-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк дәрестәре
9 Ноябрь 2020, 16:45

«Өндәшмәүе менән яфалай»

«Ирем менән тормошобоҙҙоң ҡото ҡасты. Һис әҙәм рәүешле аңлашып, бер фекергә килә алмайбыҙ. Араны көйләргә тырышып һүҙ башлауҙарым да, бәхәстәр ҙә бер төрлө тамамлана: ул һөйләшеүҙе ҡырт бүлеп залға инеп китә лә телевизор ебәрә йә телефонына төбәлә. Мин аптырап, эсемдән генә һыҙылып, аш бүлмәһендә юҡ эшемде бар итеп йөрөйөм. Кистәрҙе шулай үткәрәбеҙ. Ни эшләргә лә, ни уйларға ла белмәйем. Өндәшмәүе менән язалауҙары үҙәгемә үтте. Нимә оҡшамағанын сатнатып әйтһен дә бөтһөн ине, тием. Ҡысҡырһа ла, ул ҡәҙәр ҡыйын булмаҫ кеүек...». Психотерапевтҡа ошолай зарын түккән Гүзәлиәгә утыҙ ике йәш. Ире – үҙенең тиҫтере. Өйләнешеүҙәренә бер йыл да юҡ. «Танышҡас та холҡо тиҫкәре икәнен самалағайным инде. Ике-өс тапҡыр юҡҡа ғына үпкәләп, аҙналар буйы үҙе лә шылтыратмайынса, минең шылтыратыуға ла яуап бирмәйенсә йөрөнө. Ләкин мин ғашиҡ инем, иғтибар итмәнем, шулай үтеп китте. Әле иһә һис үтерлек түгел, киреһенсә, көндән-көн ауырыраҡ була бара», – тип уфтана ҡатын.

Йәберләү ул ҡул күтәреү йә булмаһа мыҫҡыллы һүҙҙәр әйтеп күңелде теткеләү генә түгел бит. Ғаиләлә көс ҡулланыу әллә нисә төрҙә булырға мөмкин. Өндәшмәйенсә, инҡар итеп ғазаплау ҙа психологик баҫым алымы.
Аралашыуҙың бындай юлын һайлаған кеше мөнәсәбәттәрҙе хакимлыҡ өсөн көрәш итеп ҡабул итә, был көрәштә яңылыш ҡына ла йомшаҡлыҡ күрһәтергә, еңелергә ярамай, тип уйлай. Асыҡ әңгәмәнән ҡасып, ғәҙәттә, ул үҙ теләгенә ирешә. Өндәшмәү уға башҡа кеше менән идара итеү мөмкинлеген бирә. Ҡатынын «уҡытырға» теләгән ирҙең ҡапыл ғына уны ярты һүҙҙә бүлдереп, ишекте шапылдатып ябып, өйҙән сығып китеүе лә бар. Әйтелмәгән һүҙҙәре, йөрәкте өткән хистәре менән ҡалған бисәһе ни эшләй – унда уйы ла юҡ. Тынлыҡ менән язалауҙы ғәҙәт итеп алған кешеләрҙең күбеһе бала саҡта яҡындарының баҫымы аҫтында, уларҙың һалҡынлығын тойоп үҫкән. Ғаиләлә үҙҙәрен шулай тотоу улар өсөн ғәҙәти.
Күҙгә ҡарап һөйләшеүҙән баш тартыуҙың мөнәсәбәттәрҙе ҡыйратыуы көн кеүек асыҡ. Ни өсөн өндәшмәү шулай емергес көскә эйә? Ул күңелдә бушлыҡ хасил итә. Һәм оло бушлыҡ тиҙ арала шик-шөбһәләр, ҡурҡыу тойғоһо менән тула. Шулай баҫым яһаусы ир ҡатынының үҙ көсөнә, мөмкинлектәренә ышанысын ҡаҡшатыу, хәл-шарттарҙы, ғөмүмән, донъяны, үҙен дөрөҫ баһалауына шик уятыу маҡсатын ҡуя. Уларҙың ҡорбандарында ысын-ысындан психологик проблемалар башлана. Әлбиттә, көсөргәнештә оҙаҡ йәшәү һаулыҡта сағыла. Стресс неврозға, ашҡаҙан йәрәхәтенә, гипертонияға һәм башҡа сирҙәргә килтерә. Гүзәлиәнең дә йоҡоһо ҡасҡан, ҡан баҫымы күтәрелгән, йөрәге дөп-дөп тибә, ҡулына эш бармай – ул тамам хәлһеҙләнеп, ауырыу хәленә еткән.
Һис шикһеҙ, өндәшмәйенсә һанға һуҡмаҫҡа тырышыуҙар яуап биреү теләген уята. Йәберләнеүсе кеше, ҡағиҙә булараҡ, шикләнеүҙән дәғүә белдереүгә, ғәйепләүгә күсә – һөжүм итә. Асылда иһә был – ҡасандыр уның өсөн йән атҡан кешенең йөрәк ҡапҡаларын асырға тырышыу, аралағы һалҡын тынлыҡты юҡҡа сығарырға ынтылыу.
Өндәшмәй өҫтөнлөк алыу ысулын ҡулланған кеше үҙен тел тейҙергеһеҙ хаҡлы тип һанай. Йәнәһе, ул бар нәмә хаҡында ла белә, ул ғына дөрөҫ. «Һинең шул булыр инде», «һинән тағы ни көтәһең» тигән һүҙҙәр йәки боҙҙай ҡарашы менән ҡатынының йәнә бер аңлашырға тырышыуын баҫып ҡуя ул.
Икәү араһында ҡапма-ҡаршылыҡтар тәбиғи. Һәм был хаҡта уртаға һалып һөйләшә белергә кәрәк. Һәр кемдең үҙ фекерен белдереү һәм ишетелеү мөмкинлеге бер тиң булырға тейеш. Араларға тынлыҡ диуарын ҡуйған кеше, ғәҙәттә, бер һорауға яуап таба алмай торған: мин уның менән бергә булырға теләйемме? Шуға күрә гел арауыҡ ҡалдыра. «Мин һинең менән түгел, ләкин һинән башҡа ла түгел», тиеүе инде үҙенсә.
...Гүзәлиә үҙен бөгөн оло юл сатындағы мосафир һымаҡ тоя. Күңелендә «ирем өсөн һаман ҡәҙерле кеше булып ҡалам» тигән өмөт осҡоно ла һүнмәгән. «Ләкин ғүмер буйы көсөргәнештә йәшәгем килмәй. Һуңғы тапҡыр һөйләшергә тырышып ҡарайым да, холҡон үҙгәртмәһә, бергә була алмаясаҡбыҙ», – ти ул.
Берәү һөйләп, икенсеһе уны ишетмәй һәм өндәшмәй ҡала икән, был пар тарҡалыуға дусар. Күңеле асыҡ кешеләрҙең ярашыу өсөн гел тәүге аҙым яһауҙан арып, тиҫкәре йәренән киткән осраҡтары күп. Өндәшмәүҙе еңеү сараһы итеп күреүсене көтөлмәгән был хәл уйға ҡалдырырға мөмкин. Шул саҡта, бәлки, ул асылырға, юл бирергә өйрәнер. Өйрәнмәһә инде, уның артабанғы мөнәсәбәттәрендә лә шул уҡ тарих ҡабатланасаҡ.

Резеда НАГАЕВА,

табип-психотерапевт.

Читайте нас: