Бәләкәс ҡыҙсыҡтарға сәсмәүерҙе суҡтар, йә булмаһа ваҡ сәйлән менән яһайҙар. Оҙонлоғо ун сантиметр булһа етер. Иң мөһиме – биҙәүес уңайһыҙлыҡ тыуҙырмаһын. Ә өлкән ҡыҙҙарға, йәш килендәргә 40 – 45 сантиметр ҙурлығында эшләргә мөмкин. Әлбиттә, сәстең оҙонлоғона ҡарайҙар.
Сәсмәүер өсөн таҫма йә бау, ҙур булмаған күн йә туҡыма киҫәге, 2 ҡортбаш (булмаһа, төймә, тәңкә менән алыштырырға мөмкин), мәрйендәр, сәйләндәр, тәңкәләр, энәләр, еп, ҡайсы кәрәк.
Таҫманы тейешенсә үлсәп алабыҙ. Бер яҡтан осон тегеп, тәңкә (төймә, мәрйен мөмкин) беркетәбеҙ.
Бауҙың икенсе яғын күн йәки туҡыма менән нығытабыҙ ҙа ҡортбаш, тәңкә, мәрйен йә төймә менән биҙәп ҡуябыҙ. Шунан энәгә етерлек оҙонлоҡта еп кейҙереп беркетәбеҙ. Бер нисә епте бер юлы төшөрөп эшләү уңайлы. Уларҙың һаны төрлөсә булыуы мөмкин.
Вағыраҡ сәйләндәрҙе – өҫкәрәк, эрерәк мәрйендәрҙе аҫҡараҡ урынлаштырабыҙ. Тәүҙә, һәр епкә бер үк һанда сәйләндәр теҙеп сыҡҡас, күн киҫәге менән уларҙы нығытып китәбеҙ. Быны бер тигеҙ арауыҡта даими башҡарып барабыҙ. Икенсе төрлө төҫтәге мәрйендәрҙән биҙәктәр һалырға ла була.
Осона тәңкәләр тағып, ептәрҙе нығытабыҙ. Барыһын һоҡландырыр матур биҙәүес әҙер.
Булат МАЛИКОВ фотолары.