+17 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Йондоҙҙар шулай ҡабына

«Башҡортостан ҡыҙы Диана Нурмөхәмәтова Австрияның баш ҡалаһы Вена сәхнәһендә ариялар башҡарасаҡ!» – был һөйөнөслө яңылыҡ ватандаштарыбыҙ күңелендә ғорурлыҡ тойғоһо уятты. Йөҙөнән нур бөркөлөп торған ай йөҙлө һылыуҙың иңенә һибелеп төшкән ебәктәй ҡара сәстәре, ҙур һоро күҙҙәре, йәтеш кенә кәүҙәһе уның йөрәк төпкөлөнән урғылып сыҡҡан моңо менән ҡушылып, үҙен хур ҡыҙылай итә. Уның башҡарыуындағы башҡорт халыҡ йырҙары «Таштуғай», «Тәфтиләү», «Ғилмияза», Нариман Сабитовтың «Һандуғас»ы үҙенә генә хас яғымлылыҡ менән яңғырай. Ә донъя опера сәнғәте әҫәрҙәре уның күңел түренән урғылып сыҡҡан бәрхәт тауышына нисек килешкәнен белһәгеҙ! Лирик-колоратур-сопрано йырсыһы тип билдәләй уны белгестәр. Был иһә башҡарыусы иң юғары ноталарҙы ла көсәнмәй ала һәм күңелдең иң нескә ҡылдарына ҡағылыр һәләткә эйә тигән һүҙ. Диана Линар ҡыҙы – бик күп халыҡ-ара опера йыры фестивалдәре һәм бәйгеләре лауреаты. Уның менән журнал уҡыусыларын яҡынданыраҡ таныштырмаҡсыбыҙ.

Асҡын ҡыҙы Диана
Юғары филологик белемле әсәһе Роза Рәлиф ҡыҙы, Асҡында һөнәре буйынса эш булмағас, мәктәпкә яңы индерелгән «Башҡортостан мәҙәниәте» фәнен үҙләштерергә тотона.
«Сығышыбыҙ менән – Асҡын районы Яңы Ҡара ауылынанбыҙ. Диана ҡыҙым менән «Асҡын йондоҙсоҡтары» йыр бәйгеһенә башҡорт халыҡ йыры «Тирәккәйем»де әҙерләнек. Төлкө тиреле башлыҡты һүтеп, уға милли кейем тегеп бирҙем», – ти Роза ханым.
Тап ошо конкурс ҡыҙыҡайға билдәлелек алып килә. Мәктәптә хеҙмәттәштәре ҡыҙының йырына пародия менән сығыш яһағас, әсәһе уны: «Ярай, беҙ һинең менән бер кем дә эләкләй алмаҫлыҡ йыр әҙерләрбеҙ, йәме!» – тип йыуата. Ә үҙенең күңелен «Бейеш», «Ғилмияза», «Тәфтиләү» йырҙары биләй. Шул ваҡытта, 2000 йылда, әмәлгә ҡалғандай, Туймазы ҡалаһында «Оҙон көй» конкурсы үтәсәге хаҡында белдереү сыға. «Ниндәй талантлы балаларыбыҙ килә беҙгә алмашҡа!» – тип һоҡлана Асҡын ҡыҙының киң диапазонлы, шишмәләй урғылып сыҡҡан тауышына легендар йырсы Фәриҙә Ҡудашева. Районда үткән һабантуйҙа 3-сө класта уҡып йөрөгән Диана «Азамат» йыры менән сығыш яһай. Ул ваҡыттағы Башҡортостан Президенты М.Ғ. Рәхимов күргәҙмәләрҙе ҡарап йөрөгән еренән, ҡыҙҙың тауышын ишетеп, һоҡланыуын белдерер өсөн, сәхнә яғына ашыға. «Шуныһы ҡыҙыҡ, талантлы балаларҙы ул исемләп таный һәм киләсәге, ҡайҙа уҡырға инеүе менән ҡыҙыҡһына ине, – ти Роза ханым. – Бәләкәй бала йырлауын хуплап ҡабул итәләр, ә йырсы булам тигәнгә етди ҡарамайҙар... Диана бит бөтә Ер йөҙөнә билдәле опера йырсыһы булырға хыяллана! Нисек уны кире хыялынан һүрмәк кәрәк? Ә Хоҙай уға моңдо йәлләмәгән!» – әсә кеше бер нәмәгә ҡарамай ҡыҙының хыялына табан барыуға булышлыҡ итергә тотона.
Уңышһыҙлыҡ та бәхеткә илтә
«Былтыр сентябрҙә Шаляпин исемендәге халыҡ-ара вокалистар конкурсы үтте. Икенсе турына үтмәүем ныҡ сәмемә тейҙе. Ярай, эргәмдә әсәйем булды, юҡһа, был хәлде кисереү ауырға тура килер ине. Уға тиклем, август айында, Португалияның Лиссабон ҡалаһына Пласидо Доминго үткәргән «Опералия» конкурсына барҙым, урындарға лайыҡ булманым. Әммә бөтә Ер йөҙөнән меңдәр араһынан 40 кешене һайлап алыуҙарын иҫәпкә алғанда, унда ҡатнашыу ҙа минең өсөн ҙур мәртәбә, Рәсәйҙән һайлап алынған алтау араһында булыуым менән дә бәхетле инем», – ти Диана.
Ябыҡ ишектәрҙе дөмбөрләтеүҙән файҙа юҡ, бәлки, һиңә икенселәре асыҡтыр, тигән һымаҡ, уңышһыҙлыҡтар Диананы сит илдәрҙәге бөтә театрҙарға резюмеһын ебәреүгә этәрә. Һәм бына ул Вена театрына саҡырыу ала. Стәрлетамаҡтан эшҡыуар Мөҙәрис Хәсән улы Шиһабетдинов юл сығымдарын күтәрешергә ярҙам итә. Шулай итеп, Диана, күлдәк, туфлиҙар һалынған биштәрен аҫып, Европаны яуларға сығып китә. Австрияла тыңланылғас, Италияға юллана. Вена опера театры директоры контракт тәҡдим итеүе ныҡыш ҡыҙыҡайға ҡанаттар ҡуя. «Бер нисә спектаклдән ариялар йырлап күрһәттем. Комиссия ағза­лары Моцарттың «Тылсымлы флейта» операһынан «Төн батшабикәһе» арияһын айырыуса оҡшатты. Ул бик ҡатмарлы партия, юғары ноталарҙы алырға кәрәк. Немец речитативтарын, телен яҡшы белергә, дөрөҫ әйтергә тейешһең. Австрияла немец теленә талап Германияға ҡарағанда ла юғары. Ҡыуанысымды уртаҡлашырға иң тәүҙә әсәйемә, унан педагогыма, Наилә Ғәбделхәй ҡыҙына, шылтыраттым. Уларҙы шатландырыу үҙе бер бәхет!» – Диана күҙҙәрен осҡонландырып, бит алмаларын соҡорайтып йылмая. Әлбиттә, был уңыштар уға еңел генә бирелмәй. Тәүәккәллек, сыҙамлыҡ, рухи көс кәрәк тәһә! Ә наҙлы ғына ҡыҙыҡайҙа был сифаттар тыумыштан, ҡандан күскән.
– Сит илдәргә сыҡҡанда һеҙҙең агентығыҙ, менеджер-продюсерығыҙ бармы?
– Бөтә Ер йөҙөнән Бельведерҙа опера йырсылары үҙ көстәрен һынарға йыйыла. Уларҙың сығыштарын ҡарарға, баһа бирергә ошо өлкәлә хәбәрҙар булған менеджер-агенттар үҙенә оҡшаған йырсыны һайлап алып, артабанғы эшмәкәрлегендә булышлыҡ итергә тотона. Миңә лә иғтибар иттеләр, улар менән хеҙмәттәшлек хаҡында фекер алыштыҡ. Рәсәйҙә, Башҡортостанда әле ул агент тигән төшөнсә киң таралмаған. Шулай ҙа үҙе лә опера йырсыһы булырға хыялланып, сәнғәткә ғашиҡ, үҙешмәкәр композитор Зилара Йомағужина Польшаға, Австрияға юл сығым­дарын ҡапланы. Рухи терәк булды, кәңәштәре менән ярҙам итте. Әгәр ул булмаһа, Польшаға ла, Австрияға ла барыу мәсьәләһе ҡыйынға тура килер ине. Опера сәнғәтен яҡын күреп, ярҙам ҡулы һуҙған оло йөрәкле кешеләр күберәк булһын ине, сөнки әлеге көндә Башҡортостанда бик күп көслө тауышлы башҡорт егеттәре һәм ҡыҙҙары бар. Һәм уларҙың тауыштарын сит ил сәхнәләрендә яңғыратыу Башҡортостаныбыҙҙы танытыр ине.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2019) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: