+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыҙ бала - илгә биҙәк
20 Сентябрь 2022, 09:23

Илһөйәр ҡыҙҙарыбыҙ ҡулында – милләт киләсәге!

Башҡорт дәүләт университеты ҡарамағындағы юридик колледж студенттарына туған әҙәбиәт серҙәрен асҡан йәш уҡытыусы Миләүшә Наил ҡыҙы Шәрәфетдинова һәр ваҡыт үҙенә юғары маҡсат ҡуйырға күнеккән. Бөрйән районы Аҫҡар ауылы һылыуы бәләкәстән белемгә ынтылышы, отҡорлоғо, тырышлығы менән айырыла.

Илһөйәр  ҡыҙҙарыбыҙ  ҡулында – милләт киләсәге!
Илһөйәр ҡыҙҙарыбыҙ ҡулында – милләт киләсәге!

Ата-әсәһе – Мәүсилә менән Наил Шәрәфетдиновтар – ауылда абруйлы, өлгөлө ғаиләләр рәтендә. Өс балаһын да тәрбиәле, аҡыллы, маҡсатлы итеп үҫтергәндәр. Кинйәкәйҙәре, ижади күңелле Миләүшә, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында уҡығанда уҡ Рәми Ғарипов премияһы менән бүләкләнә. Гимназияны – алтын миҙалға, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының филология факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлай ул. Юғары уҡыу йортонда гел «бишле» билдәләренә өлгәшкән, ғилми эш менән шөғөлләнгән һәм вуздың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ҡыҙ Башҡортостан Башлығының, шулай уҡ Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендияға лайыҡ була. Студент сағында эшләп тә өлгөрә ул: 3-сө курста – үҙе уҡыған гимназия-интернатта, 4-5-се курстарҙа Өфөләге 1-се Республика полилингваль күп профилле гимназияһында балаларға ҡытай һәм башҡорт телдәренән белем бирә. Әлеге көндә Миләүшә Наил ҡыҙы магистратурала – Башҡорт дәүләт университетының «Филология, мәҙәниәт һәм шәрҡиәт: һанлы технологиялар» бүлегендә уҡый, шул уҡ ваҡытта БДУ ҡарамағындағы юридик колледжда студенттарға туған әҙәбиәт серҙәрен төшөндөрә. Уңыштар, ижади бейеклектәр теләйбеҙ һиңә, Миләүшә! Ошондай телһөйәр, илһөйәр, отҡор йәштәребеҙ ҡулында – милләтебеҙ киләсәге!

Автор:
Читайте нас: