+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк дәрестәре
14 Август 2019, 12:32

Йәшәргә һуңлама!

Был яҙма – һис кенә «үткәндәрҙе онотоғоҙ!» йәки «киләсәккә күҙ һалмағыҙ!» тигән саҡырыу ҙа, йә булмаһа дыуамалланып, баш юғалтып йәшәргә өндәү ҙә түгел. Даими авторыбыҙ, юғары категориялы табип-психотерапевт Резидә НАГАЕВА бары тик шуны хәтеребеҙгә төшөрөргә теләй: бөгөнгө көн өсөн мөһим эштәрҙе иртәгәгә ҡалдырмау – туп-тура бәхеткә илтеүсе юл.

Бер хеҙмәттәшем ғүмер буйы хыялланып йөрөгән эшенән ҡолаҡ ҡаҡты. Сәбәбе шул: ойошма етәксеһе танышып һөйләшеүгә саҡырғас, көн дә, «иртәгә барырмын», тип аҙна дауамында һуҙҙы, һөҙөмтәлә урынына ҡапыл ғына икенсе кешене алып ҡуйҙылар. Ундай тәҡдимдең һирәк яһалыуын белгәнгә, бик үртәнде үҙе. Институтты тамамлағанда, көнө килеп еткәс, өс тәүлек йоҡламайынса диплом яҙған, шунан тубалдай баш менән кафедраға сапҡан һабаҡташыбыҙ ул.
Хәл иткес эште аҙаҡҡа ҡалдырырға яратҡан тағы бер танышым – ғәжәйеп талантлы әҙип хаҡында әйтеп үтмәксемен. Мәскәүҙәге ҙур нәшриәт, һәләтен юғары баһалап, яҡшы гонорарға китап яҙыуын һорағас, ул айҙар буйы компьютер артына ултыра алмай яфаланды. Ваҡиғалар барышы, геройҙар яҙмышы – барыһы ла әллә ҡасан башында, тот та яҙ ғына. Билдәләнгән ваҡыт үтте, танышым ҡулына үҙе инеп килгән яҡшы төшөмдән яҙҙы. Әлбиттә, китап торараҡ донъя күрҙе, ләкин эште аҙаҡҡа ҡалдырыу ғәҙәтен ул бөгөн дә ташламай. Шул арҡала яҙмыш алдына «мә!» тип сығарып ҡуйған бихисап мөмкин­лектәрҙе ысҡындыра. Ошондай хәлдәр һеҙҙең менән дә була икән, тимәк, һеҙ ҙә – тормошто иртәгәгә ҡалдырыусы заттарҙан.
Бындай «диагноз»лы кешеләр, ғәҙәттә, киң яҡлы, ижади, ләкин төрлө шиктәргә бирелеүсән. Кәрәкле ҡарар ҡабул итеүҙе иртәгәгә ҡалдырыу ғәҙәте йәшкә лә, кешенең тәбиғәтенә лә бәйле түгел. Уларҙың ҡайһы береһе, бер нәмәгә өлгөрмәйем, миңә ялҡаулыҡ һәм ваҡытты дөрөҫ бүлмәү ҡамасаулай, тип үҙ өҫтөндә эшләргә тотона: сәғәттең һәр минутын бүлеп, телефон кенәгәһенә яҙып ҡуя, көн дә йүгерә башлай, йә һалҡын һыу менән ҡойона.
«Бер нәмәгә лә өлгөрмәйем», – тигән һүҙҙәр нимәне аңлата? Улар артында йыш ҡына «ҡурҡам», йәки «бөтә нәмәне ныҡ яҡшы итеп эшләргә тейешмен», «яңылышырға хаҡым юҡ» тигән тауҙай шөбһәләр тора.
«Иртәгә!» тиеүҙең сәбәптәре
Һүнгән өмөттәр
«Эх, элекке һомғоллоғом ҡайҙа икән?! Анау ҡиммәтле күлдәкте кейеп, донъялағы иң ҡупшы ҡатын булып йөрөр инем!» – бер көн сауҙа үҙәгендә урта йәштәрҙәге сибәр ханымдан шундай һүҙҙәр ишетергә тура килде. Ә яңыраҡ миңә консультацияға килгән тулы кәүҙәле һылыу: «Биш килограмға ябыҡһам, күптән оҡшатып йөрөгән шәп егетте ҡаратыр инем!» – тип белдерҙе. Ҡатын үткәндәге зифалығын һағынып, булған ҡиәфәтенә хушһынмайынса, ә ҡыҙ, киләсәкте идеаллаштырып, әлеге ваҡыттың ҡәҙерен ебәрә.
Дәрт юҡлығы
Эште башлап ебәрер өсөн дәрт кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр дәрт итеп кенә тотона алмай уға. Ваҡыты еткәс, йә үҙен сыбыртҡылап ҡыуалай башлай, йә етәксеһенән ҡамсы эләгә. Ә ашығып эшләгән эштең сифаты ла шул рәүешле.
Тимер ҡоршау
Ҡурҡыу тойғоһо – «иртәгә йәшәүселәрҙең» төп бәхетһеҙлеге. Килбәтһеҙ булыуҙан, нимәнелер башҡарып сыға алмауҙан, үҙен күрһәтеүҙән ҡурҡыу уларҙың уйҙарына, ғәмәлдәренә тимер ҡоршау һала.
Үҙеңде гел тикшереү
«Дөрөҫ эшләнемме?» – тип гел үҙебеҙҙе тикшереп тороу иң яҡшы сифаттарыбыҙҙы балҡытырға, яуаплы, егәрле хеҙмәткәр икәнебеҙҙе белдерергә, ҡәҙерле кешебеҙгә уны яратыуыбыҙҙы һуңламай әйтергә ҡамасаулай.
Артыҡ камиллыҡҡа ынтылыу
Тәҙрә төбөндәге саңды ғына һөртөп алам, тип, тотош өйөн йыуа башлаған, шунан арманһыҙ арыуҙан бер аҙна шыңғырҙап йөрөгән кеше бармы арағыҙҙа? Камиллыҡҡа ынтылыуҙа ла сама булырға тейеш. Самаларҙан сығып, үҙеңә артыҡ ҙур талаптар ҡуйыу әлеге лә баяғы хәүеф хисен уята. Был хис иһә беҙҙең хәрәкәттәрҙе, зиһенде бығаулай.
Тәрбиә хаталары
Гел теҙгендә тотоп тәрбиәләнгән балалар башҡаларға ҡарағанда ҡыйыуһыҙ булып үҫә. Улар ҡабул иткән ҡарарҙарының дөрөҫлөгөнә йыш икеләнә, тормош юлы буйлап атлағанда аҙымдарын үтә һаҡ баҫа. Үҫеп етеп, ғаилә ҡорғас та, ата-әсә шелтәһенән һағайып ғүмер итә.
Ҡомар
Ә ҡайһы берәүҙәргә эште һуңғы минутҡа тиклем һуҙыу ысын-ысындан оҡшай. Улар хатта махсус шулай итә. Хәл иткес мәлдә ҡанда адреналин ҡайнауҙан ундайҙар үҙҙәренә әйтеп бөткөһөҙ ҡәнәғәтлек ала, эште тирләп-бешеп иң аҙаҡҡы секундта ослап ҡуйыуҙан бәхет тоя.

