«Тапшырыу 2011 йылдың октябрь айында тәүге тапҡыр эфирға сыҡты. Ул ваҡыттағы телестудияның баш мөхәррире Эльвира Айытҡолова, педагогика тураһында программа кәрәклеген әйтеп, идея бирҙе. Форматы бик үҙенсәлекле ине: билдәле, «йондоҙло» ғаиләләрҙең бала тәрбиәләү үҙенсәлектәре тураһында видеосюжеттар төшөрөлә, артабан студияла, түңәрәк өҫтәл артында эксперттар уларҙы ҡарап үҙ фекерен әйтә, бәхәсләшеп тә китә, тәрбиәләге хаталар һәм ыңғай күренештәр тураһында фекер алыша. Телевизор ҡараусыларға, бер яҡтан, яратҡан шәхестәренең ғаилә тормошо ҡыҙыҡ булһа, икенсе яҡтан, белгестәрҙең – психолог, педагогтарҙың – фекерҙәре файҙалы. Бигерәк тә башҡорт халыҡ педагогикаһы, олатай-өләсәйҙәр мәктәбе, йолалар, мәҡәлдәр аша тәрбиәләү тамашасыға бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирә ине. Шул фекерҙәрҙе йыйып, берәй китап сығарғанда шәп булыр ине, тигән уй ҙа килә башҡа», – ти проекттың авторы Гөлназ Яҡупова. Алдындағы ҡағыҙға башына килгән һәр һүҙҙе теҙеп, тапшырыуға исем эҙләгәне бөгөнгөләй күҙ алдында. «Бала – ул бәхет» тигән фекер күңеленә яҡыныраҡ булып, уйлап сығарылған «бәхетнамә» һүҙе еңеп сыға. «Тапшырыуҙың есеменә бик килешә ине был исем. Хәйер, бөгөнгөһөнә лә таман ғына кеүек, сөнки беҙ көн һайын телевизор ҡараусыларға бәхетле булыу серҙәрен еткерәбеҙ», – ти ул.
Эйе, мөнәсәбәттәр, психология, һаулыҡ һаҡлау, ҡатын-ҡыҙҙың ҡул эштәре, өй һәм дизайн, шәхси үҫеш – «Бәхетнамә» күтәргән темалар төрлөлөгө менән йәлеп итә.