+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк дәрестәре
2 Март 2020, 17:40

Балҡығың килһә – эстән яҡтыр!

Мауығып ейәнсәрем менән ябай ғына уйын уйнайбыҙ: мин сүпләп алып биргән бәләкәй таштарҙы ул күләүеккә ташлай, һәм, тирә-яҡҡа сәсрәгән тамсыларға ҡарап, рәхәтләнеп көлә.

Юлсылар түгеп киткән бер төрлө һоро ҡырсынташ өйөмөндә һары билле ялтыр бер ҡыҙыл таш иғтибарҙы үҙенә тартты. Ул башҡаларына бөтөнләй оҡшамаған, бер аҙ аҡыҡты хәтерләтеп тә тора. Бында нисек килеп эләккән? Ентекләп ҡарап ултырыуымды күргән ҡыҙыҡайым да: «И-и-и, ҡалай матур!» – тип, яныма сүгәләне, таштарҙы барлай башланы, ләкин минең ҡулымдағы кеүек үҙенсәлеклеһен тапманы. Мин «аҡыҡ»ты уға һондом. «Был матурҡайҙы бысраҡ һыуға ташламайым инде», – тип, уны кеҫәһенә һалып алды ейәнсәрем.
Шунда башыма бер ҡыҙыҡ сағыштырыу килде. Таштарҙы кешеләр тип күҙ алдына баҫтырҙым – бер урынға шундай күп өйөлгәндәр һәм һәр береһен айырып ҡарауы бик ауыр, имеш. Ләкин улар араһында башҡаларға оҡшамаған берәү, әлеге таш ише, иғтибарҙы үҙенә тарта. Ундайҙарҙы беҙ сағыу шәхес тип атайбыҙ. Йыһандағы Юғары көстәр ҙә ерҙә мыжғыған халыҡ араһында иң беренсе сағыу шәхестәрҙе аңғаралыр ул...
Был сағыштырыу быйыл йәй булған тағы бер ваҡиғаға әйҙәп алып китте. Баҡсанан ҡурай еләге йыйып индереп, ҡыйҙан таҙалар өсөн өҫтәлгә йәйеп ебәргәйнем, емеш араһынан ике «ҡояш апай» килеп сыҡты. Улар, өҫтәл буйлап йөрөп, тирә-яҡ менән танышырға тотондо. Икеһен дә усыма һалып, тышҡа сығарып ебәрергә булдым. Шунда «ҡояш апай»ҙарҙың берәүһе үлгәнгә һалышып хәрәкәтһеҙ ятты ла ҡуйҙы, ә икенсеһе, ҡулымда улай-былай сабып, асылған яңы донъяны ихлас өйрәнергә кереште. Теге ҡурҡаҡты үлән араһына төшөрҙөм дә (сөнки ул миңә ҡыҙыҡ түгел ине) ҡыйыулығы менән иғтибарымды яулаған «батыр»ҙы ҡыҙыҡһынып күҙәтә башланым. Ул усымдан ҡул һыртына сыҡты, урта бармаҡтың осона барып етте. Ҡулымды өҫкә күтәрҙем, яратып өлгөргән йән эйәһе, ҡанаттарын бер аҙ елпеп алды ла осоп китте.
Бына ошо ике ваҡиға сағыу һәм тоноҡ кешеләр хаҡында мәҡәлә яҙырға этәрҙе...

Рәхимә МУСИНА,

психолог.

Әбйәлил районы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2020) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: