Татлы гөлләмәне эшләү өсөн беҙгә ошо әйберҙәр кәрәк буласаҡ: ҡыҙыл, һоро, йәшел төҫтәге бөрмәле (гофрированная) ҡағыҙ, ҡыҙыл, йәшел, ялтыр таҫмалар, пеноплекс киҫәге, аҡ, ҡыҙыл төҫтәге еп, ПВА елеме, шар, елем пистолеты (клеевой пистолет), ҡайсы, кәнфит, мәрйен йәки төймә, ылыҫлы ағас ботаҡтары. Шулай уҡ яһалма сәскәләр, ялтырауыҡтар йәки башҡа биҙәү әйберҙәре ҡулланырға мөмкин (1-се һүрәт).
Эш барышы. Иң тәүҙә кәнфит өсөн һауыт эшләйек. Шарҙы кәрәкле ҙурлыҡта тултырабыҙ. Епте ПВА елеме аша үткәреп (бының өсөн елемдең һауытын үтәнән-үтә тишеп, епте уның аша сығарабыҙ), шарҙы төрлө йүнәлештә уратабыҙ (2-се һүрәт). Кипкәс, ипләп кенә шарҙың тынын сығарабыҙ ҙа тартып алабыҙ.
Ептән хасил булған шарҙың өҫтөн ҡапҡас кеүек итеп ҡырҡып алабыҙ һәм ситтәренә таҫма йәбештереп сығабыҙ (3-сө һүрәт). Мәрйен йәки төймәнән тотҡос эшләйбеҙ. Һауыт әҙер (4-се һүрәт). Тимер сымды таҫма менән биҙәп, һауытҡа тотҡалар эшләргә мөмкин.
Рауза сәскәләре эшләйек. Таж япраҡтары өсөн бөрмәле ҡағыҙҙан 7х7 см ҙурлығында – 1, 7х3 см үлсәмле – 7-8, 7х4 см миҡдарҙа 5 киҫәк ҡырҡып алабыҙ. Ситтәрен ҡырҡып, сәскә тажы рәүешенә килтереп, һуҙып сығырға кәрәк (5-се һәм 6-сы һүрәттәр).
Иң ҙур ҡағыҙ киҫәгенә кәнфитте урап, еп менән нығытҡандан һуң, 7х3 үлсәмле таждарҙы беркетәбеҙ, бының өсөн еп ҡулланабыҙ (7-се һүрәт). Һуңғы юлда 7х5 үлсәмле таж япраҡтарын еп менән уратып бәйләп ҡуябыҙ. Сәскәләр әҙер (8-се һүрәт).
Көрән төҫтәге ҡағыҙҙан дүртмөйөштәр ҡырҡып алып, кәнфиттәр төрәбеҙ (9-сы һүрәт).
Хәҙер композицияны йыйып ҡуйырға ҡала. Деталдәрҙе ҡыҙыу елем (пистолет) менән йәбештерәбеҙ. Пеноплекстан түңәрәк ҡырҡып алып, уны бөрмәле ҡағыҙ менән ҡаплайбыҙ (10-сы һүрәт). Ситтәрен таҫма менән биҙәргә мөмкин. Түңәрәк өҫтөнә ептән әҙерләнгән һауытты урынлаштырабыҙ. Тирә-яғын сәскәләр, шыршы йәки башҡа ылыҫлы ағас ботаҡтары менән биҙәйбеҙ. Шулай уҡ үҙегеҙҙә булған ялтыр таҫма йәки байрам кәйефе тыуҙырыр башҡа әйберҙәрҙе ҡулланырға мөмкин. Һауытҡа кәнфит тултырырға ғына ҡалды.
Яңы йылда татлы хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, дуҫтар!
Баныу АСТАНОВА фотолары.