-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
26 Октябрь 2023, 10:38

Бетеү

Яуыз көстәрҙән, яман күренештәрҙән, ауырыуҙарҙан һаҡлау өсөн бетеү таҡҡандар. Мәжүсилек осоронда кешеләр төрлө кейек-януар, ҡош-ҡорттоң (бүре, айыу теше, тырнағы, йөнө, болан мөгөҙө, ҡаҙ йөнө), ағас, башҡа үҫемлектең төрлө өлөштәренән бетеү яһаған, металл әйберҙәрҙе ҡулланған. Ислам дине таралғас, бетеүҙе доғалар менән эшләгәндәр.

Бетеү
Бетеү

Бөгөн беҙҙе Сибай ҡалаһының халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгенең «Ете ҡыҙ» этнография һәм биҙәү-ҡулланма ижад студияһы етәксеһе Минзилә ҒӘЙНУЛЛИНА бетеү эшләргә өйрәтә. Ҡәйнәһе, сәсәниә, милли кейем һәм биҙәүестәр оҫтаһы, Башҡортос­тандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Асия Ғәйнуллинанан өлгө алып, ул башҡорт халыҡ кейемен, биҙәүестәрен тергеҙеү менән шөғөлләнә.

 

Бетеү өсөн күн киҫәге, «Аятел Көрси» аяты яҙылған ҡағыҙ, ныҡлы еп, энә, ҡайсы, скотч, биҙәк һала торған штамп (мотлаҡ түгел), күндә тишектәр яһау өсөн махсус ҡулайлама-тишкес (русса – пробойник, ул булмаһа, беҙ ҡулланырға мөмкин), ҡатырға кәрәк.

 

«Ағинәйҙәр, студияла шөғөлләнгән йәштәр, студенттар менән хәлдән килгәнсә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға бетеү эшләп, Хәмзә хәҙрәт аша биреп ебәреп торабыҙ, ул һалдаттарға төбәп тапшыра. Иҫән-аман ҡайтһын яугирҙәребеҙ!
Бетеүҙе муллалар, абыстайҙар, доғалар уҡып, исем-шәрифен әйтеп, кешегә шәхсән бағышлап эшләгән. Кемдер ауырып китәме, ен-зәхмәт ҡағылғанмы, алыҫ юлға сығамы – һәр береһенә тәғәйен доғалары уҡыла, изге теләктәр әйтелә. Бетеүҙәрҙе бер ҡасан да һатыуға сығармағандар, магазиндарҙағы төрлө амулеттар беҙҙең халыҡҡа хас түгел», – ти Минзилә.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2023) һанында уҡығыҙ.

Бетеү
Бетеү
Бетеү
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: