+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыҙҙар моңо
25 Июнь 2021, 05:15

Йәй таңы

Елбер-елбер томанЫсыҡ-ысыҡБал тәмләтә сәскәгә.Һырттан шарлап нур аҡты лаБейеп китте сәхрәлә.Йәй елдәрен ҡосаҡлайымЙәйәм дә ҡосағымды.Йәтеш килдегеҙ,БергәләпТерелтербеҙ томан япҡанКисәге усағымды.Таңдарға таң ҡалып бағам,Ҡанған танһыҡ өҫтөнә.Етте,Елдәр, буятмағыҙСәсте ҡылған төҫөнә.Көнләшеп бер булғандар бар,Һеҙ арбап һынатмағыҙ....Йәнә...Тәҡәттән арманһыҙ(Йөҙөн күрегеҙ,Эй ғорур!)Йәремде уятмағыҙ.

Төнгө уйҙар
Утты һүндерһәм дә,
Бүлмә яҡты...
Стенаның һорғолт экранын
Сәхнә тине микән?
Сәйер ҡоштар
Ҡанат ҡаға...
Сырамытмаҡ булып
Шул киноны оҙаҡ ҡараным.

Күҙҙе йомдом.
Йыһан киңлегенең
Миңә генә таныш сөңгөлөн
Саҡырырға
Үҙемә барырғамы?
Ҡайырып асып тәҙрә өлгөһөн.

Былай унда минең булғаным бар...
Ҡағылғаным да бар ул сергә.
Төбәп кенә әйтмәнеләр, әммә
Иҫкәрттеләр:
Әлегә күр ҙә – борол,
Эш етерлек һин торған ерҙә.

...Шундай рәхәт.
Эңер һиллегенең
Хакимәһе лә мин, ҡоло ла.
Гонаһлы уй уйлаһам да була,
Иман һораһам да улыма.

Гонаһ тигәнемдән...
Гонаһ микән,
Бер-берәүҙең төнгө һиллектә
Яратҡанын хәтерләйем әле...
Ҡараңғылыҡ серле.
Бығау ҙа ул.
Арбаусы ла сикһеҙ киңлеккә.

... Ҡараңғыла уйҙар шундай ҡыйыу,
Теләниһәң – ярат,
Күрә алма!
Ҡош ҡанатын әйтәм экрандағы...
Үртәү, үсәү микән?
Саҡырыумы?
Бәндәләрҙән йәшерен
Үҙаңға?..

Тамара Ғәниева.

Читайте нас: