-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
24 Март 2022, 12:09

«Күңелле» башлыҡ

Балалар һәр нәмәнән ҡыҙыҡ табырға әҙер. Бөгөн замана үҫмерҙәре араһында ошондай косынка-башлыҡтар киң таралған. Уңған ҡуллы бөтмөр әсәйҙәр уны бер ултырыуҙа бәйләп ҡуя ала, ти Өфөнән Вәсилә ЗАРИПОВА.

«Күңелле» башлыҡ
«Күңелле» башлыҡ

100 грамм йәшел еп (акрил), 5-се һанлы энә, күҙҙәре өсөн бер аҙ аҡ һәм ҡара еп, 3-сө һанлы ырғаҡ, ҙур күҙле тегеү энәһе кәрәк була.
Эш барышы. Епте ике ҡат итеп алабыҙ. Бер энәгә 5 ғәҙәти күҙ йыябыҙ. 1-се рәттә бөтә күҙҙәрҙе лә (ситтәгеләрен дә) уң күҙ менән бәйләйбеҙ. Бәйләмде бороп, епте бәйләмдең артына сығарабыҙ һәм шулай уҡ уң күҙҙәр менән рәтте сығабыҙ. Бәйләмдең сите матур ғына «төйөнләнеп» бара. 80 рәт (25 сантиметр) шулай ике яҡтан да уң күҙҙәр, икенсе төрлө әйткәндә, шәл бәйләме менән, бәйләйбеҙ (1-се һүрәт). Был башлыҡтың бер яҡ бауы булды. Артабан күҙҙәр һанын арттыра башлайбыҙ.
81-се рәт. Ике күҙ бәйләгәс, буш күҙ алабыҙ, өсөнсө күҙҙе бәйләйбеҙ һәм буш күҙ алабыҙ (өсөнсө күҙҙең ике яғында берәр буш күҙ алабыҙ булып сыға).
82-се рәт уң күҙ менән бәйләнә, буш күҙҙәрҙе лә уң менән үтәбеҙ.
83-сө рәт. 3 күҙҙе уң менән бәйләгәс, буш күҙ алабыҙ, 1 күҙ бәйләйбеҙ һәм тағы буш күҙ алабыҙ, артабан уң күҙ менән бәйләйбеҙ.
84-се рәтте уң күҙ менән бәйләйбеҙ.
85-се рәт. Шулай уҡ урталағы күҙҙең ике яғында буш күҙҙәр алабыҙ, ҡалғандары уң менән бәйләнә. Күҙҙәр һаны 11-гә етә.
86-сы рәт. 5 уң күҙ, 6-сы (урталағы) күҙҙе һул итеп алабыҙ, тағы 5 уң күҙ.
87-се рәт. 5 уң күҙ, 1 буш күҙ, 1 уң күҙ, 1 буш күҙ, 5 уң күҙ алына (2-се һүрәт).
88-се рәт. 5 уң күҙ, 3 һул күҙ, 5 уң күҙ.
89-сы рәт. 5 уң күҙ, 1 буш күҙ, 3 уң күҙ, 1 буш күҙ, 5 уң күҙ.
90-сы рәт. 5 уң күҙ, 5 һул күҙ, 5 уң күҙ.
91-се рәт. 5 уң күҙ, 1 буш күҙ, 5 уң күҙ, 1 буш күҙ, 5 уң күҙ.
Ошо рәүешле уң яҡтан (йәғни таҡ рәттәрҙә) буш күҙҙәр ярҙамында күҙҙәр һанын арттырып барабыҙ (3-сө һүрәт). Беҙ уларҙың һаны 41-гә еткәс арттырыуҙы туҡтаныҡ. Һеҙ иһә башлыҡты киңерәк итеп бәйләргә уйлаһағыҙ, үҙегеҙгә кәрәк тиклем өҫтәй алаһығыҙ.
Артабан 32 рәт ике яҡ ситтәге биш күҙҙе – шәл бәйләме, урталағы күҙҙәрҙе ойоҡ бәйләме менән бәйләйбеҙ (4-се һүрәт).
Киләһе рәттән күҙҙәрҙе кәметә башлайбыҙ. 4 күҙ бәйләгәс, 5-се һәм 6-сы күҙҙәрҙе бергә алабыҙ, бәйләмде ғәҙәттәгесә дауам итәбеҙ, артабан 36-сы һәм 37-се күҙҙәрҙе бергә алабыҙ.
Йоп рәттәрҙә күҙҙәрҙе кәметмәй генә бәйләйбеҙ.
Уң рәттәрҙе бәйләгәндә 5-се һәм 6-сы күҙҙәрҙе бергә алған ваҡытта бәйләмде уңға ауыштырабыҙ, киләһе юлы күҙҙәрҙе кәметкәндә бәйләмде һулға ауыштырабыҙ. Энәлә 11 күҙ ҡалғансы шулай кәметәбеҙ.
Артабан шәл бәйләме менән дауам итәбеҙ. 3 күҙ бәйләгәс, 2 күҙҙе уртаға табан ауыштырып бергә алабыҙ, шунан 2 күҙҙе тағы уртаға ауыштырып бәйләйбеҙ, 3 күҙҙе уң менән алабыҙ. Тиҫкәре яҡтан күҙҙәрҙе кәметмәйбеҙ.
Ошо рәүешле энәлә 5 күҙ ҡалғансы кәметәбеҙ. Артабан тағы 80 рәт шәл бәйләме менән бәйләп тамамлайбыҙ.

 

Вәсилә ЗАРИПОВА һәм
Александр ДАНИЛОВ фотолары.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2022) һанында уҡығыҙ. 

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: