-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
23 Ноябрь 2021, 16:31

Заманса, зауыҡлы

Килешле аксессуарҙар ябай ғына кейемгә лә үҙенсәлек, күркәмлек өҫтәй. Заманса күренәм тиһәң, бәйләнгән сумка-шоппер таҡ! Гөлнара ДИЛМИЕВА бөгөн сумка бәйләргә өйрәтә. Оҫталыҡ дәресе тәү башлап ырғаҡ-еп тотоусыларға түгел, бәйләү менән ныҡлап шөғөлләнеүселәргә тәғәйенләнә.

Заманса, зауыҡлы
Заманса, зауыҡлы

45х25 сантиметр ҙурлыҡтағы сумка бәйләр өсөн     4 йомғаҡ һоро төҫтәге, 1 йомғаҡ ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге полиэфир еп (130 метрлыҡ йомғаҡ), 2 һәм 3 һанлы ырғаҡтар, 6 тимер элмәк (тимер дүңгәләк йәки ярымдүңгәләктәр ярай), 2 карабин, 3 миллиметр ҡалынлығында 110 сантиметр оҙонлоҡта декоратив тимер сынйыр, ҡыҫҡыс (плоскогубцы) кәрәк булыр.

 

Иң тәүҙә сумканың төбөн бәйләйбеҙ. 3-сө һанлы ырғаҡҡа 20 күҙ йыябыҙ. Артабан һыҙма буйынса 10 рәт «арҡыры бағана» («крестики») бәйләме менән бәйләп сығабыҙ. Ул салып алынмаған бағанаға оҡшаш, тик бында бер күҙгә индергәс, ырғаҡты ептең өҫтөнә һалып, епте эләктереп алабыҙ, артабан салып алынмаған бағана кеүек бәйләп бөтөрөп ҡуябыҙ. Киләһе рәттән башлап ырғаҡты күҙгә индергәндә бер юлы күҙҙәге ике епте лә эләктерәбеҙ (1-се һүрәт). Бирелгән сумка өлгөһөндә оҙонлоғо – 32, киңлеге     10 сантиметр булған дүртмөйөш бәйләнгән.

Артабан бәйләмде өҫкә табан алып барабыҙ. Дүртмөйөштөң дүрт яғынан алып, өҙмәйенсә, түңәрәк буйлап «арҡыры бағана» бәйләме менән дауам итәбеҙ. Ике рәт бәйләгәс, 2 тимер элмәкте беркетеп ҡалдырабыҙ – был сумканы биштәр итеп тағыр өсөн кәрәк булыр. Бәйләүҙе артабан дауам итәбеҙ. 

Сумканың бейеклеге – 25 – 27 сантиметр тирәһе, бының өсөн 25 рәт бәйләнде. Һуңғы рәтте бәйләгәндә 2 тимер элмәкте аҫтағылары тәңгәлендә, икеһен сумканың ҡаршы яғына беркетеп ҡуябыҙ. Артабан сумканың тотҡостарын эшләйбеҙ.

Бәйләнгән әйберҙәрҙең тотонғанда һуҙыла торған «ғәҙәте» бар. Шуға ла беҙ тотҡос өсөн тимер сынйырҙар ҡулланабыҙ. Сынйыр менән эшләгәндә беҙгә ҡыҫҡыс ярҙам итер. Уны 55-әр сантиметрлыҡ ике өлөшкә бүләбеҙ. 2-се һанлы ырғаҡ менән сынйырҙы ике яҡтан «тышлап» сығабыҙ. Бының өсөн сынйырҙы буш күҙҙәрҙән тора икән тип хис итәйек. Ептән 1 буш күҙ яһап, сынйырҙың тәүге өлөшөнән сығарабыҙ, салып алынмаған бағана бәйләйбеҙ. Артабан сынйырҙың һәр өлөшөнә тоташтырып, салып алынмаған бағана менән бәйләп сығабыҙ (2-се, 3-сө һүрәттәр). Сынйырҙың икенсе яғынан да ошолай бәйләйбеҙ.

Тотҡаның бер осона карабинды ҡуябыҙ, ә икенсеһен алдан бәйләп үткән элмәктәргә эләктерәбеҙ.

Сумканың кеҫәһе лә төбөн бәйләгән һыҙма буйынса эшләнә. Ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге ептән үҙебеҙ теләгән ҙурлыҡта дүртмөйөш бәйләйбеҙ ҙә сумкаға тегеп ҡуябыҙ.

Сумка япмалы булһын тиһәгеҙ, магнитлы төймә йәки молния ҡаптырғысы ҡуйырға мөмкин. Эсен туҡыма менән ҡатлау ҙа – үҙегеҙҙең ҡарамаҡта.

Сумка формаһын тотһон өсөн төбөн пластик менән нығытырға була.

 

* Сумканы үҙегеҙ белгән башҡа бәйләм менән бәйләргә лә мөмкин.

* «Арҡыры бағана» бәйләме менән башҡарылған әйберҙәр салып алынмаған бағана менән бәйләнгәндәренә ҡарағанда тығыҙыраҡ булыуы менән отошло.

 * Тотҡосто сынйырһыҙ ҙа бәйләргә мөмкин, тик был осраҡта  уның бер нисә сантиметрға һуҙылыу ихтималлығын иҫтә тотоғоҙ.

* Полиэфир еп сумка бәйләү өсөн бик йәтеш. Тик уның бар кибеттәрҙә лә осрамауы бар. Ләкин күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ – бөгөн һәр төрлө әйберҙе лә интернет селтәре аша яҙҙырып алып була бит.

Гөлнара ДИЛМИЕВА.

Автор фотолары.

Автор:
Читайте нас: