Терпе уйынсығын бәйләү өсөн уртаса ҡалынлыҡтағы һоро һәм нәҙек ҡара еп, ырғаҡ, мамыҡ кәрәк буласаҡ. Энәләре өсөн суҡлы 100% полиэстер еп («травка») һайлайбыҙ.
Терпенең кәүҙәһе ошолай бәйләнә:
- Һоро төҫтәге еп менән 3 буш күҙ йыябыҙ һәм түңәрәккә тоташтырабыҙ. Артабан эсенә 5 салынмаған бағана (сб) бәйләйбеҙ. Киләһе рәтте күҙҙәр һаны бөткәнсе бәйләп сығабыҙ. 3-сө рәттә һәр икенсе бағанаға 2 салынмаған бағана (1 сб, ҡушар), йәғни бер күҙгә ике бағана ултыртабыҙ.
- Йәмғеһе йыйылған 7 күҙҙе өс рәт дауамында үҙгәрешһеҙ бәйләп сығабыҙ. Унан 2 салынмаған бағананан һуң сираттағы күҙҙе арттырабыҙ (2 сб, ҡушар сб). Киләһе рәтте лә шул рәүешле эшләйбеҙ.
Терпебеҙҙең мороно әҙер (1-се һүрәт).
- Күҙ тәңгәлен киңәйтер өсөн 9-сы рәттә 4 салып алынмаған бағана бәйләп, артабанғы һәр күҙгә икешәр бағана ултыртабыҙ (4 сб, 5 ҡушар сб), йәмғеһе 14 күҙ йыйыла.
Киләһе рәтте үҙгәрешһеҙ бәйләп сығабыҙ.
- Артабан 9-сы рәттәге кеүек (4 сб, 10 ҡушар сб) бағаналарҙы арттырып сығабыҙ, күҙҙәр һанын 24-кә еткерәбеҙ.
Киләһендә рәт уртаһында алты бағанаға берәрҙе өҫтәп бәйләйбеҙ.
- 15 рәт дауамында 30 салып алынмаған бағананы шул килеш бәйләгәс, эсенә мамыҡ тултырабыҙ.
Аҙаҡ терпе кәүҙәһен кәметә башлайбыҙ. Бының өсөн рәттә күҙҙәр һаны кәмегәнсе ҡушарлап бәйләп сығабыҙ. Һуңғыларын епкә теҙеп, тарттырып бәйләйбеҙ (2-се һүрәт).
Терпенең кәүҙәһе әҙер.
- Энәләрен махсус суҡлы еп ярҙамында эшләйбеҙ. Бының өсөн епте 13-сө рәттән башлап уңлы-һуллы йөрөп (3-сө һүрәттәгесә), кәүҙәнең өҫ яҡ өлөшөн ҡаплап бәйләп сығабыҙ.
- Күҙҙәрҙе бәйләү өсөн ҡара еп менән 3 күҙ йыйыла, түңәрәккә тоташтырыла һәм уға 6 салып алынмаған бағана бәйләнә. Киләһе рәттә һәр икенсе бағанаға берәр өҫтәлә килә. Килеп сыҡҡан түңәрәктәрҙе терпекәйҙең башына матурлап беркетәбеҙ.
- Артабан йөҙөнә форма килтерер өсөн епте аҫҡы яҡтан алып, һүрәттәге кеүек күҙҙәр өҫтөнән үткәрәбеҙ ҙә аҫтан ныҡ ҡына тарттырып бәйләп ҡуябыҙ. Остарын ҡырҡып алырға йәки кәүҙәгә йәшереп ҡуйырға ла була (4-се һүрәт).
- Моронон бәйләр өсөн ҡара ептән 3 күҙ йыйыла, уға 6 салып алынмаған бағана бәйләнә. Киләһе рәттә һәр икенсе бағанаға берәр өҫтәлә килә, артабанғы рәт шул килеш эшләнә. Килеп сыҡҡан түңәрәкте еп ярҙамында матурлап тегеп сығабыҙ.
- Терпегә тәпәйҙәр һәм ҡойроҡто морон схемаһы буйынса, уның 6-сы рәтенә тиклем бәйләп, кәүҙәһенә тоташтырабыҙ.
Терпебеҙ әҙер.
