+17 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк дәрестәре
22 Июль 2019, 18:23

Республикала «Йөрәк һүҙе» телевизион шиғриәт конкурсы үтәсәк

Башҡортостанда «Йөрәк һүҙе» телевизион шиғриәт конкурсы уҙасаҡ. Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә арналасаҡ.Башҡортса үткән ижади бәйгелә һөнәри актер йәки режиссер белеме булған кешеләр ҡатнаша ала. Улар ҡатнашлығында төшөрөлгән тапшырыуҙар конкурс программаһына инәсәк.

Башҡортостанда «Йөрәк һүҙе» телевизион шиғриәт конкурсы уҙасаҡ. Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә арналасаҡ.
Башҡортса үткән ижади бәйгелә һөнәри актер йәки режиссер белеме булған кешеләр ҡатнаша ала. Улар ҡатнашлығында төшөрөлгән тапшырыуҙар конкурс программаһына инәсәк.
Ярыш һөҙөмтәһендә «Һүҙ оҫтаһы» һәм «Тамашасы һөйөүе призы» номинацияларында еңеүселәр билдәләнәсәк. Һайлап алыу турында SMS аша тауыш биреләсәк һәм баһалама ағзалары тауыш биреп, конкурс ярымфиналсыларын асыҡлаясаҡ. Иң күп тауыш алған 18 кеше телепроекттың йомғаҡлау кисәһендә ҡатнашасаҡ. Ул Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә шиғри көс һынашыу формаһында үтәсәк.
Конкурсты «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы), Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры ойоштора.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас: