Түбәтәйҙе төрлө туҡыманан теккәндәр, элек ебәк, сатин, бәрхәт, буҫтау ҡулланғандар, шулай уҡ йөндән баҫып та эшләгәндәр. Хәҙерге заманда һис ниндәй сикләүһеҙ төрлө туҡыма ҡулланырға мөмкин. Өҫ яғын яҫы, йә ярымтүңәрәк көмбәҙле, йә бер нисә ҡыйыҡлап, осло башлы итеп тегәләр. Беҙ Башҡортостанда киң таралған ҡабарынҡы көмбәҙле, тирмәне хәтерләткәнен тегәбеҙ.
Эш өсөн кизе-мамыҡ нигеҙле бәрхәт, шерстепон, бәз йәки поплин туҡымалары, ҡыя әҙеп, энә, бәрхәт төҫлө еп, ҡайсы, аҡбур кәрәк. Мулине йәки йөн ептәр, сәйлән, уҡа менән сигеп биҙәргә мөмкин.
1. Кизе-мамыҡ туҡыманы тәүҙә йыуып киптерәләр һәм үтекләйҙәр. Бәрхәтте тиҫкәре яғынан ғына үтекләйбеҙ.
2. Ҡатырғанан һыҙма әҙерләйбеҙ. Беҙҙең һыҙма 57-58-се үлсәм өсөн. Ул ситтәрендә йөй өсөн 0,7 сантиметр урын ҡалдырып бирелгән. Һыҙмалағы үҙәк һыҙыҡ туҡымалағы буй епкә тура килә (1-се һүрәт).
3. Өс төрлө туҡыманан һыҙма буйынса өлөштәр бесеп алабыҙ. Тышҡы яғы – бәрхәттән, уртала шерстепон, эске яғында бәз була. Бәрхәтте ҡырҡҡанда уның өбөрөләренә иғтибар итергә кәрәк – бар деталдәрҙә лә йә өҫкә, йә аҫҡа йүнәлгән булһын (2-се һүрәт).
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2024) һанында уҡығыҙ.