Помидор
Помидор бәйләү өсөн ҡыҙыл, йәшел ептәр һәм уларға тап килгән ырғаҡ талап ителә.
- Башта ҡыҙыл еп менән 3 буш күҙ йыябыҙ. Эсенә 6 салып алынмаған бағана бәйләйбеҙ. Икенсе рәттә һәр икенсе бағанаға икешәрҙе ултыртабыҙ. Артабан өс рәт (3 – 5-се рәттәр) күҙҙәр һаны арттырыла бара (2 сб, икешәр сб). Алтынсы рәттә 3 сб, икешәр сб схемаһы буйынса күҙҙәр һанын 35-кә еткерәбеҙ.
- 7 – 13-сө рәттәр шул килеш бәйләнә, артабан кәметә башлайбыҙ: 14 рәттә – 2 сб, ҡушар сб, ә 11-се рәттә – 1 сб, ҡушар сб схемаһы буйынса бәйләнә. 12-се рәттә күҙҙәр һанын алтыға ҡалдырабыҙ.
- Помидор эсенә мамыҡ тултырып, барлыҡ күҙҙәрҙе епкә теҙеп тарттырып бәйләп ҡуябыҙ. Еп осон эскә йәшерәбеҙ.
- Япрағын бәйләү өсөн йәшел еп менән 3 күҙ йыябыҙ ҙа түңәрәк эшләйбеҙ. Унан һуң 6 буш күҙ йыябыҙ һәм 5 салынмаған бағана бәйләйбеҙ. Килеп сыҡҡан өлөштө түңәрәккә беркетеп бәйләп ҡуябыҙ. Шул рәүешле биш тапҡыр ҡабатлайбыҙ. Беҙҙең япраҡ йондоҙ рәүешендә килеп сығырға тейеш. Епте оҙонораҡ итеп ҡырҡып помидорға беркетәбеҙ.
Алма
- Алманы ла помидор кеүек үк бәйләргә мөмкин. Япрағы һәм һабағы башҡасараҡ бәйләнә. Һабаҡ өсөн һоро ептән 7 буш күҙ йыябыҙ ҙа икенсе рәттә бер күҙҙе ҡалдырып бәйләп сығабыҙ.
- Йәшел ептән 8 буш күҙ йыйыла һәм һәр береһенә салынмаған бағана бәйләнә. Бәйләмде әйләндереп киләһе рәттә 5 бағана ултыртыла һәм 6-сы күҙ алдағы рәттең 2-се бағанаһына тоташтырыла.
- Аҙаҡ уларҙы алмаға ҡуша беркетеп, аҫ яғынан тарттырып бәйләп ҡуйырға кәрәк.
Ҡабаҡ
- Ҡабаҡ өсөн 6 күҙ йыябыҙ ҙа түңәрәк эшләйбеҙ. 1-се рәткә 8 бағана бәйләп сығабыҙ. Икенсе рәттә һәр бағанаға икешәрҙе ултыртабыҙ. Өсөнсөһөндә – 24, дүртенсеһендә – 32, бишенсе рәттә 40 салынмаған бағанаға тиклем арттырабыҙ.
- Аҙаҡ 6 рәт шул килеш бәйләйбеҙ ҙә арттырған тәртип буйынса киреһенсә кәметәбеҙ.
- Килеп сыҡҡан ҡабаҡты еп менән 6 өлөшкә бүлеп, тарттырып бәйләп ҡуябыҙ.
- Ҡабаҡ һабағын бәйләү өсөн йәшел төҫтәге еп алына. Епте 15 –20 см самаһы оҙонлоҡта ҡалдырып, 16 буш күҙ йыябыҙ ҙа түңәрәк яһайбыҙ. Киләһе рәттә 1 бағана бәйләнә, сираттағы 2 бағана ҡушып күҙҙәр һаны бөткәнсе бәйләнә.
- Өс рәт шул схема буйынса ҡабатлана. Ҡалған 5 күҙҙе ике рәт бәйләп сыҡҡас, 8 буш күҙ йыябыҙ. Унан һуң бер күҙҙе ҡалдырып салынмаған бағаналар бәйләп сығабыҙ.
- Ҡабаҡ һабағы әҙер, уны ҡалдырған еп менән тегеп ҡуйырға ҡала.
Филүзә ӘХМӘТОВА фотолары.