+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
20 Октябрь 2021, 12:06

Уңған килен аштары

Ауылдың күркәмлеген, ҡотон һаҡлаған килендәр була. Шундай алтын ҡуллы хужабикәләрҙең береһе Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылында йәшәй. Борай ҡыҙы Фидариә буласаҡ тормош иптәше Әлфир менән Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡығанда таныша. Йәштәр өйләнешеп, Иҫке Бәпескә ҡайтып төпләнә. Мал табибы һөнәренә эйә булған йәш белгестәрҙе ауылда ҡуш ҡуллап ҡаршы алалар. Әлфир Фәрәхетдин улы тәүҙә колхозда, унан районда баш ветеринар эшен башҡара. Ире ҡатмарлы операция үткәргәндән һуң, Фидариә уның вазифаһын үҙ иңенә ала.

Уңған килен аштары
Уңған килен аштары

Бөгөн уларҙың икеһен дә Иҫке Бәпес ауылы биләмәһе халҡының төп терәге һәм таянысы, тиергә лә була. Ҡуралағы мал – ауыл кешеһенең күҙ төбәп торған ҡәҙерле мөлкәте. Мал да, тейешле ҡарау етмәһә, ваҡытында анализ алынып, прививка яһатылмаһа, сиргә бирешеүсән. Шуға Абдуллиндарға үҙ машиналарында унлаған ауылды айына бер нисә ҡат урарға тура килә.
Һөнәрҙәренә тоғро ғаиләнең көткән донъяһы ла күптәргә өлгө булырлыҡ. Улар, ҡура тултырып, мал, ҡош-ҡорт тота, гөрләтеп баҡса үҫтерә, бал ҡорто үрсетә. Ҡыҙҙары Гөлфиә менән Гөлназ, улдары Хәйҙәр ата-әсәһенә хужалыҡта ярҙам итә. Былтыр Абдуллиндар, ике ҡыҙын да кейәүгә биреп, оло туй мәжлесе ойошторған.
Егәрле ҡатындың тағы бер яратҡан шөғөлө – сәскә үҫтереү. Йәйен уларҙың йорт тирәһе аллы-гөллө шау сәскәгә күмелә.
“Ҡасан килмә, Фидариә килендең өҫтәле ризыҡ менән тулы, ихатаһы, өйө таҙалыҡ һәм тәртип менән балҡып тора. Мөләйем хужабикәнең табынында һәр ваҡыт башҡорт балы, ҡаҙылыҡ, үҙе әҙерләгән һөт ризыҡтары, ҡайнатмалар, туҡмаслы йылҡы йәки тауыҡ-ҡаҙ итенән һурпа, иттән, емеш-еләктән бәлештәр, торттар… Бөтәһенә лә нисек өлгөрә икән, тип ғәжәпләнеп тә ҡуям. Уңған килен – донъя күрке”, – ти ауыл хакимиәте биләмәһе рәйесе Нурия Хәсән ҡыҙы Абдуллина.
“Башҡортостан ҡыҙы” журналына Фидариә ханым үҙе яратып әҙерләгән аштарҙы тәҡдим итте. Ғаиләлә улар холестеринһыҙ йылҡы итенә өҫтөнлөк бирә һәм, майлы аҙыҡ ашағанда ҡорот, йәшел тәмләткестәр һалынған ҡатыҡ, үҙҙәре үҫтергән йәшелсәләр ҡуллана икән. Сәләмәт тормош һағында торған ғаиләнең бәхете лә бөтөн, уй-ниәттәре лә изге.

Баллы торт

Талап ителә: 0,5 кг он, 2 йомортҡа, 250 г маргарин, 2 ҡалаҡ бал, бер стакан шәкәр, ярты балғалаҡ аш содаһы, бер һауыт ҡуйыртылған һөт.


Онға туғылған йомортҡаны бал, шәкәр, маргарин менән ҡушып баҫабыҙ. Әҙер ҡамырҙы 6-7 сантиметр ҡалынлыҡта түңәрәкләп йәйеп, 180 градусҡа тиклем эҫе­телгән мейескә ҡуябыҙ. 20–25 минуттан ул бешеп тә сыға. Өҫтөнә ҡуйыртылған һөт яғабыҙ (ҡуйыртылған һөттө һауыты менән һыуҙа ҡайнатырға йәки әҙер ҡайнатыл­ғанды һатып алырға). Шулай уҡ өҫтөн ыуылған печенье вағы, йө­ҙөм, өрөк йәки сәтләүек онтағы менән биҙәргә мөмкин.

Йәшел тәмләткестәр менән ҡатык


1,5–2 литр ҡатыҡ, берәр ус һуған ҡыяғы, йәшел әнис, шәфәри алына.

Ойотолған ҡатыҡҡа ваҡлап туралған йәшел тәмләткестәр өҫтәп, яҡшылап болғатҡас, шешәгә тултырып, туңдырырға ҡуябыҙ. Һуңы­нан иретеп, ашҡа һалыр өсөн ҡулланабыҙ.

Ҡаҙылыҡ

Йылҡының эс майы менән ите (ҡаҙылығы), ас эсәге, самалап тоҙ, борос, һарымһаҡ алына.


Эс майы менән итен айырып алғас, тоҙлап, борослап, ваҡ ҡыр­ғыс аша үткәрелгән һарымһаҡ ҡу­шып, яҡшылап йыуылған эсәккә тултырырға. Туңдырғысҡа һалып ҡуйырға. Бешерер алдынан ҡаҙы­лыҡты иретергә, бүҫелмәһен өсөн энә менән бер нисә урындан тишкеләп алырға кәрәк.

Автор:
Читайте нас: