-3 °С
Ҡар
*Турама өсөн ҡырҡылған алма ҡараймаһын, тиһәгеҙ, уға лимон һуты бөркөгөҙ.
*Ашҡа тоҙҙо артығыраҡ һалып ебәрһәгеҙ, уға картуф һалырға ла бер аҙ бешереп, кире алырға кәрәк. Картуф тоҙҙоң бер ни тиклемен үҙенә алыр.
*Микротулҡынлы мейесте йәшелсәләрҙе, йәшел тәмләткес үләндәрҙе киптерер өсөн файҙаланырға була.
*Картуфты ҡыҙҙырғанда әҙер булыр алдынан ғына тоҙ һалһағыҙ, ул һутлыраҡ һәм тәмлерәк булыр.
*Ҡоймаҡ бешерер алдынан табаһын тоҙ менән ышҡып алһағыҙ, ҡамыр табаға йәбешмәҫ.
*Дөгө ярмаһын бешерер алдынан берәй сәғәт ебетеп алғанда, ул ағыраҡ төҫкә инер. Алдан һыу һеңдергән дөгө тиҙерәк бешер һәм йәбешеп тормаҫ.