Эш өсөн балауыҙ табағы (вощина), филтәгә 2 миллиметр ҡалынлығындағы еп, канцелярия бысағы, тимер йәки ағас линейка, таҡта, ҡайсы кәрәк була (1-се һүрәт).
Шәм өсөн заводта йәки оҫтаханала махсус пресс ярҙамында күҙәнәкләп эшләнгән яһалма кәрәҙ – балауыҙ табағы алабыҙ. Ул махсус кибеттәрҙә, бал һатҡан ерҙә, маркетплейстарҙа бар. Филтә өсөн еп тә тулыһынса тәбиғи – 100 процент мамыҡтан булырға тейеш.
Эш ваҡытында буялмаһын өсөн өҫтәлгә клеенка йәйеү яҡшы. Балауыҙ табағы ғәҙәттә 26х41 сантиметр ҙурлығында була. Уны линейка һәм канцелярия бысағы ярҙамында дүрткә бүлеп алабыҙ (2-се һүрәт). Һәр береһе 13х20,5 сантиметр булған 4 өлөш барлыҡҡа килә – бынан 4 шәм эшләргә мөмкин.
Балауыҙ табағының тарыраҡ яғына филтәне ҡуябыҙ (3-сө һүрәт). Уны еңелсә генә баҫҡылайбыҙ ҙа балауыҙҙы ситенән нығытып сығабыҙ (4-се һүрәт). Артабан буш урын ҡалдырмайынса, балауыҙҙы яҡшылап урайбыҙ (5-се һүрәт).
Урап бөткәс, филтә-ептең артығын ҡырҡып ташлайбыҙ (6-сы һүрәт). 10 сантиметрлыҡ шәмдең филтәһе 1 сантиметрға сығып тора, ә 5 сантиметрҙан бәләкәйерәк шәмгә бер нисә миллиметр еп тә етә. Аҫ яҡтан иһә бөтөнләй еп ҡалдырмайбыҙ.
Шәм әҙер. Хәҙер уны, матур ҡапҡа һалып, яҡындарығыҙға бүләк итергә лә мөмкин.
Балауыҙ шәм 2 сәғәт яна. Уның оҙонлоғон, киңлеген үҙегеҙ теләгәнсә алырға була.
«Доброштуки» инклюзив оҫтаханаһы 2021 йылда «Ғаилә» үҫешендә тайпылыш булған балаларға ярҙам итеү автономиялы коммерция булмаған ойошмаһы нигеҙендә булдырыла. Бында менталь инвалидлығы булған йәштәр рәсми рәүештә эшкә урынлаша. Улар кибеткә йөрөй торған туҡыма сумка-шопперҙар, экотоҡсайҙар, таҫтамалдар, салфеткалар тегә; шәмдәр, төрлө һабындар, хуш еҫле үләндәр тултырылған бәләкәй тоҡсай-сашелар эшләй; календарҙар, открыткалар, йәбештермәләр (наклейка), китап араһына ҡыҫтырғыстар етештерә; үләнле сәйҙәр, сәтләүек йыйылмалары, сәтләүекле бал, ҡайнатма әҙерләй. Тегеү, ижади, графика, аш-һыу оҫтаханаларында егеттәр һәм ҡыҙҙар рәсми рәүештә эшләй, хеҙмәт хаҡы ала. Бында уларға, киләсәккә маҡсат ҡуйып, хыялдарын тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинлектәр булдырыла.
Нефтекама ҡалаһы.
Эльвира ЗАКИРОВА
фотолары.