-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
6 Июнь 2023, 13:10

Гөлмәрйенкәй янсыҡ, мәрйен суҡ

Янсыҡ – ауыҙын бөрмәләп, баулап тегелгән, биҙәлгән бәләкәй тоҡсай. Борон уға алтын-көмөш тәңкәләр, аҫылташтар һалып йөрөткәндәр. Көнсығыш илдәрендә, төрки телле халыҡтарҙа янсыҡ ир-егет кейем-аксессуарҙарының иң матур өлөшө булған, тип уртаҡлаша сәсәниә, милли кейем һәм биҙәүестәр оҫтаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Асия ҒӘЙНУЛЛИНА.

Гөлмәрйенкәй янсыҡ, мәрйен суҡ
Гөлмәрйенкәй янсыҡ, мәрйен суҡ

Юлға сыҡҡанда бәләкәй генә янсыҡҡа иҫтәлекле берәй нәмә һалып алыу йолаһы ла булған, янсыҡ үҙе лә, ҡулдан тегеп, сигелгән әйбер булараҡ, тыуған яҡ, бүләк иткән яҡын кеше иҫтәлеге итеп ҡаралған. Хуш еҫ бөркөп торһон өсөн баҙыян сәскәһе, ҡәнәфер йәки әрем һалып йөрөткәндәр.
Килен булып төшкәндә еңгә­ләре ҡәйнештәренә янсыҡ бүләк иткән. Ә буласаҡ иренә ул айырым янсыҡ әҙерләгән, сигеп биҙәгән, ситтәрен селтәрләгән йәки таҫмалап теккән, ә эсенә төрөп кейәү үләне һалған.
Янсыҡ төрлө туҡыманан, күндән дә тегелә. Башлыса ҡусҡар йә үрмәгөл сәскәләр сигеп биҙәлә. Элмә, ҡушэлмә, шыма йәки күпертеп сигеү кеүек нағыштар ҡулланыу отошло. Башҡортостан Республикаһының Милли музейы фондында алтын еп менән сигеп, тәңкәләр тағылған, уҡа тегелгән, ситтәре ырғаҡ менән бәйләп биҙәлгән янсыҡтар ҙа һаҡлана. Шулай уҡ мәрйен баҫып, аппликация менән дә эшләргә мөмкин – ижади хыялығыҙ ни тип «шыбырлар».
Был юлы кәләштең буласаҡ иренә әҙерләгән янсыҡ өлгөһөн тегәбеҙ.
Уның ҙурлығына ҡарап туҡыма (ғәҙәттә, янсыҡтың киңлеге 11 – 13, оҙонлоғо 14 – 23 сантиметр була), төрлө төҫтәге ептәр (йөн, мулине, ирис), 2,5 йәки 5 сантиметр киңлегендәге таҫма, бау, энә, ҡайсы, аҡбур алабыҙ.
Туҡыманы ике ҡатлап һалабыҙ ҙа аҫҡы яғын түңәрәкләтеп ҡырҡабыҙ. Таҫманы «гармунлап» йыябыҙ ҙа (5 сантиметрлы булһа, тәүҙә уртаға тәңкләп үтекләйбеҙ) өлгөнөң бер өлөшөнә беркетеп тегәбеҙ.
Аҡбур менән буласаҡ биҙәкте төшөрәбеҙ. Ситенән ҡайтармалы сигеү менән уратып сығабыҙ. Шунан бер төҫтәге еп менән биҙәктең ситен элмә сигеү (тамбур) менән сығабыҙ. Артабан ҡушэлмә йәки башҡа ысул менән һүрәттең уртаһын тултырып сигәбеҙ. Ҡусҡар биҙәгенең ике яҡҡа киткән мөгөҙҙәре бер төҫтә сигелә икәнен онотмайбыҙ. Икенсе өлөшөн дә ошолай биҙәйбеҙ.
Ике өлөштө тоташтырып тегәбеҙ. Өҫкө яғынан киңерәк ҡалдырып бөгәбеҙ, еп үткәрер өсөн урын ҡалдырабыҙ (ике яҡтан ҡалдырырға ла мөмкин). Бауҙы үткәреп, остарына ептән эшләнгән суҡтар тағабыҙ.
Эсенә тәңкә һалып бүләк итәбеҙ.

Гөлмәрйенкәй янсыҡ, мәрйен суҡ
Гөлмәрйенкәй янсыҡ, мәрйен суҡ
Гөлмәрйенкәй янсыҡ, мәрйен суҡ
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: