– Сабый сәләмәтлегенә ҡағылышлы бәләкәй генә шик тыуһа ла, уны ҡосаҡлап, табипҡа йүгерергә кәрәк. Алтындан мең ҡиммәт ваҡытты юғалтыу бәләкәскә ярҙам итеү мөмкинлеген әллә нисә тапҡырға кәметә. Мәҫәлән, ике йыл элек яңы килгән балалар араһында тыумыштан нервы системаһы фалижынан яфаланған биш йәшлек ҡыҙсыҡты күреп, неврологыбыҙ Гүзәл Ҡадирова йөрәге менән һыҙылып: «Их, бығаса ҡайҙа булдығыҙ?!» – тигәйне. Белгестәрҙең артабанғы ике йыл дауамында йән көсөн биреп тырышыуы һөҙөмтәһендә бала быйыл коррекция мәктәбенә китте. Ләкин, иртә дауалай башлағанда, бәлки, ҡәҙимге мәктәптә уҡый алыр ине, – тип бүлешә Зөлфирә Хөсәйен ҡыҙы.
Мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика реабилитация үҙәге өс тиҫтә йылға яҡын тарихҡа эйә – ул 1992 йылда асылған. Бында ауыр неврология ауырыуҙарынан – үҙәк нервы системаһы фалижынан, эпилепсиянан, аутизм һәм Даун сирҙәренән интеккән, ҡаты сырхап йәки имгәнеү сәбәпле киң донъялары тарайған, зиһен ҡайтышлығынан яфаланған, насар күргән йәки ишеткән өс йәштән 18 йәшкә тиклемге балалар реабилитация үтә.
Ойошманың Туймазыла, Бөрөлә, Бәләбәйҙә, Октябрьскийҙа, Бүздәктә, Баҡалыла һәм Благоварҙа филиалдары бар. Өфөләге ҙур тармағы көндөҙгө стационар булараҡ эшләүсе социаль, психологик, һөнәри, медицина реабилитациялау бүлектәренән ғибәрәт. Физик яҡтан йәки аҡыл, хис-тойғо, телмәр үҫеше тотҡарланған балаларҙың һаулығын мөмкин тиклем яҡшыртырға, уларға социалләшергә – сәләмәт кеше өсөн дә ябай булмаған тормошта яраҡлашырға ярҙам итергә тырышалар бында. Донъяға фәрештә күҙе менән баҡҡан сабыйҙар үҙҙәрен, башҡалар кеүек, йәмғиәтебеҙҙең тиң ағзаһы итеп тойһон, тормошто тар фатир тәҙрәһенән түгел, бөтә төҫтәре һәм сағылыштары менән күреп үҫһен, тип ынтыла белгестәр. Ауырыу сабыйҙың йөҙөн балҡытҡан йылмайыу улар өсөн – ҡояш, һүҙ түгел, ижек, хатта өн әйтеүе, быға тиклем хәрәкәтһеҙ ҡулының сеңкәй бармағын ҡыбырҙатыуы – берлектәге оло еңеү, хәлһеҙ аяҡтары менән ергә баҫып, ышанысһыҙ тәүге аҙымын яһауы – йыһанды яулауға бәрәбәр. Фиҙакәрҙәр командаһы менән бала һәм ата-әсә ҡулға-ҡул тотоношоп үткән ауыр юл – һәр осраҡта ла ҡаһарманлыҡ. Таштай ҡатҡан һеңер-тарамыштарын яҙғанда ауыртыныуҙан илаған сабыйҙы йыуата-йыуата массаж яһаусылар, махсус яйланмалар ярҙамында, бирсәткә кейгән бармаҡтары менән тәүҙә аңҡау-телде йомшартып, артабан һәр өн-ауаз өҫтөндә эшләүсе логопедтар, сабыйҙың ябыҡ күңеленә алтын сабырлыҡтар менән асҡыс табыусы психологтар, бәләкәстең үҙенсәлеген иҫәпкә алып, уны айырым программа буйынса тергеҙеүсе физиотерапевтар, реабилитологтар – ҡайһыһын алһаң да, юғары күңел сифаттарына эйә оҫталар.