Депрессия
Эшкә ҡул бармауға күңел төшөнкөлөгө лә сәбәпсе булыуы ихтимал. Был осраҡта күңелде икеләнеүҙәр теткеләмәй. Тик арҡыры ятҡанды буй һалғығыҙ ҙа килмәй, ғөмүмән, бер ни эшләргә теләмәйһегеҙ. Был хәл бер айҙан артыҡ дауам итеп, унан үҙегеҙ генә сыға алмайһығыҙ икән, һеҙгә психотерапевт ярҙамы кәрәк.
«Мин тейеш!» тимәгеҙ
«Мин тейеш!» – тигән һүҙ эске ҡаршылыҡ тыуҙыра, теге йәки был эштән ҡәнәғәтлек алырға ҡамасаулай. Мәҫәлән, яңы проектҡа һис тотоноп китә алмайһығыҙ, ти. Үҙегеҙҙе: «Мин быны эшләргә тейеш! Башҡа юл юҡ!» – тип өгөтләйһегеҙ. Сөнки килешеүҙең уңышына компаниялағы эштәр барышы, хеҙмәт хаҡығыҙ бәйле. Бер минутҡа туҡталып, компанияға бурыслы булыуығыҙҙы онотоғоҙ. Ни өсөн эште кисектереүегеҙ хаҡында уйлағыҙ. Бәлки, аныҡ ҡына маҡсат күр­мәйһегеҙҙер, йә булмаһа ҙур тырышлыҡ һалынған был проекттан нимә көтөүҙәрен аңлап бөтә алмайһығыҙҙыр. Ошо һорауҙарға яуап эҙләгеҙ, таба алмаһағыҙ, етәксегеҙгә мөрәжәғәт итегеҙ.
Өлгәшерлек маҡсаттар ҡуйығыҙ
Дөрөҫ ҡуйылған маҡсатты, яртылаш үтәлгән, тиергә мөмкин. Ҙур хыялдар ҡороғоҙ, ләкин маҡсаттар өлгәшерлек булһын. «Мин ябығырға теләйем!» – тимәгеҙ. «Ай буйына аҙнаһына дүрт тапҡыр берәр сәғәт фитнес менән шөғөлләнәм һәм биш килограмға ябығасаҡмын!» – тип әйтегеҙ. Ҙур моратты бер нисә өлөшкә бүлегеҙ.
Ял итегеҙ
Ике йыл отпускыһыҙ эшләйем, тип маҡтанаһығыҙмы? Үҙ хәлен үҙе белмәй ултырған бындай хеҙмәткәрҙе туп-тура шифаханаға оҙатырға кәрәк. Йәнен, тәнен тәртипкә килтереү өсөн. Тимер машинаға ла йылына бер тапҡыр техник ҡарау уҙғаралар.
Файҙаһыҙ уйҙарҙы ҡыуығыҙ
«Булдыра алмайым!», «Ҡулдан килмәҫ!» – тигән уйҙар башығыҙҙа булмаһын. Ҡаяға күтәрелеүсе альпинистарҙы күҙ алдына килтерегеҙ: был ваҡытта улар тау-ташҡа сатырман йәбешеп, артабан үрмәләү хаҡында ғына уйлай. Башын бүтән фекер биләһә, ни булыр ине?
Һайлай белегеҙ
Көсөгөҙҙән килерҙәй һәм һеҙҙең өсөн ысынлап та ҡыҙыҡлы, мөһим проекттарҙы һайлағыҙ.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се (2019) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: