Сәскәнән шулай уҡ сәс өсөн ҡыҫтырғыс йә резинка эшләргә, сумкаға, кейемгә беркетеп йөрөтөргә, өйҙө биҙәгәндә ҡулланырға була – ижади хыялығыҙ ни әйтер?!
50 грамм махсус йөн, шыйыҡ һабын, һыу бөрккөс, энә, еп, ҡайсы, әйберҙәрҙе төрә торған «шешекле» пленка, иҙән япмаһы аҫтына һалыу өсөн йылытҡыс материал (уның урынына ҡалын полиэтилен йәки «шешекле» пленка ҡулланырға ла мөмкин), булавка кәрәк.
Беҙ бер юлы ике түңәрәк баҫтыҡ, һуңынан уларҙы берләштерҙек. Шулай иткәндә, сәскә ҡабарынҡыраҡ күренә. Бер түңәрәк менән генә лә эшләргә була. Түңәрәктәрҙең һәр береһен айырым баҫырға ла мөмкин, әлбиттә.
Йөндө «уртанан» һалып, буш урын ҡалдырмай, тигеҙ һәм тығыҙ итеп түңәрәкләтеп йәйеп сығабыҙ (1-се һүрәт). Һыу һиптергескә 1 литр һыуға 1 ҡалаҡ шыйыҡ һабын һалып әҙерләйбеҙ һәм йөн өҫтөнә бөркөп сылатабыҙ.
Иҙәнде йылытыу өсөн ҡулланылған материалдан түңәрәк ҡырҡабыҙ. Уның тышҡы диаметры – 20, эскеһе – 7 сантиметр. Һыҙманы йөн түңәрәк өҫтөнә ҡуябыҙ (2-се һүрәт). Йөндөң ситкә сығып торған өлөштәрен һыҙманың икенсе яғына сығарып бөкләп һалабыҙ һәм икенсе яғынан яңынан шулай уҡ йөн йәйәбеҙ (3-сө һүрәт), ситтәрен тағы кире яҡҡа бөкләп сығарабыҙ. Һабынлы һыу менән сылатабыҙ (4-се һүрәт). Өҫтөнә «шешекле» пленка (махсус селтәр ҙә ҡулланырға мөмкин) йәйәбеҙ ҙә баҫа башлайбыҙ.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2022) һанында уҡығыҙ.