-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
21 Декабрь 2021, 14:44

Стәрлетамаҡ ағинәйҙәре баландан шифалы һый серҙәре менән уртаҡлаша

Балан желеһын әҙерләү өсөн 1 кг емеш, 1 кг шәкәр ҡомо, 2 стакан һыу кәрәк. Баланды эҫе һыуҙа 5-6 минут ҡайнаткас, ул һыуҙы түгеп, 2 стакан һыу һалып, йомшарғансы бешерәһең. Иләк аша үткәреп, шәкәр ҡомо менән бутайһың һәм яңынан 50 минут бешереп, таҙа, стерилләнгән банкаларға һалып, һалҡын урында һаҡлайһың.

Стәрлетамаҡ ағинәйҙәре баландан шифалы һый серҙәре менән уртаҡлаша
Стәрлетамаҡ ағинәйҙәре баландан шифалы һый серҙәре менән уртаҡлаша

Бәлеш өсөн эслек яһағанда тәүҙә арышты бүрттереп, шунан кип­тереп, тирмәндә (кофемолкала) тарттыралар. Баланды шул онға ҡушып бутап, суйын көршәккә һалалар, әҙ генә һыу, шәкәр өҫтәп, өҫтөн таба менән ҡаплап, икмәк бешерлек ҡыҙыу мейескә быҡтырырға ҡуялар. Ул унда төнө буйы тора. Телеңде йоторлоҡ балан ҡатығы барлыҡҡа килә. Уның һыуын һарҡытып, бәлешкә эслек итеп һалалар.


Балан ҡатығы яһауҙың тағы бер боронғо ысулы. Баланды мейестә оҙаҡ итеп бешергәндәр. Өҫтө ҡамыр менән ябылған суйын сүлмәктәге балан сәғәттәр буйына бығып ултырған. Шунан һөҙөп, балан ҡатығы яһағандар. Уны балсыҡ көршәктә һаҡлағандар.


Балан ҡағынан рулет. Баландан ҡаҡ ҡойоп, бер аҙ киптереп алғас, өҫтөн бал менән йөҙләйһең. Шунан тигеҙ генә итеп ҡаймаҡ йәки аҡ май яғып сығаһың да рулет итеп төрәһең. Бер аҙ ҡатһын өсөн һалҡын урынға ҡуйып торорға кәрәк. Рулетты йоҡа ғына итеп телеп, табынға ҡуялар.


Балан кеҫәлен яһағанда һыуын күберәк һалып, баланды ябыҡ һауытта йомшарғансы ҡайнатабыҙ. Бешеп сығыр алдынан шәкәр һәм ҡуйылыҡ өсөн самалап арыш оно һалабыҙ. Был кеҫәлдең файҙаһы ҡымыҙҙыҡынан бер ҙә кәм түгел.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: