+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк дәрестәре
13 Ноябрь 2020, 17:58

Иртәләгән уңырмы, туңырмы?

Замана атай-әсәйҙәре ауыҙынан бәлиғ булған балаларына ҡарата: «Өйләнергә ашыҡма, ныҡлап аяғыңа баҫ», «Кейәүгә сығырға ҡабаланма, тәүҙә уҡыуыңды бөт», – тигән теләктәрҙе йыш ишетергә тура килә. Эйе, һәр ата-әсә балаһының һөнәр алып, аяғына баҫҡандан һуң, матур ғаилә ҡороп, бәхетле йәшәүен теләй. Әммә өлкәндәрҙең өгөт-нәсихәтенә ҡарамай, ҡайһы бер балалар үҫмерлек осоронан да сыҡмайынса парлы булырға ынтыла. Иртә никах тип бәлиғ булмаған егет һәм ҡыҙҙың ғаилә ҡороуы атала.

Был аҙымды яһарға ашығыуҙың сәбәптәре төрлөсә:
  1. Ирек. Йәш кеше ата-әсә күҙәтеүенән сығып, үҙенсә йәшәргә, башҡаларға ҙурайғанын иҫбатларға тырыша. Никах үҫмер өсөн иреккә сығыу, үҙ тормошон нисек теләй, шулай ҡороу юлы булып күренә. Ғаиләһендә йылылыҡ һәм аңлау тапмаған, ата-әсәһенең талаш-тартышына йыш шаһит булған балалар ҙа йәһәтерәк үҙ ояһын булдырыу, икенсе ысынбарлыҡҡа күсеү яғын ҡарай.
  2. Ҡыҙыҡһыныу. Үҫмерҙәр өсөн никахҡа инеү уйын һымағыраҡ ҡабул ителә, улар уның етдилеге тураһында бөтөнләй уйламай. Был йәштә тышҡы зауыҡ нығыраҡ ҡыҙыҡтыра: туй танта­наһы, аҡ күлдәк, никах балдаҡтары сағылышында күптәр ғаилә тормошо­ноң көндәлек хеҙмәт икәнлеген аңлап та етмәй.
  3. Мөхәббәт. Аңын һөйөү тойғолары томалаған йәштәрҙе йәшәргә урын булмауы ла, финанс ҡыйынлыҡтар ҙа ҡурҡытмай, улар менән «беҙ бергә барлыҡ кәртәләрҙе еңеп сығасаҡбыҙ» тигән ышаныс идара итә. Ата-әсәләргә был осраҡта ысын тойғоларҙың юғалмауын, киреһенсә, йылдар дауамында нығыныуын аңлатырға тырышыр кәрәк.
  4. Йөккә ҡалыу. Иртә йәштә ҡоролған никахтарҙың иң йыш осраған сәбәбе.
  5. Бер ҡатындың һөйләгәндәренән:
    «Ҡыҙым 16 йәшендә йөрөгән егетенән ауырға ҡалды. Ғаилә ҡоронда: «Яраһы сәскәһе ошолор, тыуыр йәнде ҡыймайыҡ», – тип ҡарар иттек. Егеттең ата-әсәһе менән килешеп, никах уҡыттыҡ, йәштәр үҙ аллы донъя көтһөн тип, ике яҡлап ярҙам итеп, фатир хаҡын түләп торҙоҡ. Тик балаларҙың бергә йәшәргә әллә теләктәре булманы, әллә ғаилә тормошона әҙер түгелдәр ине. Йыш ҡына тауыш ҡупты, кейәү дуҫ-иштәре менән кәйеф-сафа ҡорорға яратты, тапҡан аҡсаһын ғаиләһенә тотонманы тиерлек. Бала тыуғас, хәл тағы ла ҡатмарлашты, ҡыҙымдың да әхи­рәттәре менән осрашҡыһы, кеше араһында йөрөгөһө килә, тик ул өйҙә ултырырға мәжбүр. Баланы миңә ҡалдырыуҙар, фатирға дуҫтарын йыйып, шау-шыулы табын ҡороуҙар йышайҙы. Күршеләре хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итеп, бер нисә тапҡыр акт төҙөнөләр, эш сабыйҙы ата-әсәһенән тартып алыуға яҡыная башланы. Ейәнемде балалар йортона ебәрмәү өсөн үҙемә алдым, оҙаҡ та тормай, йәштәр айырылышып та ҡуйҙы. Ҡыҙым техникум бөтөп, эшкә урынлашты. Улына ҡарата баштан нисек һалҡын булһа, әле лә шулай. Хәҙер ейәнемә 14 йәш, ул тулыһынса ирем менән минең ҡарамаҡта. Ҡыҙым 26 йәшендә икенсегә тормошҡа сыҡты, кейәү менән арыу ғына йәшәйҙәр, өс йәшлек ҡыҙҙары бар. Тик ейәнемдең әсә наҙын күрмәй үҫеүе, улар араһындағы һалҡын мөнәсәбәт күңелемде әрнетә…»
    Билдәле булыуынса, 18 йәшкә тиклем ҡоролған никахтарҙың 20 проценты ғына һаҡлана. Бының сәбәптәре нимәлә икән? Психологтар түбәндәгеләрҙе билдәләй:
    *Йәштәрҙең ғаилә тормошона физик һәм психологик йәһәттән әҙер булмауы. Үҫмерлек осорона хас мин-минлек бер-береңә юл ҡуйырға, үҙ-ара уртаҡ ҡарарға килергә ҡамасаулай, шул арҡала ғаиләлә йыш ҡына ғауға сыға. Бала тыуған осраҡта, күпселек 16–17 йәшлек ҡыҙҙар һәм егеттәрҙә әсәлек һәм атайлыҡ хистәре уянмай. Күптәре баланы «ҡамасаулаусы» тип ҡабул итә.
    *Ғаиләне матди яҡтан тәьмин итә алмау. Әлегә тейешле белеме, һөнәре булмаған йәштәр башлыса ата-әсәһе ҡарамағында, улар менән бергә йәшәргә мәжбүр. Бының ололарға ла оҡшап етмәүе бар. Йәшләй генә кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙың әсәһе әйтмешләй: «Элек бер ҡыҙымды ҡарарға кәрәк ине, хәҙер ике кеше беҙҙең елкәлә».
    *Белем алыу, күңелеңә ятҡан һөнәр­гә эйә булыу, карьера яһау йәһәтенән сикләнгәнлек. Ошо сәбәптәр арҡа­һында «заяға үткән йәшлек» өсөн бер-береңде ғәйепләү.
    Әммә иртә ҡоролған никахтарҙың ыңғай яҡтары ла юҡ түгел. Беренсенән, йәшләй өйләнешкән парҙар бер-береһенә еңелерәк яраҡлаша ала. Был осорҙа холоҡ әле ҡәтғи һалынмаған, яратҡан кешең хаҡына ҡайһы бер ғәҙәттәрҙән баш тартып, ҡайһы берҙәрен үҙгәртеп була. Икенсенән, ғаилә ҡороу тигән етди аҙым йәштәрҙе үҙ аллылыҡ, яуаплылыҡ тойорға өйрәтә. Был үҫмерҙе психологик яҡтан тиҙерәк өлкәнәйтә.
    Нисек кенә булмаһын, иртә ҡорол­ған никахтар оло быуын – атай-әсәй, ҡайны-ҡәйнә тарафынан нығыраҡ яҡлауға, һаҡлауға мохтаж булыуы бер кемгә лә сер түгел. 16–17 йәштә ысын һөйөү булмай, тип инҡар итергә ашыҡмағыҙ. Ниндәйҙер сәбәп менән бәлиғ булмаған ике йәш йөрәк бер­ләшкән икән, уларҙың ғаилә карабын тормош дауылдарынан ҡурсалау – һеҙҙең дә изге, мөҡәддәс бурысығыҙ, хөрмәтле атай-әсәйҙәр!

    Ғәлиә СӘЛИХОВА.

    Читайте нас: