-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыҙ бала - илгә биҙәк
27 Август 2018, 13:11

Һылыулыҡ – үҙе һынау

Урал менән Шүлгән рухы һеңгән, көҙгөләй саф күлдәренә ҡасандыр Һомай инәбеҙ үҙе ҡанат һалған данлы Бөрйән ерендә тыуған ҡыҙ ул. Шүлгәнташ мәмерйәһенә яҡын ғына урынлашҡан Ҡотан, Мәҡсүт ауылдарына тоташа тамырҙары. Йыр-моңға маһирлыҡ уға атаһы яҡлап өләсәһе Миңһылыуҙан күскән. Йөҙ айыу алған һунарсы тигән даны булған Мөхәмәтғәле олатаһына оҡшап ҡомарлы ла үҙе, мылтыҡтан, уҡтан атыу ярыштарында ла ал бирмәй.

«Һылыуҡай-2018» республика бәйгеһендә «Башҡортостан ҡыҙы» журналының махсус призына лайыҡ булған, матурҙарҙан-матур ун ике финалист араһынан баҫмабыҙ үҙ гүзәле итеп һайлаған Гөлсиә Нәҙершина тураһында был һүҙҙәр. Һомғол, оҙон буйлы, сикһеҙ мөләйем, туған телен камил белгән, моңло тауышы һәм оҫта бейеүе менән арбаған Гөлсиә баштан уҡ бәйгене «Һылыуҡай көндәлектәре» телетапшырыуы һәм интернет селтәре аша күҙәтеп барыусыларҙың иғтибар үҙәгендә булды, күптәр, еңеүсе тажын тап ул кейер, тип фараз итте. Үҙ баһаһын белгән ҡыйыу, сәмле ҡыҙ ҙа ярышҡа тап еңеү артынан килә.
Гөлсиәгә ете-һигеҙ йәш булғанда яҙмыш уға оло һынауҙарын ҡуя, ата-әсәһенең юлдары айырыла. Тиҙҙән Гөлиә апайы менән икеһен әсәһе Ҡотандан алыҫҡа, Мәләүез районының Иштуған ауылына күсерә. Яңы ғаиләлә уның Гүзәлиә, Тәнзилә исемле апайҙары ла барлыҡҡа килә, әсәһе менән үгәй атаһы – ҡанаты ҡайырылған ике йән – берегеп, матур итеп йәшәп алып китә, дүрт ҡыҙҙы ла тиң күреп, иркәләп үҫтерәләр. Холҡо һәм ҡиәфәте менән әсәһенә оҡшаған кинйә ҡыҙ мәктәптә алдынғы уҡыусы була, бер саранан да ситтә ҡалмай, ҡатнашып урындар ала, йыр-моңға ылыға. Бигерәк тә йәйҙе ул йыл һайын һағынып көтөп ала. Ғаилә менән күмәкләп ҡырға бесән эшләргә йөрөүҙәр, тәбиғәт ҡосағында үткәргән хозур көндәр уға илһам өҫтәй. Бәләкәй сағынан боронғо йырҙарҙы ярата, 2008 йылда Мәләүез ра­йонында үткәрелгән «Оҙон көй» бәйгеһендә беренсе урын яулай.
Кеше йәнле, тиктормаҫ ҡыҙын әсәһе медицина буйынса китергә өндәй. Әммә ҡыҙ үҙен сәнғәттә күреүен белдерә. Туғанының һәләтен күреп-күҙәтеп йөрөгән, Сибай педагогия колледжында мөғәллимлек иткән ике туған ағаһы Йәғәфәр Нәҙершин уны үҙе эшләгән ергә уҡырға саҡыра. Имтихандарҙы уңышлы биреп, уҡып китә ҡыҙ. Дүрт йыл дауамында Нияз Әхмәт улы Байегетов етәкләгән «Аҡйондоҙ» ансамблендә шөғөлләнә. Әйкәндәй, төркөмдәштәре менән быйыл «Байыҡ-2018» республика телевизион башҡорт бейеүҙәре конкурсында ҡатнашып, беренсе урынға лайыҡ булалар. Йыр сәнғәте серҙәренә төшөндөргән төркөм етәкселәре Әлфиә Әсләм ҡыҙы Балхина хаҡында иһә, тыуған йорттарынан айырылып килгән үҫмер ҡыҙ-егеттәр өсөн әсәй ҙә, атай ҙа булды, ти Гөлсиә.
Сибай сәнғәт колледжында Асия Солтан ҡыҙы Ғәйнуллина ойошторған «Ете ҡыҙ» студияһына беренсе барыуҙан башҡорт халҡының милли биҙәүестәренә ғашиҡ була. Ошо түңәрәккә йөрөп, үҙенә ҡашмау, селтәр яһап ала, башҡорт күлдәге менән елән дә тектереп, милли нағыштарҙы үҙ ҡулдары менән һала. Бала саҡтан ҡурсаҡтарын үҙе бәйләгән кейемдәргә төрөндөрөп, эш белеп үҫкән оҫта ҡыҙ өсөн биҙәүестәр яһарға өйрәнеү еңел бирелә. Бәйләү һәләте лә, моң да, уға әсәһенән күскән. Әсәһе Нәсимә Мырҙағәле ҡыҙы Бөрйәндә саҡта һауынсы булып эшләй, Иштуғанға күскәндән бирле уңған, һәр ғәмәлде күңел һалып башҡарған, бигерәк тә тәмле итеп бешереүе менән дан алған ҡәҙерле кешеһе йорт хужабикәһе булып, өйөнөң йылыһын һаҡлап йәшәй.
Күңел хазиналарына иғтибарлы Асия Солтан ҡыҙы «Ете ҡыҙ»ҙа шөғөлләнгән тырыш ҡыҙыҡайҙы күҙ уңынан ысҡындырмай, уны дәртләндереп, яңы идеялар менән һуғарып ҡына тора. «Сибай-2017» матурлыҡ бәйгеһендә ҡатнашырға ла тап ул өндәй. Конкурсҡа бер аҙна ҡалғанын белһә лә, юғалып ҡалмай, һәр нәмәгә яуаплы ҡарап өйрәнгән ҡыҙ ихлас әҙерләнә, ни тиһәң дә, бәләкәй генә сағынан һылыулыҡ ярыштарын ҡарап, их, берәй ҡасан шул текә апайҙар һымаҡ бейек үксәлә тыҡ-тыҡ баҫып сәхнәләрҙә бәйге тотһаң ине, тигән хыялы ла була. Һөҙөмтә ҡыуандыра, Гран-при яулап, «Алтын ҡуллы Сибай һылыуҡайы» номинацияһын алып, Сибайҙың иң сибәр ҡыҙы тип таныла. Ошо еңеүе уға республика кимәлендә үткәрелгән «Һылыуҡай»ға юл аса. Ҡыҙ кастингты еңел үтеп, финалистар рәтенә баҫа. Бәйгеләге береһенән-береһе матур ҙа, аҡыллы ла, төрлө модель агентлыҡтарында тәжрибә туплап, ҙур бәйгеләрҙә ҡатнашып өлгөргән гүзәлдәр араһына килеп эләккән Гөлсиәнең ябай ауыл ҡыҙы икәнен күптәр башына ла килтермәй. Ғүмерендә тәүгә пуантыға, гироскутерға баҫҡан сибәркәй үҙе лә һис һыр бирмәй. Уны күптәрҙән айырып, бер башҡа күтәргән үҙ мәрәйҙәре булыуын да яҡшы аңлай һылыу, бәйгеләштәренең кемеһенең башҡортса сығыш яһай торған яҙмаларын төҙәтешә, кемеһендер дөрөҫ йырларға, башҡортса бейеү хәрәкәттәренә өйрәтә. Ҡыҙҙар ярышҡа әҙерләнеп, ҡунаҡханала йәшәгән осорҙарында шул тиклем дуҫлашып, бер-береһен үҙ күреп, ихтирам итеп өлгөрә. «Ҡырҡ градус һыуыҡта Шүлгәнташ мәмерйәһендә фотосессияла ҡатнашыу, һыу аҫты съемкалары, бармаҡтарҙы ҡанатҡансы күнекмәләр эшләп пуантыға баҫыу, ун ике сәғәт буйы үтә бейек үксәле туфлиҙа йөрөү – күптәрҙе ҡыҙыҡтырған, байтаҡ һылыуҙарҙың хыялы ғына булған конкурстың гала-тамашаһына әҙерлек һис кенә лә еңел бирелмәне. Модель булырмын тигән күңел төбөндә йәшенеп ятҡан хыялым да, был һөнәрҙең ни тиклем ауыр икәнлеген аңлағас, һүрелеп ҡуйҙы. Әҙерлек барышында беҙҙе ҡаты диетаға ултырттылар, шул саҡта әсәйем бешергән тәмле икмәк еҫтәрен һағынып кистәрен шым ғына илап та алған саҡтар булды. Алдан интернет киңлегендә минең өсөн янып көйгән көйәрмәндәр күплеге ышанысымды нығытты, бөтөнләй таныш булмаған кешеләрҙән «Гөлсиә, таж эйәһе итеп тик һине күрәбеҙ» тигән хаттар ҡайһы көндә йөҙәрләп килде. Был мине, бәлки, үтә тынысландырып та ебәргәндер, һәр хәлдә урын алған ҡыҙҙарҙы иғлан итә башлағастар, өсөнсө урында исемем ишетелмәгәс, икенсе урын, икенселә булмағас, беренсеһе миңәлер тип ышанып көттөм. Әммә фамилиям төп приздарҙы алыусылар араһында булмай сыҡты. Бер генә секундҡа юғалып ҡалғанмындыр, моғайын, әммә үҙемде ҡулға алырға көс таптым. Сөнки финалистарҙың барыһы ла минең кеүек таж артынан килгән, еңеүгә лайыҡлы ҡыҙҙар ине. «Һылыуҡай»ға еңергә тип юлландым һәм маҡсатыма ирештем, тип уйлайым. Матурлыҡтың сағыштырмаса төшөнсә һәм һәр кем уны үҙенсә аңлап ҡабул итеүен, бәйгелә ниндәй һөҙөмтәгә ирешеүеңә ҡарамаҫтан, ышанысыңды юғалтмай, үҙеңде нисек бар, шулай яратыуыңдан төңөлмәүҙең мөһимлеген һәм миңә ышанған, мине ҡеүәтләгән кешеләрҙең күплеген тойоуым – иң ҙур еңеүем. Бала саҡтан яратып уҡыған журналымдың мине үҙ һылыуҡайы итеп һайлауы оло ҡыуаныс булды. Байрамды ойоштороусыларҙың береһе булған «Һылыуҡай» студияһы етәксеһе Линара Таһирова менән дә дуҫлашып өлгөрҙөк, хәбәрләшеп торабыҙ, уның кәңәштәре минең өсөн бик ҡиммәтле», – ти Гөлсиә Нәҙершина.
Гөлсиәнең алдында әле башланып ҡына торған далалай ғүмер ята. Быйыл ул Сибай педагогия колледжының музыка бүлеген ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Киләсәккә хыялдары хаҡында һорағас, әле эшләмәгәнде һөйләп маҡтанып ултырғым килмәй, тине. Һәр яҡлап та һәләтле ҡыҙҙың, ниндәй генә юҫыҡты һайлаһа ла, бәхетен табыуын, халҡының лайыҡлы балаһы булып ҡалыуын теләйек!
Читайте нас: