+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Еңеүсе рухлы башҡорт ҡыҙы

Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылы ҡыҙы Земфира Байдәүләтоваға ни бары 19 ғына йәш. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул ҙур ғына еңеүҙәргә өлгәшеп өлгөргән.

Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылы ҡыҙы Земфира Байдәүләтоваға ни бары 19 ғына йәш. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул ҙур ғына еңеүҙәргә өлгәшеп өлгөргән. «Һылыуҡай-2017» конкурсының Гран-приһына лайыҡ булыуы, Тыва Республи­каһында үткән халыҡ-ара гүзәллек бәйгеһендә «Мисс Азия Альма матер» титулын алыуы, илдең иң абруйлы матурлыҡ конкурсы – «Мисс Рәсәй-2018»ҙә был исемгә дәғүә итеүсе 60 мең һылыу араһында финалға сығып, иң гүзәл 20 ҡыҙ иҫәбенә инеүе – үҙе үк оло ҡаҙаныш. Еңеүҙәре өсөн «Һылыуҡай-Bashkirian Beauty» студияһы директоры Линара Таһироваға һәм уның уңған командаһына рәхмәтле Земфира.


Төплө фекерләүе, аҡылы, сибәрлеге һәм үҙен тотошо менән халыҡтың ысын ғорурлығын яулаған гүзәлкәйҙең киләсәккә ниәттәре ҙур. Башҡорт дәүләт педагогия университетының IT технологиялар һәм педагогика факультеты студенткаһы төплө белем алып, үҙен төрлө яҡлап камиллаштырырға һәм тыуған Башҡортостанының мәғарифы һәм мәҙәниәте үҫешенә өлөш индерергә маҡсат ҡуйған. Шулай уҡ модель эшмәкәрлеген артабан да дауам итергә уйлай. Мөхәббәтле татыу ғаиләлә һигеҙенсе бала булып донъяға килгәнгәлер, моғайын, тормошҡа етди ҡарашы, уңғанлығы, алсаҡлығы, кешеләргә ипле, изгелекле мөғәмәләһе менән һоҡландыра. Ғүмерен уҡыусыларға белем биреүгә арнаған әсәһе Римма Ишбирҙина һәм оҙаҡ йылдар механизатор булып хеҙмәт итеп, әле йылылыҡ селтәрендә эшләгән атаһы Фәрит Байдәүләтов төпсөк ҡыҙҙарының һәр уңышын йөрәктәре аша үткәреп, уға бәхет һәм изгелек кенә юллай. «Төрлө сараларҙа йыш ҡатнашырға, ҡайһы саҡ бер нисә сәғәт эсендә әҙерләнеп, тиҙ генә юлға сығырға тура килә. Намыҫыңды йәшләй һаҡла, тип оҙата атайым менән әсәйем. Тышҡы гүзәллек – ул бер сағылыш ҡына, әгәр эске матурлығыңды, күңел байлығыңды, белемеңде үҫтермәһәң, намыҫың һәм рух ныҡлығың ҡаҡшаһа, Хоҙай насип иткән илаһилығың юғалып, йәнһеҙ ҡурсаҡҡа әйләнеүҙән дә ҡурҡынысыраҡ күренеш юҡтыр, – ти Земфира. – Бәхет көрәшсән рухлыларҙы үҙ итә». Маҡсатлы йәш ҡыҙға бар изге хыялдарының ғәмәлгә ашыуын теләйбеҙ!
Читайте нас: