тыуған яҡта йәшәргә кәрәк булған икән, тим».
Ир башы менән зарланып ултыр­маһын әле, тип, йомшаҡ ҡына «сәнсеп» алырға булдым: «Тыйнаҡ башҡорт ҡыҙына өйләнһәгеҙ, ҡыйыу славян һылыуҙарына тартылыуығыҙ бар ине. Башҡортостанда йәшәһәгеҙ, төйәгебеҙ үҙәктәрҙе өҙөрлөк ғәзиз тойолмаҫ, уны «өй» тип атамаҫ инегеҙ. Кеше тәбиғәтенә хас нәмә – «миндә былар булыр ине бит» тип, үҙендә булмағанды юҡһыныу». «Бәл­ки, һеҙ дөрөҫтөр ҙә. Ә мегаполис тормошо мәхшәр кеүек. Кешеләр мәңге көсөргәнештә, аҡса артынан ҡыуа­быҙ.... Һәүетемсә генә – сапмайынса йәшәге килеп китә...»
Йәйге каникулға китер алдынан эштәр менән мауығып, был хатты яуапһыҙ ҡалдырҙым. Байтаҡ компью­терға ҡағылманым, бер аҙналай ауыл­да йөрөп килдем. Отпускыла социаль селтәргә тәү тапҡыр инһәм: «Һаумы­һығыҙ! Ҡайҙа юғалдығыҙ? Мин һеҙҙе юғалттым», – тигән юлдарҙы уҡып, әҙерәк аптырауҙа ҡалдым. «Беҙ ауылда ял иттек. Селләлә уттай ҡыҙған таш ҡаланан һуң ауыл – ожмах. Һауа саф­лығынан хатта баш әйләнеп, тынлыҡ­тан ҡолаҡ сыңлап тора. Ә мин һеҙгә «ҡунаҡҡа» кереп сыҡтым. Ғаиләгеҙ ҙур, татыу икән!» – тип яҙҙым, уның фотоһүрәттәренә күҙ һалыуымды аңғартып. «Хәйерле кис, һылыу! Әле генә юлдан ҡайттым, иртән тағы сығып китергә. Минекеләр өйҙә юҡ, диңгеҙ буйына ял итергә киткәндәр. Йәйен фатир буш. Йыл һайын шулай. Һеҙ дөрөҫ әйтәһегеҙ, ғаиләбеҙ дуҫ. Ҡатыным менән сирек быуат дуҫтарса мөнәсәбәттә ғүмер итәбеҙ. Балалар өсөн йәшәйбеҙ. Үҙебеҙ өсөн ҡасан йәшәрбеҙ, белмәйем».
Мин әкренләп кенә ошо рәүешле аралашыуға ылығып китеүемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Башҡа ваҡыт, бәлки, илтифат бирмәгән дә булыр инем. Ләкин әле ирем, бер мөһим проблема килеп тыуғас, һәр ваҡыттағыса, башын ҡом аҫтына йәшергән дөйәғош кеүек, сираттағы тапҡыр йөктө миңә ауҙарып ҡуйған саҡ ине. Хәләлемдең ғүмер буйы минең «киң» яурыныма ышыҡ­ланып йәшәүенә күнеп бөтһәм дә, был юлы, арыған мәлем булғанмы икән, бик ауыр кисерҙем. Эсемдән генә һыҙылып, үҙемде япа-яңғыҙ итеп тойоп йөрөй инем. Йыраҡтағы яҡташ менән ошолай еңелсә гәпләшеү бошонҡо уйҙарҙан арындырҙы. Унан тыш, был башҡорт егетендә, ҡағиҙә булараҡ, милләтебеҙ ирҙәрендә бул­маған сифат – асыҡтан-асыҡ һөйләүе лә йәлеп итте, буғай. Йомоҡ тәбиғәтле ирҙәребеҙ үҙ йөрәген асыуҙы ғына түгел, ғөмүмән, яҡындарына булған хистәрен белдереүҙе лә күп осраҡта йомшаҡлыҡ тип һанай бит. Яңы танышымдың яҙмалары – ғаиләһе, балалары, ейәндәре булыуға ҡарамаҫтан, сит ерҙә ерһенмәгән, шуны тойоуҙан үрһәләнгән, тыуған тупраҡ саҡырыуы бар булмышын биләгән кешенең үҙ эске донъяһын асыуы ине. Һөйлә­шеүебеҙ үҙенән-үҙе «һин»гә күсте. Ғүмерҙең байтағын уҙған һәр кемдә була торған уйланыуҙар, йәшәү асылын эҙләүҙер был, тип баһаларға тырышып: «Тормош һин теләгәнсә бармағанда эс бошоп та китәлер. Ләкин ул осор – урта йәш кризисы һәр ғаиләне лә һағалай бит. Бөтәһе лә иҫән-һау икән, тимәк, бар нәмәне лә төҙәтергә, ҡайтарырға мөмкин, ми­неңсә», – тип яҙып ебәрҙем.
Артабан ул, бик тәфсирләмәй генә, шәхси эшҡыуар икәнен, күп ерҙәрҙә булыуын бәйән итте. Ләкин, ҡайҙа ғы­на йөрөһә лә, тыуған яғыбыҙҙан матур ер юҡлығына инаныуы, быны минән ҡат-ҡат раҫлатып ҡуйыуы, үҙ диуарына ҡуйған урман-тауҙарыбыҙ фотоларын маҡтатыуы менән бер ҡатлы бәләкәй малайҙы хәтерләтте. Ғөмүмән, ихлас­лыҡ менән сиктәш ябайлығы миңә бик ирмәк тойолдо. Унан, үпкәләберәк, шул уҡ бер ҡат­лылыҡ менән «урта йәштәр кризисы» уға ҡағылмауын, ҡартайырға ашыҡ­мауын белдерҙе. Ҡайһылай ҡыҙыҡ: ҡатын-ҡыҙ менән ир-ат бер үк һүҙгә төрлөсә мәғәнә һала икән. Тик был осраҡта мин ғаиләләге кризис – ҡошсоҡтарын осороп, оя бушап ҡал­ғас, ҡасандыр бөтөн булған ике йәндең күптән яттарға әйләнеүе, бер-береһен ишетеүҙән туҡтауы, сөнки йылдар дауамында икеһе ике йүнә­лештә үҙгәреүе, әммә араларҙы бәйләп торған нәҙек кенә еп өҙөлөп бөтмәгән икән, бөтәһен дә һаҡлап ҡалырға мөмкин булыуы хаҡында һүҙ алып барғайным.
Ҡыҙыбыҙҙы кейәүгә биреп, туй мәшәҡәттәре менән ун көн самаһы бәйләнешкә сыҡмай торҙом. «Һине тағы юғалттым. Үпкәләттем шикелле? Күңелеңә оҡшамаған нәмәлер яҙҙым, ахыры? Шулай икән, зинһар, ғәфү ит. Әле ҡайҙалығыңды белмәйем, ләкин һиңә хәйерле иртә һәм уңышлы көн теләйем!» – таң һарыһынан алыҫ та­рафтарҙан оҙатылған был яҙма йөрәк­тең иң нескә ҡылына ҡағылып үтте. Киләһе хаттарында ул бәһлеүәндәй улдары менән ғорурланыуы, уларға һөнәр һайларға, аяҡҡа баҫырға ярҙам итеүе хаҡында һөйләне. Балаларына ныҡлы терәк була алған, уларҙы яҙмы­шының төп ҡаҙанышы тип һанаған уҙаманға ихтирамым бермә-бер артты. Әлбиттә, ул үҙе лә ғаиләм хаҡында белергә теләне. Ләкин ғүмерҙә лә күрмәгән кешегә нисек ҡапыл ғына асылаһың? Селтәрҙә аралашыуҙың бер өҫтөнлөгө бар – яуап бирергә телә­мәгән һорауҙарҙы ишетмәмешкә һа­лышырға мөмкин. «Ирең, балала­рың хаҡында һөйләмәҫеңде беләм, – тип яҙҙы ул. – Әммә миңә республикала «Иң яҡшы йыл уҡытыусыһы» тип танылыуың билдәле. Һуңлап булһа ла, ҡотларға мөмкинме?» Эйе, бөгөн кеше хаҡында бөтә хәбәр тиерлек Интернет киңлегендә урын алған, эҙләү системаһында исем-шәрифте йыйы­уың етә, барлыҡ мәғлүмәт ҡалҡып сыға шул.
Эстән генә танырға мәжбүрмен: уның ҡыҙыҡһыныу ҡатыш ихтирам, ифрат йылылыҡ һәм иплелек менән һуғарылған хаттарын түҙемһеҙләнеп көтөп алам да баһа! Онлайн аралашыу күҙмә-күҙ һөйләшеүҙән дә хәтәрерәк эҫендерә: әңгәмәсеңде ғәжәйеп бер нескәлек менән һиҙәһең, экранда ҡәләмдең йүгереүенән, йә туҡталып ҡалыуынан уйҙарының тулҡыны, тын алышы һирпелгәндәй. Башҡортостан­да йәшәү теләге унда көндән-көн нығына барыуын, бөтә күңелен яулауын тоям. «Тыуған яҡҡа ҡайтып төпләнәм, тиһең. Йөрәгеңдең яртыһы ҡалаңда ҡала бит. Ярты йөрәк менән ни эшләрһең?» – тим. «Ҡатыным да, мин дә күптән үҙ донъябыҙ менән йәшәйбеҙ. Балалар ғына бәйләп тора. Һаулыҡ барҙа ҡайтып, ҡалған йылдарҙы мине аңлаған кеше менән, яратып-яратылып үткәрге килә. Уны бәхетле итер өсөн йәнемде лә йәлләмәҫ инем! Йөрәктә ут һүнеп бөтмәгән дә инде!»
«Кешене кемдер бәхетле итә аламы икән? Бәхет бит ул күңелдең иң тәрән төпкөлөндә. Йә бар, йә юҡ. Кем менән һәм ҡайҙа йәшәүеңә ҡарамаҫтан», – был яуабым уны уйға һала. «Һин хаҡлыһыңдыр. Бәлки, юҡтыр ҙа...»
Яҡташымдың дыуамалыраҡ, ҡай­нар ҡанлы башҡорт икәнен тоҫмал­лайым һәм ҡапыл ғына уның ҡатынына ҡарата миндә теләктәшлек уяна: иренә аҡыллы улдар бүләк иткән, уларҙы үҫ­терәм тип йәшәй-йәшәй, мөхәббәт һүрелгәнен, ваҡытынан алда ҡартайы­уын да тоймаған ул. Күпселек ҡатын-ҡыҙ (мин дә!) балалар тип йән атып, үҙен онотҡан заттан бит. Шул уҡ ва­ҡытта ҡалған ғүмерен кендек ҡаны тамған төйәгендә, үҙ теленең моңон, тыуған тупрағының йылыһын тойоп, ҡарындаштары менән аралашып үткә­рергә теләгән ирҙе лә ғәйепләй алмайым. Ул, йөрәген тышаулап торған көс – һөйөү юҡҡа сыҡҡас, бөтә кәртә­ләрҙе емерергә әҙер арғымаҡты хәтер­ләтә ине.
«Ике аҙнанан ҡайтыр юлға сығам. Өфөнө күрһәтерһеңме? Унда ун йыллап булған юҡ, үҙгәргәндер инде...» – был хәбәрҙән йөрәгем туҡталғандай булды. Мин күрешмәйәсәгебеҙҙе бе­ләм, сөнки осрашыу бер нәмә лә бир­мәйәсәк. Шуға күрә эсемдән генә Интернет-дуҫым менән хушлашам һәм мең саҡрымдар аша: «Хызыр Ильяс юлдаш булһын һиңә. Тыуған яҡҡа илтер юлдар ғына түгел, бөтә тормош һуҡмағың ҡояш нурына күмелһен!» – тигән һөйләмдәр оса.
«Ҡояш – ул һин инең. Хаттарың һулар һауа кеүек кәрәк. Ҡош телендәй генә сәләм ебәр. Һис юғында, бер генә һүҙ...» Күңелемде урынынан ҡуп­тарған был юлдарҙы ла, ярһыу өмөт менән тулы артабанғы хаттарҙы ла яуапһыҙ ҡалдырам...
Сөнки күҙ күреме менән иңләп булмаҫ киңлектәрҙә һис уйламағанда танышып, бер-береһенең йөрәк шаң­дауын ишеткән ике йәндең аралашыуы ошолай тамамланыуы хәйерле, тим. Һөйләшеү рәүешен дә төҫмөрлә­мә­гән, һын-килбәтен ысынбарлыҡта күрмә­гән кеше миңә былай ҙа көтмә­гәнсә күпте бирҙе: ғүмерҙең бер мә­лендә арыған күңелемә мөғжизәүи яҡтылыҡ һирпеп, артабан йәшәп ки­тер көс менән һуғарҙы. Ә артығы яҙмышты һынау булыр ине».

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: