+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
20 Октябрь 2021, 14:29

«Ҡыҙыл бәрхәт»

«Ҡыҙыл бәрхәт» – тәме менән күптәрҙең күңелен яулаған, баҙыҡ төҫө күҙҙе ҡамаштырған, байрамдарҙа өҫтәлде биҙәгән торт ул. Бөгөн бөтә донъя хужабикәләре уны яратып бешерә. Был тортты беҙгә Өфө районы Шамонин ауылында йәшәүсе Гөлшат ДӘҮЛӘТШИНА әҙерләп күрһәтте.

«Ҡыҙыл бәрхәт»
«Ҡыҙыл бәрхәт»

Ҡамыр өсөн 250 грамм он, 120 грамм аҡ май, 300 грамм шәкәр, 2 йомортҡа, 1 стакан ҡатыҡ, ярты балғалаҡ тоҙ, 2 ҡалаҡ какао онтағы, 1 балғалаҡ ҡамыр күперткес, 1 балғалаҡ ванилин, 2 ҡалаҡ шыйыҡ аш-һыу буяғысы, 1 балғалаҡ аш содаһы, 1 балғалаҡ аш һеркәһе кәрәк.

Он менән бергә ҡамыр күперткесте, тоҙҙо, какао онтағын ҡушып иләйбеҙ. Бүлмә йылыһында йомшарған аҡ майҙы миксер менән 1-2 минут болғатабыҙ, шәкәр һалып, күпергәнсе туғыйбыҙ. Берешәрләп йомортҡа һытабыҙ, ванилин, аш-һыу буяғысы ҡушабыҙ. Миксерҙың тиҙлеген кәметеп, аҙ-аҙлап он, ҡатыҡ өҫтәй барабыҙ. Соданы аш һеркәһе менән һүндереп һалабыҙ ҙа яҡшылап болғатабыҙ.
Мейесте 175 градусҡаса эҫетәбеҙ. Табаға аҡ май яғып, пергамент йәйәбеҙ. Ҡамырҙы, өс өлөшкә бүлеп, мейестә бешереп алабыҙ. Торт йәймәләрен (корждарҙы) табала килеш һыуытабыҙ.
«Ҡыҙыл бәрхәт» өсөн ҡуйы крем әҙерләнә. 100 грамм 33 процентлы һөт өҫтө, 70-80 грамм шәкәр онтағы, 400 грамм эремсекле сыр талап ителә.
Һөт өҫтө лә, сыр ҙа һалҡын булырға тейеш. Һөт өҫтөн тотороҡло хәлгә еткәнсе яҡшылап туғыйбыҙ. Артабан шәкәр онтағын ҡушып, туғыуҙы дауам итәбеҙ. Эремсекле сырҙы һалабыҙ ҙа, миксерҙы иң түбән тиҙлегенә ҡуйып, һәйбәтләп болғатабыҙ. Бындай крем еңел яғылыуы, формаһын тотоуы менән уңайлы.
Араһына крем яғып, йәймәләрҙе ҡатлап теҙәбеҙ. Барыһын урынлаштырып бөткәс, тортты тулыһынса крем менән ҡаплап тигеҙләйбеҙ. Өҫтөн, тирә-яғын еләк-емеш менән биҙәйбеҙ.

Декрет ялында ҡул ҡаушырып ҡына ултырмай, яңы һөнәр өйрәнгән, шуның менән ваҡ-төйәккә киткән сығымын ҡаплаған йәш әсәләрҙең береһе Гөлшат. Баймаҡ һылыуы Ейәнсура егете Флорид менән сәстәрен сәскә бәйләп, өс ҡыҙ үҫтерәләр. Сабина, Алһыу, Айлина әсәһе бешергән һәр тәғәмде ярата, әммә күңелдәренә иң оҡшағандары капкейк менән шоколадлы торт икән. Тәмлекәстәрҙе әҙерләүҙә үҙҙәре лә ҡатнаша, һорауҙарын яуҙыра. «Тәүге татлыҡайҙы бәләкәс ҡыҙымдың беренсе тыуған көнөнә бешергән инем, ҡыҙыҡһынып, мауыҡтым да киттем, – тип һөйләй Гөлшат. – Артабан төрлө сығанаҡтарҙан өйрәнеп, оҫталығымды камиллаштыра барҙым. Элегерәк бөйөрөк, бәлеш, пицца бешерһәм, хәҙер күберәк шәрбәтле ризыҡтар: торт, бауырһаҡ әҙерләйем. Оҫталыҡ дәрестәренә йөрөйөм».

Ул татлы ашамлыҡтар бешергәндәге серҙәре менән дә бүлеште.
Ҡапыл ғына кибеттән эремсекле сыр алырға мөмкинлегегеҙ юҡ икән, өй шарттарында ошолай итеп эшләргә була. Марля киҫәген дүрт ҡатлап һауытҡа урынлаштырабыҙ ҙа унда ҡаймаҡ һалабыҙ. Марляның ян-яғынан йыйып, төйнәп, элеп ҡуябыҙ. Иртәнгә ул һарҡып бөтә, наҙлы ғына крем-чиз барлыҡҡа килә.
Торт тигеҙ, матур килеп сыҡһын өсөн махсус ҡулайламалар менән эшләү уңайлы. Әйләнеп торған өҫтәл, шпатель эште бик еңелләштерә.
«Ҡыҙыл бәрхәт» өсөн буяғыстың шыйығын алырға кәрәк. Онтаҡ рәүешендәгеһе кәрәкле сағыу төҫ бирмәй. Бындай буяуҙарҙы ла, эште еңеләйтеүсе яйланмаларҙы ла бөгөн табыуы ауыр түгел, барыһы ла махсус кондитер кибеттәрендә бар, интернет аша яҙҙырып алырға ла була.
Йәймәләр араһына крем менән бергә еләк йәки сейә джемы һалып ебәреү уның тәмен тағы ла үҙенсәлеклерәк итә. Туңдырылған емеш-еләктең һыуын түгәбеҙ (әрәм итмәйбеҙ, икенсе ризыҡта ҡулланабыҙ), джем шыйыҡ булһа, саҡ ҡына крахмал өҫтәргә мөмкин.

Гөлшат ДӘҮЛӘТШИНА фотолары.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: