Ҡаты сыр
1 килограмм эремсек, 1 литр һөт, 2-3 йомортҡа, 100-150 грамм аҡ май, 1,5-2 ҡалаҡ тоҙ, 1 балғалаҡ сода кәрәк.
Эремсеккә һөттө ҡойоп, һүрән генә утҡа ҡуябыҙ ҙа ҡайнатыу хәленә еткерәбеҙ. Эремсек ирей, һуҙыла башлай. Көймәһен өсөн болғата- болғата 7 – 10 минут ҡайнатабыҙ. Эремсек һыуы айырылып сыҡҡас, уттан алабыҙ. Тишекле сүмес йәки бер нисә ҡат марля аша һыуын һарҡытабыҙ. Йомортҡа һытабыҙ, киҫәктәргә бүлеп аҡ май, тоҙ, сода һалабыҙ. Яҡшылап болғатабыҙ, ул күпереп китә.
Тағы ла һүрән утҡа ҡуябыҙ. Был арала туҡтауһыҙ болғатып торабыҙ, юғиһә көйөп ҡуйыуы бар. Сыр ҡуйыра һәм кәстрүлдең ситенән ысҡына башлағансы, 5 – 7 минут тирәһе утта тотабыҙ.
Сырҙы тәрилкәгә йәки башҡа һауытҡа һалабыҙ, өҫтө кипмәһен өсөн, шыптыр менән ябабыҙ һәм бер нисә сәғәткә һалҡынса урынға ҡуйып торабыҙ. Был арала сыр ҡата, тығыҙлана.
Тәмле сыр
2 литр һөт, 400 грамм ҡаймаҡ, 4 – 6 йомортҡа, 2-3 теш һарымһаҡ, 2 ҡалаҡ тоҙ, тәменсә әнис үләне кәрәк.
Һөттө 5 минут ҡайнатабыҙ. Ул арала ҡаймаҡҡа йомортҡа, тоҙ һалып, яҡшылап болғатабыҙ. Шунан уны һөткә ҡушабыҙ, туралған әнис, иҙелгән һарымһаҡ өҫтәйбеҙ. Уртаса утта 5 – 7 минут, эремсек һыуынан айырыла башлағансы, тотабыҙ.
Тишекле сүмескә һалып, һыуын һарҡытабыҙ һәм, йомарлап, һыуытабыҙ. Шунан өҫтөн ауыр әйбер менән баҫтырып, бер нисә сәғәткә һалҡын урынға ҡуйып торабыҙ.
Бәшмәкле йомшаҡ сыр
500 грамм эремсек, 200 грамм аҡ көләпә (шампиньон) бәшмәге, 2-3 ҡалаҡ ҡаймаҡ, 2 йомортҡа, 1 балғалаҡ тоҙ, 1 балғалаҡ сода, әнис йәки шәфәри үләне, ҡыҙҙырыр өсөн үҫемлек майы кәрәк. Теләгәндәр ҡара борос, иҙелгән һарымһаҡ та өҫтәй ала.
Эремсеккә ҡаймаҡ һалабыҙ, йомортҡа һытабыҙ, тоҙ менән сода өҫтәйбеҙ һәм блендер менән яҡшылап болғатабыҙ. Был һауытты ҡайнар һыулы кәстрүлгә урынлаштырып, утҡа ҡуябыҙ һәм, болғата-болғата, 15 минут самаһы тотабыҙ. Был арала эремсек ирергә тейеш.
Бәшмәкте ваҡ итеп турайбыҙ ҙа үҫемлек майында ҡыҙҙырып алабыҙ. Еңелсә генә тоҙ һалабыҙ, төйөлгән ҡара борос өҫтәргә лә мөмкин. Шунан бәшмәкте ирегән эремсеккә һалабыҙ, йәшел тәмләткес үләндәр ҙә өҫтәйбеҙ. Барыһын бергә яҡшылап болғатабыҙ һәм һауыттарға тултырабыҙ.