Салфетка эшләр өсөн нигеҙ итеп аҡ фетр алабыҙ, биҙәк өсөн йәшел фетр, елемле туҡыма, тағы ла пергамент ҡағыҙы, трафарет, үтек, паяльник, уны эҫе килеш ҡуйыу өсөн урын, осло пинцет кәрәк була (1-се һүрәт).
- Пергамент ҡағыҙына елемле туҡыма йәбештерелгән йәшел фетр туҡымаһын һалабыҙ. Елемле яғын аҫта ҡалдырабыҙ (2-се һүрәт). Өҫтөнә трафаретты һалабыҙ (3-сө һүрәт).
- Паяльникты ҡыҙҙырабыҙ ҙа иң тәүҙә трафарет ситенән түңәрәк итеп йөрөтөп сығабыҙ (4-се һүрәт). Уны шулай «ҡырҡабыҙ». Ситендәге киҫәкте алып ташлайбыҙ (5-се һүрәт).
- Хәҙер паяльник менән трафарет эсендәге һүрәттәрҙе йөрөтөп сығабыҙ (6-сы һүрәт).
- Осло пинцет менән ҡырҡылған туҡыма киҫәктәрен алып ташлайбыҙ (7-се һүрәт).
- Трафаретты әҙер биҙәктән ипләп кенә айырып алабыҙ (8-се һүрәт).
- Шулай уҡ биҙәкте пергаменттан айырып алабыҙ (9-сы һүрәт).
- Йәшел биҙәкте аҡ фетр киҫәгенә һалып, үтекте тейҙермәй генә, быу менән йөрөтөп сығабыҙ (үтекте туҡыма өҫтөнән йөрөтөп үтекләһәгеҙ, биҙәк элементы төрөлөп, формаһын юғалта) (10-сы һүрәт).
- Аҡ фетрҙы түңәрәк итеп ҡайсы менән ҡырҡып алабыҙ.
Үҙенсәлекле салфетка әҙер. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
Зәлиә КИЛДЕҒОШОВА фотолары.