+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыҙҙар моңо
13 Ғинуар 2020, 16:28

«Күңелдәрҙә йәйғор балҡытҡан ҡыҙҙар бит беҙ – бары шул ғына...»

Әнүзә НиғмәтуллинаӘнүзә Ниғмәтуллина (ҡыҙ фамилияһы – Ғиззәтуллина) Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында тыуған. Шиғырҙарҙы мәктәп йылдарынан яҙа. Иҫке Монасип мәктәбен алтын миҙалға тамамлап, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының хоҡуҡ һәм тарих факультетында белем ала. II курста уҡығанда «Һылыуҡай» республика гүзәллек бәйгеһендә ҡатнашып, Гран-при яулай. Студент йылдарында төрлө концерт, кисәләрҙе алып бара. Университеттан һуң Мәғарифты үҫтереү институтында эшләй. 2017 йылда Баймаҡ районы егетенә тормошҡа сыға. «Йөрәк һүҙе» бәйгеһендә Земфира Байбулдина, уның шиғырҙары менән сығыш яһап, еңеүсе булды. Әнүзәне лә, Земфираны ла ошо еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ. Артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!

Ҡыҙҙар бит беҙ...
Бер ҡараһаң –шаян осҡондар беҙ,
Бер ҡараһаң – һүрән ҡуҙ ғына.
Күңелдәрҙә йәйғор балҡытҡан
Ҡыҙҙар бит беҙ – бары шул ғына...
Алһыу төҫкә мансып алғанғалыр,
Тирә-яҡты, барыр юлды ла,
Алда ятҡан ҡый үләнле һуҡмаҡ
Шау сәскәле булып тойола.
Бары хистәр менән йәшәй тиеп,
Уйҙарында, тиеп, моң ғына,
Ғәйепләмәгеҙсе көсһөҙлөктә,
Тормош беҙҙең өсөн – йыр ғына.
Беҙ бит ҡыҙҙар – бары шул ғына.
Иҫеңдәме, әсәй
Иҫеңдәме, әсәй, дебет шәлең
Иңдәремә ипләп һалыуың?
Изге теләк-фатихалар әйтеп,
Оло юлдан ҡарап ҡалыуың?
Беләм, әсәй, утлы даръяларҙан
Көслөрәктер йөрәк яныуың.
Йөрәгеңде һис һағышһыҙ итер,
Эх, табырға ине дарыуын.
Дебет шәлең аша ҡулдарыңдың
Йылылығын, гүйә, тоямын.
Ҡорос кеүек сыҙам булмышыңа
Күңелемдән һәйкәл ҡоямын!
Алға сығып ҡырыҫ башҡортлоғом
Һаранланһам матур һүҙҙәргә,
Ғәфү итсе, ғәзиз әсәкәйем,
Рәхмәт хисе – минең күҙҙәрҙә.
Донъя хаҡы
Ялтыр-йолтор, сағыу-ағыу
Донъя килде.
Ҡолаҡтарҙы ярhыу-ярhыу
Һүҙҙәр телде.
Йорт-ҡаралты кемуҙарҙан
Ялтыр-йолтор.
Тик күңелдәр бик йыш ҡына
Ҡалтыр-ҡолтор.
Өйҙөң дә, ти, донъя малын
Дөбөр-шатыр.
Өс тинлек донъяның ниҙә
Ысын хаҡы?
Кешеләр ҙә ағастарға оҡшаш...
Кешеләр ҙә ағастарға оҡшаш:
Бар имәне, ҡайын, бар саған...
Һәр беренә рәхмәт әйткем килә,
Кемдәр минең юлда осраған.
Имән кеүек көслө рухлылар бар...
Сыҙамлыҡҡа улар өйрәтте.
Ҡайын кеүек хисле күңеллеләр
Алсаҡлыҡҡа юлдар күрһәтте.
Алтын төҫө саған япрағының
Алтынлата, гүйә, аҡылды.
Эшсән уҫаҡ ағасынан күсә
Хеҙмәт һөйөү, оло таһыллыҡ.
Эсе серек булған ағастар ҙа
Лайыҡтыр, тим, минең рәхмәткә.
Эйе, рәхмәт...Рухым нығына бит
Ҡаршы тороп мәкер-зәхмәткә.
Бәғзеләре, арҡырылай ятып,
Юлдарыма юрый ауҙылар.
Көнсөл тойғоларҙа ҡара янып,
Бары тиреҫ булып ҡалдылар.
Урмандарҙан уҙып барған саҡта
Һәр бер ағас миңә ҡәҙерле.
Саф күңелле әгәр булһа кеше –
Ихласлыҡҡа мин дә әҙермен!
Аҫыл ағастарҙы үрнәк итеп,
Мин дә бер мәл тамыр йәйермен!
Атайға
Бесән саба атай… Дәү ҡулында
Салғыһына күҙ ҙә эйәрмәй…
Кинйә ҡыҙы, бала салғы тотоп,
Бер аҙымға арттан йүрмәләй.
«Әкренләп сап, ҡыҙым, ҡулдарыңды
Күберсетеп ҡуйма ҡапылдан…
Яуып ҡына ебәрмәһен инде –
Ҡара болот йөрөй яҡында».
Сатраш күлдәк арыу тиргә батҡас,
Тәмәкеһен ала көйрәтеп.
Мин ҡыуанам: бына хәҙер берәй
Ҡыҙыҡ тарих алам һөйләтеп.
«Анау ерҙә борон башҡорттар,
Ҡаҙаҡтарҙы ҡыуып барғанда…»
Ауыҙ асып тыңлап ултырамын,
Сал тарихты белә ҡайҙарҙан?
…Салғы тауыштары тынып торғас,
Күбәләре китә теҙелеп.
Ә мин, усаҡ яғып, сәй ҡайнатам,
Урман һиллегенә һөйөнөп.
Көн ауышты кискә – унлап күбә.
«Еткәндер ул, ҡыҙым, бөгөнгә».
Хеҙмәт көнө тамам. Һәлмәк атлап,
Тау һыртында ике һын килә…
Бына шулай, атай, бар ғүмерең
Үткән икән ялһыҙ хеҙмәттә.
Урман кешеһе һин... Һинән күскән
Тауҙар йыры минең йөрәккә.
Һаҡланһындар йылы хәтирәләр
Йылдар буйы мине ебәрмәй.
…Бесән саба атай. Дәү ҡулында
Салғыһына күҙ ҙә эйәрмәй…
Читайте нас: