+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыҙҙар моңо
26 Март 2020, 10:28

Цикл: Төн, таң, көн, кис!

Төн!Яратмайым һинең ҡараны,Күҙҙе быуа, өҙә араны.Шомландыра, хатта ҡурҡытаУт һүндертмәй, китап уҡыта.

Таң!
Көтөп алам һәр бер иртәмде,
Һин белгәндәй минең көткәнде.
Иртә таңдан килә һалаһың,
Биттәремдән үбеп алаһың.

Көн!
Уңғанбикәм, нескә билем һин,
Бушатмайһың эштән мине һин.
Кәйеф күтәренке, тормош гөл,
Шулай йәшәү кәрәк, дуҫым, бел!

Кис!
Тәүлектең был мәлен яратам,
Бөгөнгә эш бөттө, ял итәм.
Ғаиләм өйҙә , ашым ашалған,
Күң(е)лем тыныс, шәмдәр ут алған.



Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА.

Читайте нас: