Үҙемде ярата башлағас, шуны төшөндөм: кешене үҙенең теләктәрен үтәргә мәжбүр итеү ҙә бик рәнйетә ала. Мәле етмәгән бит әле, кеше әҙер түгел, ә ул кеше – мин үҙем. Бөгөн быны «Дөрөҫлөктө таныу» тип атайым.
Үҙемде ярата башлағас, мин башҡаса йәшәргә ынтылыуҙан туҡтаным. Шул саҡ үҙемде уратып алған һәр нәмәнең мине үҫергә әйҙәгәнен күрҙем. Бөгөн мин быны «Өлгөргәнлек» тип йөрөтәм.
Үҙемде ярата башлағас, мин һәр саҡ кәрәк ерҙә, кәрәк ваҡытта йөрөүемде, барыһының да тап мин теләгәнсә барғанын аңланым, шуға юҡҡа борсолоуҙан азатмын. Хәҙер быны «Үҙ-үҙеңә ышаныс» тип нарыҡлайым.
Үҙемде ярата башлағас, мин үҙ ваҡытымды урлап, тормошҡа ашмаҫ ниәттәр менән йәшәүемдән туҡтаным. Бөгөн мин үҙемә тик ҡыуаныс һәм бәхет килтергән, күңелемә ятҡан нәмәләр менән шөғөлләнәм. Быны үҙем белгәнсә һәм үҙем теләгән ваҡытта башҡарам. Инде мин быны «Ябайлыҡ» тип йөрөтәм.
Үҙемде ярата башлағас, һаулығыма зыян килтергән аҙыҡтан, кешеләрҙән, әйберҙәрҙән, хәлдәрҙән ҡотолдом. Мине түбәнгә табан һөйрәгән һәм үҙемдән алыҫҡа алып киткән нәмәләрҙән азат мин хәҙер. Тәүҙә быны сәләмәтлегеңде ҡайғыртыу тип йөрөтһәм, бөгөн «Үҙ-үҙеңде яратыу» тип атайым.
Үҙемде ярата башлағас, мин һәр саҡ хаҡлы булырға маташыуҙан туҡтаным. Шул мәлдән алып хаталарым кәмей барыуын тоям. Хәҙер бының «Баҫалҡылыҡ» икәнлеген аңланым.
Үҙемде ярата башлағас, үткәндәр менән йәшәүҙән һәм киләсәк өсөн хафаланыуҙан ҡотолдом. Бөгөн мин тик әлеге мәл менән генә йәшәйем. Хәҙер көн һайын йәшәйем һәм быны «Ғәмәлгә ашырыу» тип атайым.
Үҙемде ярата башлағас, мин аҡылымдың мине көйһөҙләндерә алыуын, бынан сәләмәтлегем ҡаҡшай барыуын күрҙем. Аҡылды һәм йөрәкте берләштереп эш иткәндә инде улар минең иң яҡын кәңәшсемә әйләнде. Бөгөн был бәйләнеште «Йөрәк аҡылы» тип нарыҡлайым.
Үҙең йә башҡалар менән бәхәстәрҙән, бәрелеш, ҡапма-ҡаршылыҡтарҙан ҡурҡыу кәрәкмәй. Хатта йондоҙҙар ҙа бәрелешә, уларҙың бәрелешенән яңы донъялар барлыҡҡа килә. Бөгөн бының «Тормош» икәнлеген беләм».
Башҡаларҙың холҡонда, үҙен тотошонда кәмселектәр эҙләмәгеҙ. Ошо уҡ һыҙаттар үҙегеҙгә лә хас түгелме, абайлағыҙ әле?
Һәр мәлдең, һәр хәлдең яҡшы яҡтарын табырға тырышығыҙ. Күкте ни тиклем болот ҡаплаһа ла, ҡояш ерҙе йылытыуын һәм яҡтыртыуын дауам итә бит.
Эш башлағанда, гел һәйбәткә юрағыҙ. Уйҙарығыҙ яҡшыға ғына көйләнһен. «Мин быны булдыра алмайым» тигән һүҙбәйләнеште онотоғоҙ. Хәйер, ҡулығыҙҙан килгәндең барыһын да эшләп, аныҡ һөҙөмтәләргә ирешә башлаһағыҙ, ул һүҙҙәр үҙенән-үҙе телегеҙҙән китер.
Бер урында тапанмағыҙ, көн дә нимәгәлер өйрәнергә тырышығыҙ. Бөтәһен дә белеп бөтөп булмай, әммә туҡтауһыҙ камиллашырға кәрәк. Камиллыҡтың сиге юҡ – шуны иҫтә тотоғоҙ.
Үҙегеҙгә ҡарата яҡшы мөғәмәләлә булығыҙ. Үҙ-үҙен яратмаған кешенең йөрәген, күңелен башҡаларҙың ҡайнарлығы йылыта алмаҫ. Киреһенсә, үҙ баһаһы түбән булғандарҙы үҙ маҡсатында ҡулланырға әүәҫтәр ҙә юҡ түгел.
Кешеләрҙе аңларға өйрәнегеҙ. Хәлдәрҙе баһалап, мәсьәләләрҙең төрлө сиселештәрен табып ҡарағыҙ. Тик яҡшы ғына йәки тик насар ғына кешеләр әкиәттә генә була, ә тормошта иһә һәр кешенең күңелендә бер ни тиклем йомшаҡ айыу ҙа, яуыз бүре лә, ҡурҡаҡ ҡуян да, хәйләкәр төлкө лә йәшәй. Тормош хаталар аша ла өйрәнелә бит.
Күңелегеҙгә ятҡан шөғөлдәр һайлағыҙ. Йәнде йылытҡан эш дәрт тә, дарман да өҫтәр.
Тик яҡшыны, яҡтыны уйлау – бәхетле кешене башҡаларҙан айырып тороусы төп үҙенсәлек.