Урын тартҡыһында төп биҙәк булып уртанан шәжәрә ағасын һынландырған орнамент тора. Күбеһенсә ҡусҡар биҙәге, шулай уҡ сәскәләр менән нағышлана. Ситтәрендә суҡтар була. Тартҡының ике яҡ ситен шул килеш ҡалдырырға ла, бер яҡтан түңәрәкләтеп ҡуйырға ла мөмкин. Ике яғына бау тағыла.
Көньяҡ Уралда биҙәкте энә менән сиккәндәр. Ә төньяҡ райондарҙа ҡатлап-ҡатлап ырғаҡ менән нағышлағандар.
Элек киндер, етен туҡымалар тотонғандар. Хәҙер заманса материалдар ҙа ҡулланыла, иң мөһиме – ныҡлы булһын. Беҙ габардин алдыҡ. Күпселек урын тартҡыһының нигеҙен ҡаранан алғандар, был мотлаҡ түгел, тыныс, тәбиғи төҫтәрҙең барыһы ла килешә.
Метр ярым киңлектәге (ғәҙәттә шулай һатыла) 25 сантиметр оҙонлоғонда туҡыма алабыҙ. Арт яғын ҡаплау өсөн ошо уҡ ҙурлыҡта бәз, ситенә 3,6 метр таҫма (һүрәтле, саржа, атлас булһа ла ярай), төрлө төҫтәге мулине йәки ирис кеүек сигеү өсөн ептәр, энә, ҡайсы кәрәк була.
Эш барышы.
Башта туҡыманың ситен уратып таҫманы тегеп сығабыҙ. Ул һүрәтһеҙ булһа, орнаменталь нағыш һалабыҙ. Уртаһына биҙәкте урынлаштырып юллайбыҙ. Бер төҫтәге еп алып, биҙәктең ситен (контур) элмә сигеү (тамбур) менән сығабыҙ. Шунан биҙәктең уртаһын тултырып ҡушэлмә (двойной тамбур) ысулы менән сигәбеҙ. Ҡусҡар биҙәгенең ике яҡҡа киткән мөгөҙҙәре симметрик рәүештә бер төҫтә сигелә.
Арт яғын бәз менән ҡаплап тегәбеҙ.
Мулине йәки ябай еп менән төрлө төҫтәрҙә суҡтар яһайбыҙ. Бер суҡтың оҙонлоғо – 2-2,5 сантиметр. Суҡтар һаны бүленмәй торған таҡ һандан (17, 19, 23, 29, 31, 37...) торорға тейеш.
Тартҡының ике яғына бау беркетеп ҡуябыҙ. Урын тартҡыһы әҙер.
Һандыҡ өҫтөнә тәүҙә тартҡы һалына, шунан түшәк кәрәк-ярағы өйөлә һәм тартҡы ике яҡтағы бауынан тартып бәйләп ҡуйыла.
Ҡусҡар биҙәге ғаилә ныҡлығын һаҡлаусы булып тора. Биҙәк өҙөлһә, араһына орнамент сигелә. Сәскә, үҫемлек биҙәктәре ҡулланырға мөмкин.
Хәҙер йорттарҙы биҙәүҙә күптәр этностилгә мөрәжәғәт итә. Заманса интерьерҙа ла урын тартҡыһын уңышлы файҙаланалар. Мәҫәлән, тартҡыны өҫкө яғынан таяҡ менән нығытып, карауат янына диуарға биҙәк итеп элеп ҡуйырға була. Зиннәтле өй биҙәүесе үҙегеҙҙе лә, өй ҡотон да һаҡлар.
Асия ҒӘЙНУЛЛИНА һәм Лилиә БАРЛЫБАЕВА фотолары.
Фотоларҙа: К.А. Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы студенттары Азалия Йәғәфәрова һәм Эльвира Ғәбдрәшитова урын тартҡыһы сигә