+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк дәрестәре
12 Май 2020, 20:53

Матур ‒ матур түгел...

...‒ Егеттәр сибәр ҡыҙҙарға ғына ҡарай һәм өйләнә, ‒ тине оялсан, йәш ҡыҙ, ҡарашын ергә төшөрөп. ‒ Һин үҙеңде йәмһеҙ тип уйлайһыңмы әллә? ‒ Эйе... ‒ Үҙең шулай уйлағас, ни әйтәйем?!.. Шулай ҙа тыңла:

Кактус сәнскеле, башҡа гөлдәр кеүек ебәк япраҡлы булмаһа ла матур сәскә ата...
Ҡыҙ бер аҙ уйланып торғандан һуң йылмайып, серле ҡарашын күтәреп, миңә ҡараны ла...
‒ Эйе шул, ‒ тине, бит алмаларын алландырып.
‒ Матур ‒ матур түгел, яратҡан матур, аҡыллым!.. Был турала бер ваҡытта ла онотма, йәме!
Ҡыҙ минең менән килешеүен белдереп, башын ҡаҡты.


Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА.

Читайте нас: