1. Ирегеҙ күңел серҙәре менән бүлешәме?
а) эйе;
б) һирәк;
в) мин артығын белергә теләмәйем.
2. Ул тетрәнеүҙән, көсөргәнештән нисек сыға?
а) һеҙҙең менән кәңәшләшә, килеп тыуған ауырлыҡтарҙан сығыу юлдарын икәүләшеп эҙләйһегеҙ;
б) дуҫтары менән эсә;
в) белмәйем.
3. Һуңғы йылда ирегеҙ...
а) шундай уҡ, әллә ни үҙгәрмәне;
б) тиҙ ҡыҙыусанға, ярһыуға әйләнде;
в) тынысланып ҡалды.
4. Ирегеҙ ҡасандыр һеҙгә өйләнгәне өсөн бөгөн ҡәнәғәтме, нисек уйлайһығыҙ?
а) моғайын да, эйе;
б) ҡайһы берҙә үкенеүен белдерә;
в) үкенескә ҡаршы, үткәндәрҙе ҡайтарып булмай.
5. Уның янында бейемегеҙҙе тәнҡитләйһегеҙме?
а) һирәк;
б) төрлө хәлдәр була;
в) йыш ҡына.
6. Уны нимә сығырынан сығара?
а) туҙып ятҡан әйберҙәр;
б) артыҡ тоҙло аш;
в) һеҙҙең әлеге тышҡы ҡиәфәт.
7. Әгәр көтмәгәндә ирегеҙҙең хеҙмәттәше йәки дуҫы ҡунаҡҡа килһә, һеҙ...
а) аш табынына саҡыраһығыҙ;
б) сәй тәҡдим итәһегеҙ;
в) диванда китап уҡыған килеш ята бирәһегеҙ.
8. Өй эштәре икәү-ара бүленгәнме?
а) эйе;
б) юҡ;
в) бөтә өй мәшәҡәте минең иңдә.
9. Хоккей йәки футбол ҡарағанда, һеҙҙең телевизор алдында йөрөгәнде күреп, ирегеҙ:
а) “Ҡәҙерлем, һин һәр ваҡыттағыса һылыуһың!”
б) “Зинһар, ситкәрәк кит инде!”
в) “Торма унда, атайың быяла ҡойоусы түгелдер бит?!
10. Ҡасан да булһа айырылышыу хаҡында уйлағанығыҙ булдымы?
а) эйе, бер-ике тапҡыр ғына уйлағаным булды;
б) эйе, уйлап алам;
в) был хаҡта йыш баш ватам.
Хәҙер яуаптарҙы айырып билдәләп сығығыҙ, ҡайһыһына күберәк йыйылған, шул һеҙгә тап килә:
“а” – һеҙҙең ғаилә мөхәббәткә һәм ышанысҡа нигеҙләнгән. Киләсәктә лә ошо йылылыҡ һаҡланырға яҙһын. Мөхәббәт ҡарабығыҙ ел-дауылдарға осрап, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе ҡаҡшатмаһын өсөн үҫергә мөмкинлек бирерҙәй, файҙалы һәм мауыҡтырғыс шөғөл табырға тырышығыҙ.
“б” – һеҙҙең ғаилә ҡәҙимге ғаиләләрҙән бер нәмәһе менән дә айырылмай. Бер үк мәшәҡәттәр, йыуаныстар... Тормош иптәшегеҙ дуҫтары менән осрашҡанда: “Минең ҡатын кисә тағы үпкәһен белдерҙе, уға туҡтауһыҙ нәмәлер кәрәк”, – тип зарланасаҡ. Ә ҡатын, үҙ сиратында, ирем тағы һалып ҡайтҡан, тип әхирәттәренә һөйләнәсәк. Шуның менән йөрәктәр тынысланып, тормош үҙ мәшәҡәте, үҙ шатлығы менән дауам итәсәк.
“в” – никахығыҙ һәләкәт алдында. Бында киләсәкте төҫмөрләр ике юл бар: беренсеһе – бер нәмәгә иғтибар итмәй, барыһын да үҙ яйына ҡуйыу; икенсеһе – айырылышып, шәхси тормошоңдо ҡороуҙы хәстәрләү.