Йомшаҡ китап 20х20 сантиметр ҙурлыҡта. Һәр битендә бер йыл миҙгеле һүрәтләнгән.
Китап өсөн төрлө төҫтәге фетр туҡымаһы, баҫыу өсөн махсус йөн, сағыу таҫмалар, фелтинг энәһе, губка, ябай энә, ептәр, синтепон, йәбештергес таҫма (велькро), ҡайсы кәрәк була.
Фетрҙан кәрәкле үлсәмдә китаптың биттәрен (20х40 сантиметр), айырым өлөштәрҙе ҡырҡабыҙ. Шунан уларҙы урынлаштырып тегеп сығабыҙ. Өҫтөнән «ҡоро килеш баҫыу» (сухое валяние) ысулы менән биҙәйбеҙ. Бының өсөн йөндө алып, тейешле формаға килтерәбеҙ ҙә, төп туҡымаға урынлаштырып, фелтинг энәһе менән үтәнән-үтә тишкеләйбеҙ. Быны губка өҫтөндә эшләү уңайлы.
Алынмалы әйберҙәрҙе йәбештергес таҫмалар менән беркетәбеҙ. Быйманы, бейәләйҙе, сәкмәнде, балаҫты, аттың эйәрен айырым баҫабыҙ (бейәләй баҫыу буйынса оҫталыҡ дәресе журналыбыҙҙың 2020 йылғы ноябрь һанында баҫылды), кипкәс, таҫмалар тегеп биҙәйбеҙ.
Биттәр әҙер булғас, барыһын берләштереп тегәбеҙ. Ситтәрен таҫмалар менән биҙәп сығабыҙ.
Китаптың «хужаһы» – Батыр исемле ҡурсаҡ. Уны һыҙма буйынса фетрҙан тегәбеҙ, эсенә синтепон тултырабыҙ. Кейемен йөндән «ҡоро килеш баҫыу» ысулы менән эшләйбеҙ.
Йомшаҡ, ҡулға тотоуға ла рәхәт уйынсыҡты кескәйҙәр бик ярата. Уны юлға һалып алыу ҙа уңайлы. Уйнағанда һәр әйберҙең атамаһын ҡабатлау балаға уларҙы иҫендә ҡалдырырға ярҙам итә.
Алина МӨСЛИМОВА фотолары.