+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк дәрестәре
6 Июнь 2019, 17:49

Бәхет кескәй шатлыҡтарҙан тора

«Бөтә яҡшы нәмә – балаларға!» Совет заманындағы ошо һүҙҙәр һеҙгә яҡшы танышмы?

Был бөгөн саҡырыу һымаҡ яңғырамаһа ла, байтаҡ ғаиләләр өсөн йәшәү ҡағиҙәһе булып тора. Һүҙ сәңгелдәк янында йоҡоһоҙ үткәргән төндәр, бәпес тыуғандың тәүге айҙарында ял төҫө күрмәйенсә йонсоуҙар хаҡында түгел. Күптәр йөрәк парәһе хаҡына бар нәмәнән баш тартыуҙы дөрөҫ тип һанарға күнеккән. Ләкин бала ошоларҙы күреп, үҙеңде ҡорбан килтереү, үҙеңдән ваз кисеү тәжрибәһен әкрен генә һеңдереп буй еткерә – был турала ирҙең дә, ҡатындың да башына килмәй.
«Бала өсөн йәшәйбеҙ», – күптән түгел консуль­тацияға килгән йәш әсәй, бер-бер артлы ике малайға ғүмер биргән ауыл ҡыҙы ошо һүҙҙәрҙе ҡат-ҡат әйтте. Ысынлап та, сабый – беҙҙең йәшәү мәғәнәһе лә, маҡсаты ла, ҡото ла. Ләкин йыш ҡына шулай тип, ата-әсә үҙ ихтыяждары, хыялдары менән хушлаша. Бигерәк тә беҙ, гүзәл заттар, бәпес тыуғас, бөтмәҫ мәшәҡәттәргә сумабыҙ ҙа юҡҡа сығабыҙ. Күп ҡатындар әсәлек бәхетен татыу менән тормоштоң башҡа яҡтарын күрмәй башлай, ҡатын-ҡыҙға тәғәйен бүтән ролдәрҙе онота. Ни эшләһен: бәпес бер киҙеүҙән һауығып бөтмәй, икенсеһен эләктерә, теше сығып мыжый, ә уның атаһының һуңлап ҡайтыу­ҙары йышая, өйҙә саҡта ла бәпесен күтәрәһе урынға ҡулына телефонын алырға тора.
Әлбиттә, бала бәләкәй саҡта сабыр итергә, үҙеңде ваҡытлыса онотоп торорға кәрәк икәнен әсә бик яҡшы аңлай. Ләкин был осор даимиға әйләнә. «Иң мөһиме – ҡыҙым (улым) бәхетле, сәләмәт булһын, бүтән бер ни кәрәкмәй!» – тип ҡабатлай эстән генә ул.
Ә ҡыҙы ла, улы ла әсәнең йонсоу йөҙөндәге һүрән генә йылмайыуҙы күреп үҫә – үҙенә ял бирмәгән ҡатындың йылмайыуы көҙгө ҡояш байыуына оҡшаш. Улар, бигерәк тә ҡыҙсыҡтар, әсәйгә ҡарап, теләктәрен тыйырға, мәнфәғәттәрен баҫырға өйрәнә. Теләйме, юҡмы, уның тотошон, ҡылығын ҡабатлай.
Арыған саҡта ла туҡтап хәл йыймайынса, башҡаларҙы хәстәрләүен дауам иткән, быны үҙенең төп бурысы тип һанаған әсә һәр ваҡыт тиерлек хәүефле. Хис-тойғолар тигеҙлеге, эске тыныслыҡ өсөн ял, ситтән үҙеңә күҙ һалыу кәрәк тә бит, тик теҙгенде бушатыу юҡ. Уның хәлен күҙ ҡарашынан аңлаған балала ғәйеп тойғоһо уяна: минең арҡала, тип уйлай бәләкәс. Кескенә йөрәктә борсолоу оялай. Тик ул хаҡта нәмә тип әйтә белһен. Әсәһенә оҡшап, хафаланыуын һүрән йылмайыу аҫтына йәшерә.
Йылдар үтә. Ҡатын балаһын затлы уйынсыҡ менән ҡыуандырыу хаҡына үҙе бөҙрәханаға ба­рыуҙан баш тарта: «Ошо сәс менән киләһе эш хаҡына тиклем йөрөһәм, ҡурҡыныс түгелмен дә!» Аҙаҡ ат хаҡы торорлоҡ телефон алыу өсөн диңгеҙ буйын­дағы ялға йыйған аҡсаһын сығарып һала: «Ярай, икенсе йылға барырмын!» – ти, ҡыш буйы ике тапҡыр ялҡынһынған үпкәһенә диңгеҙ һауаһы кәрәклеген онотоп. Шулай итеп, ул балаларына «нисек үҙеңде бәләкәй шатлыҡ­тарҙан, ялдан мәхрүм итергә» тигән һабаҡ бирә.
Бала менән әсәне айырылғыһыҙ ептәр бәйләй. Ә хәлдән тайған әсәнең бүлешер көсө самалы, ауыр тойғолары сабыйына күсә. Тик бәхетле әсәнең генә балалары бәхетле икәне бәхәсһеҙ.
Әйтеүе рәхәт, тик ни эшләргә, тиер күптәр.
Беренсе сиратта тапалған һуҡмаҡтан китегеҙ – үҙегеҙҙе сикләү ғәҙәтен ташлағыҙ. Һеҙҙе атылырға торған уҡтай тотҡан көсөргәнештән ҡотолорға тырышығыҙ. Бында спорт (йөҙөү, йүгереү, фитнес...), мунса инеү, йә массаж ярҙам итер. Һаулығығыҙҙы нығытығыҙ. Эштә саҡ ҡына арыу һиҙеү менән хуш еҫле сәй эсеп алыу, шулай уҡ айлыҡ отчетығыҙҙы тауҙай итеп өймә­йенсә, ваҡытында тапшырыу ҙа – үҙегеҙҙе хәстәрләү. Донъя мәшәҡәтен ирегеҙ, яҡындарығыҙ менән бүле­шегеҙ. Йортоғоҙҙо йәмле итеп йыйыштырыу (бәлки, йыһазды яңыртыу), яҡты төҫтәргә мансыу, ғаилә менән кисен фильм ҡарау, тылсымлы ямғыр моңон тыңлау, баҡсала алмағас сәскәһе ҡойолоуын күҙәтеү, йәкшәмбе йоҡо туйҙырып, ашыҡмайынса иртәнге аш әҙерләү – көн дә кескенә шатлыҡ килтерерлек сәбәптәр һанап бөткөһөҙ. Шуларҙы күреү күңеле­геҙҙе ҡояш нуры менән тултырыр, камиллыҡтан йыраҡ тормошобоҙҙо яратырға, ял итергә ваҡыт табырға, яҡын кешеләр менән аралашыуҙы баһаларға, үҙегеҙҙе был донъяның бер өлөшө итеп тойорға өйрәтер. Бәхет хисе, күңел ҡәнәғәтлеге ошондай ябай ғына һөйөнөстәрҙән барлыҡҡа килә.

Резидә НАГАЕВА,

юғары категориялы психотерапевт.

Читайте нас: