-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
6 Март 2023, 10:41

Ҡорама юрған

Ҡорама ҡорауҙы борон өләсәйҙәр әйберҙе тәләфләмәү һәм һәр ерҙә матурлыҡ булдырыу ғәҙәтенән уйлап тапҡандыр, моғайын. Бөгөн иһә ул сәнғәт кимәленә күтәрелгән. Пэчворктың төрлө илдәрҙә төрлө ысулдары таралған. Беҙ иһә башҡорт халҡына хас ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе тергеҙеү өҫтөндә эшләйбеҙ. Был нескәлектәргә төшөнөргә сәсәниә, милли кейем һәм биҙәүестәр оҫтаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Асия ҒӘЙНУЛЛИНА ярҙам итә.

Ҡорама юрған
Ҡорама юрған

Килен бирнәһендә кейеҙ, түшәк, ике мендәр, урындыҡҡа һалырға түр (буй) юрған, ике арҡыры юрған, бәләкәс күпсектәр мотлаҡ булырға тейеш. Буй юрған урындыҡҡа буйлап, ә арҡыры юрғандар уның ике яғына йәйелә. Ғәҙәти юрғанды ябай шаҡмаҡтарҙан йыйһаҡ, бирнәгә тәғәйенләнгәнендә уларҙы ромб рәүешендә теҙәләр – ул бетеү булып, йәш ғаиләне күҙ тейеүҙән һаҡлай.
Ҡорама юрған өсөн туҡыманы тигеҙ шаҡмаҡтарға, өсмөйөштәргә киҫәбеҙ. Әлбиттә, икенсе төрлө формалар алырға ла мөмкин. Башта төҫтәрен килештерер өсөн теҙеп ҡарайбыҙ, һүрәт оҡшағас, шаҡмаҡтарҙы бер-береһенә тоташтырып тегеп сығабыҙ. Элеккесә бәз, ситса, сатин туҡымалар бик һүҫәрелеп бармай, уларҙың ситен тегеп нығытыу мотлаҡ түгел, ә заманса яһалма туҡымаларҙың ситен, ғәҙәттә, эшкәртеү кәрәк була.
Киҫәктәрҙе йыйып бөткәс, ян-яҡлап бер төрлө туҡыманан «рамка» тегеп ҡуябыҙ. Юрғандың икенсе яғын шыуғалаҡ булмаған тәбиғи туҡыманан эшләйбеҙ.
Юрғандың өс яғын тегеп, бер яғын ҡалдырабыҙ. Эсенә борон йөн, ҡаҙ мамығы һалғандар. Хәҙер күберәк ватин, синтепон ҡулланабыҙ. Ҡораманы тиҫкәре яғына әйләндереп, йәйеп һалабыҙ, өҫтөнә синтепонды (йөндө) тигеҙ итеп һалып сығабыҙ. Ҡораманың асыҡ яғынан башлап йомарлап тәңкләп урайбыҙ, өҫкө һәм аҫҡы яҡтары бер тигеҙ генә барһын. Осона килеп еткәс, әйләндерәбеҙ ҙә, әкренләп кенә тартып, кирегә тәгәрләтәбеҙ һәм ипләп кенә яҙып һалабыҙ. Бармаҡтар менән мөйөштәрен буш ҡалмаһын өсөн тигеҙләргә онотмайбыҙ. Осон ҡул менән тегеп ҡуябыҙ.
Аҫҡы тауар төҫөнә ярашлы еп алабыҙ. Тәүҙә «рамка» буйлап ипләп кенә күпсеп сығабыҙ. Бының өсөн оҙон энә менән юрған аша ҡыялата сығарабыҙ – шулай күренеп торған ере тигеҙ һәм ваҡ сыға. Шунан шаҡмаҡтар буйлап күпсеп сығабыҙ. Былай иткәндә, эсендәге синтепон шылып йөрөмәй, шаҡмаҡтар матур ғына булып ҡабарып тора.
Ҡорама заманса интерьерҙы биҙәү өсөн дә киң ҡулланыла. Диванға йәйеп һалынған юрғандар бөгөн дә өй ҡотон һаҡлай.

Асия ҒӘЙНУЛЛИНА фотолары.

 

Ҡорама ҡорауҙа Сибай ҡалаһы ағинәйҙәре ҡоро ағзалары: Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре, БР «Урал батыр» атҡаҙанған сәсәндәр мәктәбе сәсәниәһе Фәрҙиә Юнысова; Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, БР «Урал батыр» атҡаҙанған сәсәндәр мәктәбе сәсәниәһе Светлана Буранбаева; Оксана Билалова һәм К.А.Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжының этнохудожество бүлеге студенттары ярҙам итте.

Ҡорама юрған
Ҡорама юрған
Ҡорама юрған
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: