-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
5 Август , 16:03

Ҡояшлы булһын һәр көн!

  Башҡорт биҙәктәренең һәр береһе тәрән мәғәнәгә эйә. Ҡояш мотивтары төрлө дүңгәләктәр, нурҙары ян-яҡҡа таралған түңә-рәктәр, өйкөм сәскәләр рәүешендә һынландырыл-ған. Был орнамент менән еләндәрҙе, таҫтамалдарҙы, ашъяулыҡтарҙы биҙәгәндәр. Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәгән Хәлиҙә Сибәғәтуллина  – ижадҡа ғашиҡ ҡул эштәре оҫтаһы, айырыуса уның милли күлдәктәре һоҡландырғыс килеп сыға. Ҡыҙы Нәзилә менән килене Рәсилә ул теккән көндәлек йә байрам кейемдәренә, аксессуарҙар-ға нағышлап йәки һүрәт төшөрөп, милли төҫ индерә – заманса ла, үҙенсәлекле лә әйберҙәр күҙҙең яуын алып тора.

Ҡояшлы булһын һәр көн!
Ҡояшлы булһын һәр көн!

Төрлө ҡул эштәрендә соляр биҙәкте киң ҡулланалар. Ҡояш биҙәк традицион еләнде лә, модалы сумканы ла берҙәй күркәмләндерә. Бөгөн уңғанбикәләр ҡояш биҙәкле үҙенсәлекле брошка эшләп күрһәтмәксе. Был оҫталыҡ дәресе һеҙҙе лә, хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, ижади хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырырға дәртләндерһен.

Брошка өсөн ҡара төҫтәге драп, тиҫкәре яғына сағыу булмаған төҫлө фетр, ҡыҙыл бәз туҡымаһы киҫәктәре, еп, ҡатырға, мулине, ваҡ сәйлән, үтә күренмәле синтетик еп (мононить), булавка, энә, ҡайсы, аҡбур кәрәк була.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се (2024) һанында уҡығыҙ.

Ҡояшлы булһын һәр көн!
Ҡояшлы булһын һәр көн!
Ҡояшлы булһын һәр көн!
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: