Төрлө аксессуарҙар һәр саҡ ҡыҙыҡһындыра нәзәкәтле кейенергә яратҡан Венераны. Ижади халәте тынғы бирмәй, кейем конструкторлау һәм моделләү курсын үтергә әйҙәй. Декрет ялында ултырған йәш әсә винтаж стилендәге сумканы ныҡ оҡшата бер саҡ. Тик, хаҡы уғата ҡиммәт булғас, уны һатып алмай. Шулай ҙа был хәл уға тынғы бирмәй, уйға һала. «Тегә беләм дә инде, нишләп ундай муҡсаны үҙем эшләп ҡарамаҫҡа?!» – тип сәмләнә ул. Йәне теләгән – йылан ите ашаған, ти. Тәүге сумканы әсәһенә бүләк итә лә икенсеһен тегә, шулай был эшкә ылығып китә. Оҫтарғандан-оҫтарып, үҙ стилен булдыра, сумкаларҙы милли биҙәктәр менән нағышлай. «Этно», «голливуд», «креатив» стилендәге аксессуарҙарҙы, үҙенсәлекле яғаларҙы, шопперҙарҙы, биштәрҙәрҙе һораусылар арта. Ул сумка тегеүҙең бер ысулын яратҡан журналы уҡыусыларына ла өйрәтергә ризалашты.
Эш өсөн беҙгә 55х25 сантиметр ҙурлығында ҡалын туҡыма (бәрхәт, гобелен, жаккард ), эске яғы өсөн 55х25 сантиметр ҙурлығында бәз, сатин кеүек туҡыма, 55х25 сантиметрлыҡ дублерин, 15 сантиметрлыҡ фермуар (махсус ҡул эштәре өсөн магазиндарҙа һатып алырға мөмкин), 120 сантиметр оҙонлоғонда сылбыр, ҡайсы, ҡатырға, линейка, циркуль, энә, еп, тегеү машинаһы, үтек, биҙәргә тәңкәләр (пайеткалар мөмкин) кәрәк була.
Эш барышы.
Муҡсаның һыҙмаһы бик ябай. Ҡатырғала диаметры 22 сантиметр булған түңәрәк һыҙабыҙ. Уртаһынан диаметрҙы билдәләп, һыҙыҡ һыҙып ҡуябыҙ. Һыҙыҡ буйынса 6 сантиметр аҫҡа төшөп перпендикуляр һыҙыҡ һыҙабыҙ. Киләсәктә кәрәк буласаҡ.
Муҡса ҡалыныраҡ һәм нығыраҡ булһын өсөн, дублеринды үтек менән туҡымаға йәбештерәбеҙ. Шунан түңәрәк һыҙманы һалып һыҙып, 2 деталь ҡырҡып алабыҙ. Деталдәрҙә барлык һыҙыҡтарҙы шулай уҡ билдәләп ҡуябыҙ. Эслек өсөн туҡыманан да ике деталь ҡырҡып алабыҙ, һыҙыҡтарҙы билдәләйбеҙ.
Деталдәр әҙер булғас, буласаҡ муҡсаны биҙәйбеҙ. Тәңкәләрҙе нисек оҡшай, шулай тегәбеҙ. Беҙ өсмөйөш итеп тектек. Сигеп тә матурларға була.
Биҙәктәр әҙер булғас, деталдәрҙе ҡапма-ҡаршы һалып, ситтән бер сантиметр ҡалдырып, перпендикуляр һыҙыҡҡа тиклем тегәбеҙ.
Эслек деталдәренең сите һүтелмәһен өсөн, «кәкерсәк» («зигзаг») йөйө менән тегеп сығабыҙ. Аҙаҡ шулай уҡ машинала ҡапма-ҡаршы һалып, перпендикуляр һыҙыҡҡа тиклем тегәбеҙ. Шунан йөй буйлап һәр 5 сантиметр аша теккән ергә тиклем 1-2 миллиметр ҡалдырып ҡырҡып сығабыҙ («насечка») – был муҡсаның аҫҡы яғы тартылып тормаһын өсөн эшләнә.
Буласаҡ муҡсаны әйләндереп алабыҙ ҙа, эслек ҡуйып, ситтәрен тегәбеҙ. Муҡсаға фермуарҙы тегеп, сылбыр беркетеп ҡуйырға ғына ҡала.